6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Милли сәйәсәт

Этносты һаҡлап ҡалыу маҡсатында
12.04.10


       Телде, мәҙәниәтте, сәләмәтлекте һаҡлау, демография һәм, асылда, башҡорт этносын һаҡлау - III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә Октябрьскиҙа үтәсәк VI "Ҡала башҡорттары: тел һәм демография мәсьәләләре" төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһының төп бурыстары.
       Был конференциялар йолаға әйләнде. Республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында улар биш тапҡыр ойошторолдо. Тәүге икәүһе Өфөлә үткәрелгәйне, артабан Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Бөрөлә үтте. Киләһе конференцияны Учалыла ҡаршылай. Бындай йыйылыштарҙа ҡалала һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа йәшәүсе, урбанизация һәм ассимиляция процестарына дусар ителеүсе башҡорттарҙың проблемалары тикшерелә.
       - Был конференцияларҙы беҙ төбәк-ара, тип йөрөтәбеҙ, - ти Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова, буласаҡ сара тураһында һөйләгәндә. - Беҙгә күрше территорияларҙан - Һамар, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән һәм башҡа төбәктәрҙән башҡорт этносы вәкилдәре килә. Ҡалалар бик әүҙем ҡатнаша - докладтар әҙерләй, күҙәтеүҙәре менән уртаҡлаша һәм резолюция әҙерләгәндә лә әүҙемлек күрһәтә. Сөнки беҙ, ғалимдар, мәсьәләгә үҙебеҙҙең күҙлектән ҡарайбыҙ, ә мәғариф хеҙмәткәрҙәре, мәҫәлән, уға бөтөнләй икенсе, практик, ҡарашта.
       Уҙған быуаттың 80-се йылдарында беҙҙең институт һорау алыу һәм тикшереүҙәр үткәрҙе, һөҙөмтәлә беҙ башҡорттар араһында урбанизация процесының йылдам барыуын асыҡланыҡ. Башҡорттар күп осраҡта ауыл халҡы булған. Һәм ауылда телде, мәҙәнилекте юғалтыу мәсьәләһе тормаған. Телевидение ла ул йылдарҙа ныҡлы эшләмәгән. Ә башҡорттар араһында әүҙем урбанизация башланғас, ҡалаға күсеп килгән башҡорттарҙың балаларының туған телен белмәүе асыҡланған. Уҡытыу мәсьәләһе - иң мөһиме. Минең быуындағы балалар тураһында шуны әйтә алам. Рус телен улар һәйбәт белә, ә туған тел улар өсөн - икенсе урында. Сөнки аралашыу теле булып ҡалала рус теле тора - эштә лә, транспортта ла, магазиндарҙа ла. Ләкин тел - аралашыу ҡоралы ғына түгел. Рух та, халыҡ менталитеты ла - шул уҡ тел. Ул донъяға инеү сараһы. Әгәр бәләкәй саҡтан, балалар баҡсаһынан уҡ кеше телен юғалта башлаһа, менталитеты ла юғала. Ә был этностың юғалыу ҡурҡынысы менән янай. Урбанизация процесын туҡтатып булмай. Тимәк, башҡорттарға ҡалала, урбанизация шарттарында үҙеңде һаҡлай белерлек итеп йәшәп өйрәнергә кәрәк. Эйе, ниндәйҙер быуын, телен юғалтһа ла, башҡорт булыуын онотмай әле. Ләкин, үкенескә күрә, киләһе быуынға улар телен дә, мәҙәниәтен дә бирә алмай. Менталитет үҙгәрә. Был бик ҙур проблема. Шуға күрә "Ҡала башҡорттары" конференцияһы булдырылды. Аҙ һанлы халыҡтарҙың күптәрен ошондай проблема борсой. Беҙгә бүрәттәр, ҡалмыҡтар килде, ассимиляция менән эштәр уларҙа бигерәк киҫкен тора.
       - Минең уйлауымса, - ти Фирҙәүес Хисаметдинова, - һәр милләт - ул дөйөм гөлләмәгә үҙенең матурлығын биреүсе сәскә. Һәм беҙ уларҙың барыһын да һаҡлап алып ҡалырға тейешбеҙ. Мин "ҡарағат" һүҙе менән миҫал килтерергә яратам. Русса "смородина" "смород" һүҙенән алынған, "смрад" (еҫ) - еҫле еләк. Башҡортса - ҡарағат - ҡара еләк. Татарса - ҡарлы (һыуыҡ) еләк. Полякса - ул "поречка", йәғни йылға буйында үҫеүсе еләк. Һәр бер халыҡ уны үҙенсә күргән. Әгәр һәр халыҡ балаларын туған телен дә, башҡа милләттәр телен дә яратырға, хөрмәт итергә өйрәтһә, улар бынан байыраҡ ҡына буласаҡ. Тап ошо турала һөйләмәксебеҙ беҙ конференцияларҙа. Унда ҡатнашыусы уҡытыусылар балаларҙы әлеге кеүек суффикс, аффикстарға ғына өйрәтеп ҡалмайынса, туған тел матурлығына өйрәтһен, тигән теләктәбеҙ. Сит милләт теле лә һиңә яҡын тойоласаҡ, әгәр яҡшы уҡытыусы быны оҫта итеп бирә алһа.
       Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Ринат Йосопов быларға өҫтәп:
       - Ҡала шарттарында һәм Рәсәйҙә, сит илдәрҙә лә, теләйбеҙме беҙ быны, юҡмы, бигерәк тә дәүләт теле булғанда, этник айырмалар юйыла. Шуға күрә үҫеп килеүсе быуындың дәүләт телендә һөйләшеүе тәбиғи. Әгәр ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә туған телгә иғтибар юҡ икән, тел һәм мәҙәниәт онотоласаҡ һәм яйлап юғала барасаҡ. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда республиканың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Мәғариф министрлығы тырышлығы менән башҡорт теле яңынан тергеҙелә башланы. Дәүләт теле булараҡ - уны бар мәктәптәрҙә, туған тел булараҡ башҡорт балаларына уҡыталар.
       Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты секторы мөдире Гөлфинә Юламанова июндә үтәсәк III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек тураһында һөйләне.
       - Ҡала башҡорттары мәҙәниәтен юғалтмаһын өсөн, телде өйрәнеүҙе дауам итеүҙән тыш, балалар баҡсаһында һәм мәктәптәрҙә алып барылған дәрестәргә этно-педагогик элементтар индереү зарур. Ата-әсәләр өйҙә балалары менән мөмкин тиклем күберәк туған телдә аралашһын. Башҡорттар ҡоролтайы "Ҡала башҡорттары: тел һәм демография мәсьәләләре" ғилми-ғәмәли конференцияһы идеяларын тулыһынса хуплай. Ҡатнашыусыларҙы борсоған һорауҙар III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ла тикшереләсәк. Унда 12 секция эшләйәсәк, шуларҙың икәүһе башҡорт теле буйынса ойошторола - "Башҡорт милли мәғарифы: торошо һәм перспективалары" һәм "Хәҙерге башҡорт теле".
       Андрей Старостин фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал