6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Ауыл эшсәндәренә ярҙам ит - бурыслы булып ҡалмаҫ!
09.04.10


       Аҡыллы китаптарҙа теге йәки был эште нисек алып барыу тураһында ентекләп яҙыла. Мәҫәлән, һәйбәт уңыш алыр өсөн йәки һауымды арттырыу маҡсатында, автор тәҡдим иткәндәрҙе теүәл башҡарырға ғына кәрәк, һәм шәхси хужалыҡта мотлаҡ уңышҡа ирешәсәкһең.
       Ә ғәмәлдә нисек һуң? Көрәк, һәнәк менән ҡоралланып, хужалыҡты "фән буйынса" алып барыу мөмкинме икән? Бында "етди" техника талап ителә, минеңсә. Бөгөнгө көндә шәхси ихатала техниканың махсусы ла, универсале лә кәрәк. Тракторҙар, тағылма арбалар, сапҡыстар - ғөмүмән, һанай башлаһаң, бик күп улар. Ләкин техника менән дә, ауыл тормошо - ул һиңә саф һауала рәхәтләнеп балыҡ тотоу түгел. Иртә таңдан ҡара төнгә тиклем тир түккәндәр генә күҙгә күренер һөҙөмтәгә ирешә. Тап ошондай кешеләр һәр ваҡыт дәүләт ярҙамсыһы булған. Һәм ауыл кешеһенә ярҙам итеү буйынса маҡсатлы программалар ҙа тап ошондайҙарға тәғәйенләнгән.
       Һәм был юлы ла беҙ ауыл көнкүреше ауырлығын ишетеп түгел, үҙе татып белгән кешегә мөрәжәғәт итәбеҙ. Үҙенең тормошо, "Шәхси хужалыҡ" программаһында ҡатнашыуы һәм ауылдағы ҡыйынлыҡтар тураһында Мәләүез районы Дарьино ауылынан шәхси ярҙамсы ихата хужаһы Николай Семенович Буров һөйләй.
       - Ғүмерем буйы колхозда водитель булып эшләнем. Улым да минең юлымдан китте. Ләкин берҙән-бер көндө колхозда эш хаҡы менән ауырлыҡтар башланды, артабан ер бүлә башланылар (колхоз һәм совхоздарҙы хосусилаштырыу барышында), - тип һөйләй беҙҙең герой. - Улым Валерий менән, башҡа колхозниктар кеүек үк, бының менән файҙаланырға ниәтләнек - ер пайҙары алдыҡ һәм үҙебеҙҙең хужалыҡ менән шөғөлләнә башланыҡ. Һәм бына тыуған еребеҙҙә тир түккәнгә лә ун йылға яҡын ваҡыт үтте.
       - Шәхси хужалыҡ тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле.
       - Әлеге ваҡытта улым менән күрше йәшәйбеҙ. Минең шәхси ярҙамсы хужалығым бар, унда - фермерлыҡ хужалығы. Әммә бар эште лә бергә башҡарабыҙ, һәм "һинеке", "минеке" тигән төшөнсә юҡ. Минең биш һауын һыйырым бар, улымдыҡы ла бишәү. Һәр беребеҙгә 20-шәр баш сусҡа, ун башмаҡ тотабыҙ. Башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнәбеҙ. Ит, һөт продукцияһы (һөт, ҡаймаҡ,эремсек) - төп килем сығанағы.
       Малға аҙыҡ һатып алмайбыҙ, быны үҙ көсөбөҙ менән хәл итергә тырышабыҙ. Арпа, бойҙай сәсәбеҙ, үҫтерәбеҙ, йыйып алабыҙ. Быйылғы йылда участканың бер өлөшөнә үлән сәстек. Ғөмүмән, он, һалам,бесән - барыһы ла малға аҙыҡҡа китә.
       - Ә он нимәгә?
       - Һыйыр һыйырға оҡшаһын өсөн. Кеше кеүек, һыйырҙы ла төрләндереп ашатыу мөһим. Һалам, бесән менән генә булмай, мотлаҡ фуражы ла, оно ла кәрәк. Ә сусҡаларға ҡатнаш аҙыҡ, ярмаға ярылған иген, шул уҡ он һәм эркет һыуы (эремсектән ҡалған һыу) китә. Дөрөҫөн әйткәндә, шәхси хужалыҡта производствоның тулы циклы килеп сыға.
       - Республикала "Шәхси хужалыҡ" программаһы эшләй башлауы тураһында беҙ урындағы гәзиттән белдек, - тип һүҙен дауам итә Николай Семенович. - Уңайлы шарттарҙа техника алырға теләк ҙур ине. Производство ҡорамалдарын бүлеп түләү юлы менән ҡасан алаһың әле! Уларҙы етәрлек күләмдә алырға ниәтләнек - "Беларус-82.1" тракторы, һабан, тағылма арба, сапҡыс һәм һәр малсылыҡ хужалығында кәрәкле преслау-йыйыу агрегаты. Һыйыр малы иҫәбе, ер майҙаны тураһында документтар йыйҙыҡ, ауыл хужалығы идаралығына барҙыҡ, унан һуң ғаризабыҙҙы ҡалаға ебәрҙеләр. Һәм ғәжәпкә ҡаршы, оҙаҡ көтөргә тура килмәне - бер айҙан ыңғай яуап алдыҡ.
       - Техника алғандан һуң бер йылға яҡын ваҡыт үткән. Еңелерәкме хәҙер?
       - Әлбиттә! Яңы трактор, преслау-йыйыусы, сапҡыс - эшебеҙҙә ҙур ярҙам. Элек барыһын да ҡул көсө менән башҡара инек - был бит иҫ киткес ауыр эш! Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ярҙамында республикала ауыл халҡы өсөн бихисап уңайлы шарттар тыуҙырыла. Үҙен аямай эшләргә теләгәндәргә бындай ярҙам күберәк булһын ине ул!
       Ысынлап та, сит ил фермерын күпме иркәләргә була? Үҙебеҙҙең фермерҙар ҙа, ниһайәт, аяҡҡа баҫырға тейештер бит?
       Иғтибарлап ҡарағыҙ әле - магазинда нимә һатыла! Буяу менән ҡыҙартылған һыйыр ите, аҙыҡ өҫтәмәләре менән үрсетелгән тауыҡ... Ауырлыҡ өсөн итте махсус иретмә менән тултырыуға тиклем барып етәләр! Ауыл эшсәндәре етештергәнгә етәме ни! Таҙа продукт - натураль ит, һөт, эремсек, ҡаймаҡ... Һатып алыусыларҙы ла алдамаҫһың. Бына беҙ, мәҫәлән, Салауатҡа йәки Мәләүезгә йәрминкәгә сыҡһаҡ, һатып алыусыларҙан сират теҙелә. Даими клиенттарыбыҙ ҙа бар, тәмләп тә тормаҫтан, ҡаймаҡ менән эремсек алып китәләр.
       Хәйер, ауылдың һәр кешеһе ял тураһында онотоп, үҙен тотошлай ергә бағышларға әҙер түгел, - тип иҫәпләй әңгәмәсебеҙ.
       - Күрәһегеҙме - тракторын да бирә дәүләт, шарттарын да булдыра. Ә трактор, ер алып, бил бөгөргә теләүселәр күп түгел. Уныһы аңлашыла ла. Кисен шешәгә үрелеп булмай, бында шешәгә ваҡыт юҡ. Эшләргә кәрәк! Ишетеүемсә, күрше колхоздарҙа шәхси ярҙамсы хужалыҡ менән шөғөлләнә башлап, ташлағандар бар. Ауыр, тиҙәр. Нисек ауыр булмаһын! Ләкин беҙ бирешергә теләмәйбеҙ. Ниңә, тиһегеҙме? Ерҙе яратҡанғалыр, күрәһең.
       Ҡыш - крәҫтиән өсөн еңел осор һымаҡ. Юҡ икән шул. Көрттәрҙе йырып сыҡҡансы, мал ҡарағансы, көнөң бер сәғәт кеүек үтеп китә. Ә иртә яҙҙан техниканы сәсеүгә әҙерләй башлайбыҙ, ремонт менән шөғөлләнәбеҙ. Ауыл хужалығы ҡорамалдарын тикшерәбеҙ - сәскестәрҙе, культиваторҙарҙы... Сәсеү етһә, ремонтҡа ваҡыт ҡалмай. Һуң ятабыҙ, иртә торабыҙ, билде яҙыр ваҡыт юҡ... Ваҡытҡа ҡарамайһың да - эшләп кенә өлгөр!
       Бына әле минераль ашламалар һатып алдыҡ. Сәсеү яҡынлашты.
       - Ҡиммәттер инде?
       - Шулай булмайынса! Минераль ашламалар, яғыулыҡ - майлау материалдары, арпа һәм бойҙай - аҙ аҡса түгел. Шуныһы һәйбәт - һатып алғандың бер өлөшөн дәүләт субсидиялай. Әммә сығымдар барыбер аҙ түгел.
       - Ә бына продукцияны һатыу менән районда бер ҡыйынлыҡ та юҡ, - ти әңгәмәсебеҙ. - Барыһы ла район хакимиәте арҡаһында! Баҙарҙағы иң уңайлы урындар беҙҙеке, итте тамғалау һәм турау сиратһыҙ - һәм был баҙарҙа башҡа эшҡыуар - алыпһатарҙарҙың күп булыуына ҡарамаҫтан!
       Николай Семенович йәнә бер шатлығы менән уртаҡлаша.
       - Элек игенде элеваторға тапшыра инек. Ә был - өҫтәмә сығым. Әгәр бойҙайҙы яңы йылға тиклем сарыф итмәһәң, һаҡлаған өсөн проценттары арта башлай торғайны. Беҙ район хакимиәте башлығынан келәт биналары һорап, ғариза менән мөрәжәғәт иттек. Һәм үтенесебеҙгә ҡолаҡ һалдылар. Хәҙер бойҙай үҙебеҙҙең келәттәрҙә ята, бер өлөшө менән МТС хеҙмәттәре өсөн түләйбеҙ, бер өлөшөн үҙебеҙгә алып ҡалабыҙ, бер өлөшөн малға ашатабыҙ. Барыһы ла бушлай һаҡлана!
       Әлеге ваҡытта Николай Семенович комбайн тураһында хыяллана. Быныһын да бүлеп түләү юлы менән алырға ине! Ҡиммәт булмағанын, Рәсәйҙә сығарылғанын. Трактор хужалыҡта ҙур ярҙамсы булһа ла, иген һуғыу кеүек процедураны үтәй алмай. Әлегә бының өсөн Ергән МТС-ы комбайндарын ялларға тура килә. Ә был, уның әйтеүенсә, өҫтәмә сығым талап итә.
       - Ҡайһы берҙә аҡса урынына һуғылған игенде бирәбеҙ, бынан файҙа юҡ. Сөнки иген хаҡы иң түбән планка менән билдәләнә, ауыл халҡына отошло түгел.
       Ерҙә эшләгән кеше менән аралашҡанда, хеҙмәтенең ни хәтле ауыр булыуын аңлайһың. Үҙҙәрен еңгән, еңел булмаған иҡтисади шарттар, хатта тәбиғәт шарттары менән көрәшеүҙән ҡурҡмаған кешеләрҙең герой булыуҙарына төшөнәһең. Һәм Хөкүмәттең бүлеп түләү шарты менән арзанлаштырылған техника биреүе лә нигеҙле икәнен таныйһың. Ә беҙгә һеҙҙең менән властарҙың алдан күрә белеүҙәре өсөн ҡыуанырға һәм геройыбыҙға иң яҡшы теләктәребеҙҙе еткерергә генә ҡала. Ҙур уңыш, техниканың көйлө эше, һәм иң мөһиме - сәләмәтлек һеҙгә, Николай Семенович!
       Александр Яворский фотоһы.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал