6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Тиҫтерҙәргә бағышлана
13.04.10


       Матрос формаһында һәм бескозыркалағы 15 йәшлек малайҙар. 2010 йылда улар туғыҙынсы класта уҡый. Улар өсөн был норма. Ә 70 йыл элек ошондай уҡ 15 йәшлек үҫмерҙәр илебеҙҙең төрлө флоттарында кораблдәрҙә яуҙарҙа ҡатнашҡан, корабль орудиеларынан атҡан, һыуҙа батҡан, һәләк булған, яралар һәм наградалар алған. Улар өсөн һуғыш норма.
       Ул ваҡытта, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, байтаҡ моряктар ҡоро ер ғәскәрҙәренә йәки диңгеҙ пехотаһына йүнәлтелә. Квалификациялы диңгеҙселәр етешмәй, уларҙы икенселәр менән алмаштырырға кәрәк була. Һәм Соловки утрауҙарында дислокацияланған юнгалар мәктәбе ойошторорға ҡарар ителә. Советтар Союзында был берҙән-бер юнгалар мәктәбе була. Унда үҫмерҙәрҙе өс тапҡыр йыялар - 1942, 1943, 1944 йылдарҙа. Йыл һайын бар Союздан бер мең ярым кеше туплана. Тәүге төркөмгә Башҡортостандан 134 малай эләгә.
       Әлеге ваҡытта, ул ваҡиғаларҙан һуң тиҫтә йылдар үткәс, Соловки утрауҙарындағы юнгаларҙың береһе лә иҫән ҡалмаған. Күптән түгел уларҙың һуңғыһы - Генри Николаевич Таращук та мәрхүм булған. Ләкин уның ғүмере эҙһеҙ үтмәгән. Тарих уҡытыусыһы Виталий Полосин етәкселегендә 29-сы урта мәктәп уҡыусылары бер нисә йыл элек ошо теманы өйрәнә башлай. Улар Таращук менән осраша, уның һуғыш заманындағы көндәлек тормошо менән ҡыҙыҡһына.
       - Тәүге тапҡыр Соловки утрауҙары юнгалары тураһында 10 йәшемдә белдем, - тип һөйләй Виталий Полосин. - Мине хайран иткән "Юнга Северного флота" китабын уҡыным. Һәм бына, бик күп йылдар үткәс, уҡыусыларым менән мине Еңеү паркында Хәтер вахтаһында ҡатнашырға саҡырҙылар. Һәм унда Адмирал Бакаев исемендәге Өфө балалар диңгеҙ үҙәге директоры мине һуғышҡа Башҡортостандан саҡырылған, иҫән ҡалған һуңғы юнга - Генри Николаевич Таращук менән таныштырҙы. Мине был тема тыныс ҡалдырманы һәм мин, көсләп тиерлек, уның өйөнә ҡунаҡҡа барҙым. Һуңынан бер нисә рәт балалар менән барҙыҡ, уның һөйләгәндәрен мауығып тыңланыҡ. Был осрашыуҙарҙа иң мөһиме шул - балалар аңында, хәҙерге киң мәғлүмәт саралары биргәндән тыш, донъяла башҡа төрлө ҡиммәттәр барлығы тураһында фекерҙе нығыта алдыҡ.
       Уҙған йылда уҡыусылар остаздары менән Генри Николаевич хөрмәтенә асыҡ дәрес әҙерләй. Ә тикшеренеү һөҙөмтәһендә Полосиндың уҡыусылары - 9 "Б" класынан Илнур Әхмәтов менән Руслан Закиров ғилми эш яҙа. "Соловецким юнгам посвящается, или Шагнувшие в бессмертие" исемле эштәре менән улар IV "Рәсәйҙең милли байлығы" Бөтә Рәсәй һәләтле йәштәр ҡаҙаныштарының асыҡ конкурсында еңеп сыға.
       Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Рәсәй йәштәренең "Интеграция" ғилми, ижади һәм инновацион эшмәкәрлеген үҫтереү милли системаһының ҡанаты аҫтында үткән конкурс Мәскәүҙәге ғилми конференция менән тамамлана. Унда бар илдән 490 мәктәп уҡыусыһы йыйыла.
       - Иртәнге биштә Ҡазан вокзалына килеп төштөк, - тип һөйләй Илнур. - Артабан Ҡыҙыл майҙанға барҙыҡ. Мин Мәскәүҙә беренсе тапҡыр, Ҡыҙыл майҙан хайран итте. Кремль, Мавзолей, Василий Блаженный соборы - барыһы ла шәп. Йылға ярына ҡарай һуҙылған Васильевск майҙанында беҙҙе14 автобус көтөп тора ине, улар ҡатнашыусыларҙы конференцияға алып барҙы. Төштән һуң эштәребеҙҙе баһалаусы эксперт советы - академиктар, профессорҙар менән таныштырҙылар.
       Конференцияға килгән йәштәр төрлө темаға яҙылған ғилми эштәрен тәҡдим итә. Илнур менән Русландың да эше ингән "Тарих һәм археология" секцияһында 40 кеше иҫәпләнә.
       - Иртәгәһенә иртәнге аштан һуң, - тип был юлы Руслан дауам итә, - беҙ докладҡа әҙерләнә башланыҡ. Иң һуңғылар рәтендә сығыш яһарға. Башҡаларҙы тыңлағанда тулҡынлана инек. Үҙебеҙҙең сығыш етеүгә, тынысландыҡ. Эштәре өсөн бар ҡатшыусылар ҙа I йәки II дәрәжәләге дипломдар алды. Ә айырыуса яҡшы баһаланған эштәр өсөн номерлы "Милли байлыҡ" айырыу билдәләре бирелде. 40 кешенән торған беҙҙең секциянан ни бары өс эш кенә, шул иҫәптән беҙҙеке лә, ошондай билдә алды.
       Конкурс һөҙөмтәләре буйынса IV Бөтә Рәсәй уҡыусылар конференцияһында ҡатнашыусыларҙың доклады тезистарынан "Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арнала" исемле йыйынтыҡ баҫтырылған. Шулай булғас, тимәк, 29 сы мәктәп уҡыусыларының тәүге ғилми баҫмалары бар. Ойоштороу комитеты был эште Рәсәй Федерацияһы президентының аҡсалата премияһы менән бүләкләү тураһында ҡарар ҡабул итә. Ләкин, үкенескә күрә, ҡағиҙә буйынса премия бер эҙләнеүсегә генә бирелә, авторҙаштарға түгел. Шуға күрә 29-сы мәктәп уҡыусыларын премия әлегә урап үткән.
       - Егеттәр октябрҙә үтәсәк "Мине XXI быуатта баһалаясаҡтар" исемле киләһе конкурсҡа барырға әҙерләнә, - ти Виталий Полосин. - Планда ике тема. Тәүгеһе - һуғыш йылдарында республикала Коминтерн башҡарма комитеты эшмәкәрлеге тураһында һөйләргә. Миҫал сифатында Кушнаренколағы разведка мәктәбен алырға мөмкин. Икенсеһе - Өфө тимер юл узелының һуғыш йылдарындағы эшмәкәрлеген яҡтыртыу. Тимер юлсылар тураһында аҙ яҙалар, әммә тимер юл булмаһа, техника, ҡорал, аҙыҡ-түлекте фронтҡа нисек еткерерҙәр ине? Тимер юлсыларҙың Еңеүгә индергән өлөштәрен баһалауы ауыр. Ике тема ла һәйбәт, ләкин Соловки утрауҙары юнгалары кеүек уникаль эш яҙып булмаҫ инде башҡаса.
       Виталий Полосин уҙған йылда мәктәп менән "БР халыҡ мәғарифы отличнигы" исемен алыуға тәҡдим ителгән. Һәм тиҙҙән, апрель аҙағында, мәктәп юбилейын билдәләгәндә, халыҡ алдында Виталий Тихоновичҡа был исем бирелеүе тураһында иғлан ителәсәк. Мәктәп директоры Лиана Абдуллина тарих уҡытыусыһы эшен юғары баһалай.
       - Виталий Тихонович бик теремек кеше. Хеҙмәт стажының ярайһы ҙур булыуына ҡарамаҫтан, йәш булмаған педагогтарға хас арығанлыҡты һиҙмәҫһең. Ул балаларҙы ла үҙе артынан эйәртә, үҙе мауыҡҡан, үҙе янған идеялары менән дәртләндерә. Аҡса, дан - шөһрәт өсөн эшләмәй. Һәм уҡыусылар ҙа уны ихлас ярата.
       Андрей Старостин фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал