6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Йорт хайуанына әйләнгән "ҙур зебра"
19.04.10


       Үткән кесаҙнала Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй театры һәм киноһы йондоҙҙары - Лариса Гузеева, Марина Дюжева, Алла Довлатова, Георгий Мартиросьян һәм башҡалар булып китте. Яратҡан артистарын Өфө тамашасыһы Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә күрҙе, унда актерҙар "Ҙур зебра" спектаклен уйнаны. Француз тормошонан алып яҙылған, мөхәббәт тураһындағы мауыҡтырғыс был пьесаның үҙ философияһы бар. Таганка актерҙары берҙәмлегенең антреприза спектаклен тамашасы яратып ҡабул итте.
       Өфөлөләр Лариса Гузеева, уның ҡатнашлығындағы фильмдар, тапшырыуҙар тураһында һөйләшеп залға үтте. Башҡа артистар тураһында ла һүҙ алыштылар, әлбиттә, ләкин халыҡты шулай ҙа Гузеева нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра ине. Спектакль алдынан утты һүндерҙеләр, ә рампа уттары ҡабынғас, сәхнәлә Григорий Мартиросьян баҫып тора ине инде. Тамашасы дәррәү алҡышланы. Уның геройы радиоалғыстан яңылыҡтар тыңлап, бер нисә һүҙ әйтеп өлгөрөүгә, таҡта иҙәндә туфли тыҡылдауы ишетелде. Ҡулсатыр аҫтында йөҙөн йәшергән ҡатындың кем булыуын танырға теләп, тамашасы тын ҡалды. Төп геройҙың өсөнсө ҡатыны ролен башҡарған Алла Довлатова икән. Ҡыҫҡа алһыу күлдәктәге һары сәсле ханым ҡошсоҡ кеүек тәтелдәне һәм бер ахмаҡ һүҙ артынан икенсеһен теҙҙе. Уның сәхнәләге ире Григорий Мартиросьян, киреһенсә, һәр һүҙен һығып сығарған кеүек, яй һәм тыныс һөйләне. Күпмелер ваҡыт үткәс, геройҙың холҡон асып бирер өсөн бының тап шулай кәрәк булыуы аңлашылды. Өс тапҡыр өйләнеп, ҡатындарын үҙ үлеменә ышандырып, ташлап ҡасҡан ирҙең холҡон башҡа төрлө күрһәтеп булмайҙыр ул. Был герой ялҡытҡан ҡатындарынан шундай ысул менән ҡотолорға өйрәнгән. Әммә компенсация сифатында ул страховка ҡалдыра, һәм тол ҡатындар уның сираттағы фажиғәле үлеменән һуң тейешле аҡсаһын ала.
       Спектаклдең эпилогында Григорий Мартиросьяндың геройына бер юлы өс ҡатыны алдында яуап тоторға тура килә. Заманында һәр береһе менән күҙгә ҡарашып аңлаша алмағанды, хәҙер бар кеше алдында әйтергә тура килә. Шулай ҙа ул насар кеше түгел, хәләл ефеттәре лә үҙенә бәрәбәр, ләкин һәр береһенең үҙ холҡо. Етди һәм булдыҡлы тәүге ҡатыны Жизель (Марина Дюжева), дорфараҡ, әммә дәртле икенсе ҡатыны Сабина (Лариса Гузеева) һәм еңел холоҡло сибәркәй Сидони (Алла Довлатова). Лариса Гузееваның геройын тамашасы йылы ҡабул итте. Сабина бер үк һүҙҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатланы, афоризмдар менән һөйләште. Ул аҡыллы, матур ҡатын, шул уҡ мәлдә көлкөгә ҡалыуҙан да ҡурҡмай.
       "Ҙур зебра" спектакле яуаплылыҡ талап итмәгән еңел флирт кеүек, шуға ла бер тында ҡарала һәм һуңынан йылы тойғолар ҡалдыра. Финалда төп герой, ниһайәт, икенсе ҡатыны менән үҙ бәхетен таба, ҡалған икәүһе лә яңғыҙ түгел. Жизель икенсе ире Морис (актер Жан Даниэль) менән уңышлы никахта, ә Сидони страховкалау агенты Плиссонға (артист Петр Белышков) ғашиҡ була. Ҡайҙа һуң бында ҙур зебра, тиһегеҙме? Һорауҙы фәлсәфәүи хәл итергә мөмкин - тормошобоҙ ҙа аҡлы - ҡаралы һыҙаттарҙан тора бит. Һәм артыҡ мәшәҡәтләнмәһәгеҙ ҙә була. Спектакль героиняһы Сабина тормош иптәшен ҙур зебра тип йөрөтә, сөнки өйҙә ул һәр ваҡыт аҡлы - ҡаралы пижамала йөрөй. Был ролде башҡарған Лариса Гузеева тамашасыға баш эйергә кәләш фатаһында сыҡты, һәм тамашасылар бүләк иткән гөлләмәләрҙең береһен туй йолаһы буйынса яурыны аша залға ырғытты.
       Мәскәү артистары спектаклдән һуң сәхнәгә бер нисә рәт сыҡты, ләкин автографтар бирмәне, фотоға ла төшмәне. Зал ишеге алдында артистар ижадына табыныусылар ҙа уларҙы бушҡа көттө, сығыусы булманы. Ошо көндө үк ҡайтырға сығыу һылтауы менән, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән матбуғат конференцияһына ла ете минут ҡына ваҡыт бирелде. Журналистарға кемдәр сығыуы һуңға ҡәҙәр билдәһеҙ ине. Беҙҙең шатлыҡҡа, матбуғат вәкилдәре менән һөйләшеүгә Лариса Гузеева, Марина Дюжева һәм Алла Довлатова ризалыҡ бирҙе.
       - Бөгөн һәйбәт спектакль булды. Жора (Георгий Мартиросьян - автор төҙ.) үҙенең иң яҡшы спектаклен уйнаны. Барыһы ла уңышлы килеп сыҡты. Тамашасы шул тиклем матур ҡабул итте, баш эйергә сығыуы ла оят булманы, - тине Лариса Гузеева.
       - Өфө тамашасыһы ихлас. Барыһын да нескә тоя. Ҡайҙа, ни өсөн килеүҙәрен белә. Ярҙам итә, - тип уның менән килешә Дюжева менән Довлатова.
       Артистар бер тауыштан уларҙың уйыны тамашасы кәйефенән тороуын билдәләй. Залға йоғонтоң булмауы ҡурҡыныс. Тамашасы спектаклде ҡабул итә - бергә ҡайғыра, шатлана, көлә икән - был артистарға ныҡ тәьҫир итә.
       Комедия урынына етди спектаклдәрҙә уйнауы нығыраҡ оҡшай, тийеүҙәре беҙҙең өсөн яңылыҡ кеүек яңғыраны. Ләкин улар халыҡтың арығанлығын тоя, еңел, юмористик спектаклдәр кәрәклеген аңлай.
       - Мин комедияға ғына ҡоролған спектаклдәрҙе яратмайым. Миңә "Пять вечеров" нығыраҡ оҡшай, сөнки үҙемде драматик актриса, тип иҫәпләйем, - ти Лариса Гузеева. - Ә бына комедияла уйнарға тартынам. Үҙемә бер ҙә көлкө түгел. Еңел жанрҙан - бер төрлө, етдийерәк эштәрҙән икенсе төрлө тәьҫораттар ҡала. "Пять вечеров" спектакленән күберәк ҡәнәғәтләнеү алаһың, сөнки үҙеңдең һәм тамашасының күңелендә йәшеренгән нәмә тураһында залдағылар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшәһең. Тамашасы менән контакт бында бөтөнләй башҡаса.
       Алла Довлатова:
       - Һәйбәт спектаклдәрем, яратҡан ролдәрем күп. Ләкин шулай ҙа иң-иң яратҡан эштәремдең береһе - Станислав Садальский менән уйнаған "Кто последний за любовь" спектаклелер, моғайын. Минең героиням - һөйгәнен үҫкән ҡыҙы тартып алған ҡатын. Пьеса буйынса тәүҙә миңә бик ҡыҙыҡ, ә һуңынан ныҡ ауыр. Был спектаклдә мин, оломо ул, ҡартмы - ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан - бер бөртөк иргә булһа ла был осраҡта ҡатын-ҡыҙға нисек ауыр булыуын аңлата алһам, герой эшләгәнде ул һис ҡасан эшләмәҫ ине, тигән уй менән сәхнәгә сығам.
       Марина Дюжева:
       - Мин дә комедиянан ғына торған спектаклдәрҙе үҙһенмәйем, трагикомедиялар нығыраҡ оҡшай. Оҙаҡ көлгәс, минең һуңынан илағым килә. "Загнанных лошадей пристреливают, не правда ли?", спектаклендәге ролем оҡшай. Ә комедияларҙан - бик шәп спектакль "Боинг-Боинг" - антреприза, ул һәр ваҡыт аншлаг менән үтә.
       Урындағы киң мәғлүмәт сараларына Лариса Гузеева алдан иғлан ителгән "Буря в стакане воды" спектакле урынына ниңә "Ҙур зебра" менән килеүен аңлатты.
       - Мин спектаклһеҙ тороп ҡалдым - режиссер менән продюсерҙың миңә ҡарата ундай этлек ҡылыуын көтмәгәйнем. Башыма һыймай был аҙымдары. Улар үҙ-ара, миңә өндәшмәйенсә, составҡа яңы кеше индергән. Сәфәргә сығыр алдынан осраҡлы ғына Валерий Баринов урынына режиссерҙың тормош иптәше уйнарға тейешлеген белеп ҡалдым. Был актерға ҡаршылығым юҡ, әммә уның менән сәхнәгә сыҡһаҡ, спектакль килеп сыҡмаҫ ине, сөнки уның менән бер тапҡыр ҙа репетиция яһаманыҡ. Быға юл ҡуя алмай инем. Мин профессионал, тамашасымды ихтирам итәм, һәм һул аяҡтан сығып спектаклдә уйнай алмайым. Мәскәүҙә ундай хәл булырға тейеш түгел, ә провинцияға ярай, тип әйтергәме? Тамашасыға ундай ҡарашта түгелмен, шуға күрә спектаклдән баш тарттым. уны "Ҙур зебра" менән алмаштырҙыҡ, сөнки тамашасының бында ғәйебе юҡ. Әгәр спектаклдә Гузеева, Баринов, Кабо яҙылған икән, һәм халыҡ үҙ аҡсаһына арзан булмаған билеттарҙы һатып алһа, улар урынына икенсе артистарҙы күрһәтергә ярамай. Минең уйлауымса, тамашасыға ҡарата был намыҫһыҙлыҡ, - тип тамамланы матбуғат конференцияһын Лариса Гузеева.
       Олег Яровиков фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал