6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Тарихтағы кеше
16.02.10


       "Тарихтан бер көн" рубрикаһын яңыртыуға бөгөн ҡайғылы хәбәр сәбәпсе. "БАШвест"тың хәбәрсеһе, ошо рубриканың даими авторы Юрий Узиков вафат булды. Беҙҙең мөхәрририәт коллективы, шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеүсе билдәле ғалим һәм журналист менән яҡшы таныш "Башинформ" хеҙмәткәрҙәре Юрий Андреевичтың фани донъянан китеүенә ҡайғыра һәм уның туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
       Ете йылға яҡын "башвестсылар" һәм гәзитебеҙҙең даими уҡыусылары беҙҙең "Тарихтан бер көн" рубрикаһының тап ошо авторға бәйле булыуын белә ине. Көн һайын тиерлек беҙ Узиков ярҙамында билдәле ғалимдар, яҙыусылар, сәнғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре тураһында бәйән иткән Башҡортостан Республикаһы контексындағы мөһим рубриканы яңырта барҙыҡ. Юрий Андреевич Советтар Союзы Геройҙары тураһында материалдар серияһына ҙур өлөш индерҙе, улар Бөйөк Еңеүҙе байрам итеү алдынан айырыуса ныҡ баһалана. Билдәле Башҡортостан кешеләре, беҙҙең төбәккә бәйле булған рәсәйлеләр тураһында мауыҡтырғыс, ентекле мәғлүмәт артында тыуған яҡты өйрәнеүсе Узиковтың оҙайлы ваҡытҡа һуҙылған күп көс талап иткән хеҙмәте тора.
       Юрий Андреевич Узиков 1931 йылдың 28 майында Архангелдә тыуған. 18 йәшендә Архангел суднолар төҙөү техникумын тамамлай, Калининград заводында мастер булып эшләй, цехтың комсомол ойошмаһы башлығы була. Тиҙ арала уны Балтика райкомы секретаре, артабан комсомолдың Калининград ҡала комитеты секретаре итеп һайлайҙар. 1962 йылда Узиков Ленинград юғары партия мәктәбенең журналистика факультетын тамамлай. Өфөгә күсә, күп тиражлы "Геолог Башкирии" гәзитенең баш мөхәррире вазифаһында хеҙмәт итә, артабан "Ленинец", "Вечерняя Уфа" гәзиттәрендә бүлек мөдире, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, Башҡортостан Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Мәҙәни мираҫ күсемһеҙ объекттарын файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса фән-производство үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре була.
       "БАШвест"ҡа интернет-баҫма итеп әҙерләнгән архив материалдарын, һәм улар менән бергә ҙур ҡиммәткә эйә, аҙ билдәле фотолар алып килгәндә, Юрий Андреевич юғалып ҡуймаһын тип бик борсолор ине - тыуған яҡ тарихына шундай иғтибарлы ҡарашта ине ул. Ә ай аҙағында беҙҙән баҫмалары һәм фотолары һалынған һәлмәк папкаһын кире алғанда (барыһы ла теүәл килеш, әлбиттә), һәр ваҡыт гәзитте ҡағыҙҙа сығарып биреүҙе һорай торғайны.
       - Уҙған айҙа өҫтәмә номерҙар сыҡты, ләкин унда һеҙҙең материалдар юҡ. Уларҙы ла алаһығыҙмы?
       - Барыһын да алам! Йәштәр нимә яҙа икән, уҡырға кәрәк. Афарин, йәштәр, матур яҙаһығыҙ, - тип яуаплай ҙа штаттан тыш хәбәрсебеҙ, баҫмаларҙы ҡәҙерләп портфеленә тултыра. "Тарихтан бер көн" рубрикаһы сыҡҡан көндәрҙе айырыуса иғтибар менән күҙәтеп барҙы. Мөхәррирҙәр менән уҡылған, төҙәтелгән материалдары нигеҙендә ул йәнә бер китап сығарырға планлаштыра ине.
       Юрий Узиковтың 30-ҙан ашыу китабы донъя күрҙе. Улар иҫәбендә "В.И. Ленин в Башкирии", "Гвардейцы планеты (коминтерновцы в Башкирии)", "Это с нами навсегда (литературная карта Башкирии)", "Это надо живым", "Исторические памятники Уфы", "Сказание о земле Баймакской", "Уфимских улиц имена". Узиковтың әҙәби архивында гәзиттә баҫылған йөҙләгән эше, эссе, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса тарихи очерктары бар. Уҡыусыларға ул Башҡортостан тарихына ингән билдәле яҡташтарыбыҙ, республикала булып киткән арҙаҡлы шәхестәр, архитектура ҡоролмалары, предприятиелар, төбәктең уҡыу йорттары тураһында һөйләне. Республика тарихын яҙған хеҙмәттәшебеҙ үҙе лә был тарихтың бер өлөшө. Юрий Узиков ҡалдырған "БАШвест"ағы бай архив материалдарын асып ҡараһағыҙ, һеҙ ҙә был һүҙҙәргә инанырһығыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал