6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

Фатир ҙа, хөрмәт тә ветерандарға
15.04.10


       Быйылғы иң мөһим байрам - Еңеү Көнөнә лә ваҡыт аҙ ҡалып бара. Ветерандар әле оло хөрмәт, ихтирам менән уратылған, барыһының да йылы ҡарашын тоя.
       - Йәмәғәт эштәре күп, ҡайһы берҙә тын алырға ла ваҡыт юҡ, - ти 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары советы рәйесе Әсхәт Ғәҙелшин. - Беҙҙең легендар кавалерия дивизияһының бар ветерандары ла был көндәрҙә күтәренке кәйефтә йөрөй. Ветерандарҙы ғына түгел, ойошманың башҡа ағзаларын да мәктәптәрҙәге төрлө сараларҙа ҡатнашырға, студенттар алдында сығыш яһарға саҡыралар. Бындай ҡыҙыҡһыныу атай - олатайҙарыбыҙҙың юҡҡа ҡан ҡоймауын һәм берәүҙең дә онотолмауын дәлилләй.
       Әсхәт Хәбибрахман улы һөйләгән сараларҙың береһе Өфөнөң Дим районында урынлашҡан 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында үтте. Был көндө музейға килгән мәктәп уҡыусылары, экскурсияға өҫтәп, театрлаштырылған тамаша ла ҡараны. Дим биҫтәһендәге музей Республика Хәрби Дан музейының филиалы иҫәпләнә һәм бер нисә уникаль экспонатҡа эйә. Ләкин һүҙ был юлы тарихи осорҙоң матди дәлилдәре тураһында ғына бармай. Уҡыусылар дивизия үткән һуғыш юлы тураһында бай йөкмәткеле лекция тыңланы, шайморатовсылар ҡатнашҡан яу-алыштар тураһында тулы мәғлүмәт алды. Мәҫәлән, Днепр аша сығыуҙы бәйән иткән хикәйә оҙатыуында панорама фонында сәхнә уйналды. Был операцияла күрһәтелгән батырлыҡтары өсөн 54 кавалерист Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.
       - Дим биҫтәһе халҡы ветерандарға айырыуса ихтирамлы ҡарашта, - ти Өфө ҡалаһы Ветерандар советы рәйесе Анатолий Анчунов. - Ошонан шайморатовсылар фронтҡа киткән, бында дивизияның ике музейы эшләй. Һуғыш һәм дивизия тарихын биҫтәләге һәр кеше белә. Шуға ла ветерандар менән бәйле сараларҙа халыҡ ҡатнашырға, хәбәрҙар булырға тырыша.
       Биҫтә ветерандарға һәр төрлө ярҙам күрһәтә. Дим районы хакимиәте башлығы Зөфәр Хәкимовтың билдәләүенсә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың матди хәле мәсьәләһе бөгөн иғтибар үҙәгендә:
       - Яҙмыш ҡушыуы менән туғандарһыҙ ҡалған ветерандарҙың торлағына ремонт эшләйбеҙ. Бөгөнгө көндә 18 фатирға ремонт үткәрелгән. Шулай уҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға торлаҡ бүленә. Куйбышев тимер юлының урындағы бүлексәһе етәкселеге уларҙың предприятиеһында эшләгән ветерандарға фатир бүлеп бирҙе.
       Музейҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Кожепаровҡа торлаҡ һатып алыуға социаль түләү тураһында таныҡлыҡ тапшырыу тантанаһы үтте. Ул 1927 йылда тыуған һәм 1944 йылда фронтҡа саҡырылған. 32-се уҡсылар дивизияһында һуғышҡан, Литваның күп ҡала-ауылдарын азат итеүҙә ҡатнашҡан һәм Еңеү көнөн Литвала ҡаршылаған. Үкенескә күрә, ҡаҡшаған һаулығы арҡаһында Владимир Демьянович сараға үҙе килә алманы. Документты ҡатыны Зоя Николаевна алды.
       - Ветерандар Башҡортостанда иғтибарһыҙ түгел, - тип билдәләй Әсхәт Ғәҙелшин. - Бының менән беҙҙең төбәк башҡаларҙан айырылып тора. Мөрәжәғәте яуапһыҙ ҡалған бер ветеранды ла белмәйем, шул иҫәптән кавдивизиянан да. Ветерандар - оло йәштәге кешеләр, шуға ла ойоштороу эшен ветерандар ойошмаһы үҙ өҫтөнә ала.
       Әйтергә кәрәк, Әсхәт Хәбибрахман улы легендар дивизия командирының нәҫеле - уға ике туған ҡустыһы булып сыға. Ләкин туғанлыҡ бәйләнештәре бер ҙә уңыш гаранты түгел.
       - Бик ҙур яуаплылыҡ был, - ти Әсхәт Ғәҙелшин. - Мин үҙемә уйланылмаған ҡарарҙар ҡабул итергә, илке-һалҡы эшләргә рөхсәт итә алмайым. Һуғышты үткән ата - бабаларыбыҙ беҙҙең өсөн эталон булып ҡала. Һәм беҙҙе һәр ваҡыт атайҙар, олатайҙар менән сағыштыралар. Ә Шайморатов менән сағыштырыуҙары минең өсөн еңел түгел. Биләгән вазифама тура килер өсөн күберәк эшләргә, өҫтәмә тырышырға тура килә.
       Бөгөн республикала 17 шайморатовсы ғына иҫән ҡалған, шуларҙың дүртәүһе Өфөлә йәшәй. Уларҙың иҫтәлектәре бөгөн ҙур ҡиммәткә эйә, һәм был уларҙың бөйөк тарихтың шаһиттары булған өсөн генә түгел. Сараға килгән БР Хөкүмәте Премьер-министры, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешевтең билдәләүенсә, 90-сы йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышына ҡарата ихтирамһыҙ ғына түгел, кәмһетеүле, хатта мыҫҡыллы ҡараш барлыҡҡа килде. Ветерандар менән аралашыу йәш быуынға һуғышҡа һәм совет һалдаттары үтәгән ролгә ҡарата дөрөҫ ҡараш тәрбиәләргә мөмкинлек бирәсәк.
       - Үкенескә күрә, йылдар үткән һайын бөйөк һуғыш ветерандары сафы һирәгәйә, - тине вице-премьер. - Олораҡ быуын һуғыш тураһында атайҙары һәм ҡартатайҙары ауыҙынан ишетеп белгән, ә йәштәр тарих менән музейҙа ғына таныша ала. Башҡортостан өлгөһө совет халҡының Еңеү өсөн ниндәй хаҡ менән иҫәпләшеүен асыҡ күрһәтә. Элекке совет республикаларын әле Еңеүҙең генә берләштереүе лә юҡҡа түгел. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләү 55, 60 йыллығын байрам итеүгә ҡарағанда юғарыраҡ кимәлдә үтәсәк.
       Олег Яровиков фотоһы.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал