6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Туризм үҫеш юлында
08.04.10


       Туризмдың томанлы бөгөнгөһө һәм яҡты киләсәге ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡорт физик тәрбиә биреү институты нигеҙендә барған "Төбәк туризмы - 2010" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһының пленар ултырышында тикшерелде. Конференция икенсе йыл рәттән үткәрелә. Һәр төрлө фән докторҙары һәм кандидаттар бөгөнгө Рәсәй һәм төбәк туризмына ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе, ниңә яҡшы формала булмауын аңлатырға тырышты, һәм мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләне.
       - Уҙған йылда Башҡортостан Республикаһына 800 меңгә яҡын турист килгән, - тип башланы сығышын БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының туризм бүлеге етәксеһе Владимир Кучук. - Күрһәтелгән хеҙмәт күләме ике миллиард һумдан ашыу сумма менән билдәләнә. Күп осраҡта шәхси инвестициялар иҫәбенә булһа ла, эске туризмдың матди базаһы ла үҫешә. Мәҫәлән, Нөгөш, Павловка һыуһаҡлағыстарында һәм туристар күп йыйылған башҡа урындарҙа бик күп объекттар төҙөлә. Рәсәйҙән генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән туристар йәлеп иткән әллә күпме яңы туристик маршруттар әҙерләнә.
       Уҙған йылда республикала БР Туриндустрия ойошмаһы төҙөлдө, уны БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко етәкләй. Был ойошма беҙҙең республикала туризмды үҫтерергә булышлыҡ итеүсе бар предприятиеларҙы берләштереү өсөн булдырылған. Ошо көндәрҙә БР Хөкүмәтенең эске туризм үҫеше буйынса ведомство-ара комиссия ойоштороу тураһында ҡарарына ҡул ҡуйылды. Уның етәксеһе итеп БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев билдәләнгән.
       Владимир Кучук уртансы звено кадрҙарын әҙерләүҙе эске туризмдың тәү сираттағы бурысы, тип билдәләй. Башлыса Башҡортостандың бар төбәгендә лә, туризм объекттары төҙөлгән ерҙә, хеҙмәтләндереү персоналының әҙерлеге юҡ. Был проблема менән етди шөғөлләнергә кәрәк, сөнки сервис - туризмдың төп өлөштәренең береһе. Ул шулай уҡ әүҙем туризмда хәүефһеҙлек мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтте. Шәхси фирмаларға БР Туристик - спорт ойошмаһы менән туризм төрҙәре буйынса федерациялар күрһәткән ярҙам ғына етмәй. Әүҙем турҙар хәүефһеҙлеге өсөн бар яуаплылыҡ тур үткәреүсе фирмалар өҫтөндә. Һөҙөмтәлә, тур менән етәкселек итеүселәр был мәсьәләлә бөтөнләй компетентлы түгел, һәм уларҙың әҙерлекһеҙ булыуы арҡаһында төрлө бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуйыла.
       Педагогия фәндәре докторы, профессор, Башҡорт физик тәрбиә биреү институты директоры Павел Горулев, туризмдағы ауырлыҡтар тураһында һөйләгәндә, Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә туризм үҫешенең саҡ башланып тороуын билдәләне.
       - Туризм инфраструктураһы әҙер. Һәм әле туристик кластерға ҙур суммала аҡса һалыу талап ителә. Сөнки, нимәлер алыу өсөн, тәүҙә һалырға кәрәк. Беҙҙең республикала тәбиғәт шарттары уникаль, Рәсәйҙең ҡап уртаһындабыҙ, беҙгә килеп етеүе ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, шул иҫәптән сит илдән дә, ошо уңайлы мәлдәрҙе файҙаланырға кәрәк. Ләкин, үкенескә күрә, беҙ үҙебеҙҙе аҙ рекламалайбыҙ.
       Милли иҡтисад үҫеше факторы булараҡ туризм тураһында иҡтисад фәндәре докторы, Башҡорт физик тәрбиә биреү профессоры Юнир Лотфуллин оҫта һөйләне:
       - Байтаҡ илдәр иҡтисадында, дөйөм алғанда, бар донъя иҡтисадында, туризм ҙур роль уйнай. Үҫеш темптары буйынса нефть һәм автомобиль сәнәғәте менән берлектә туризм алдынғы өсәү исемлегенә инде. Йәғни иҡтисад структураһында хеҙмәт күрһәтеүгә ориентирланған тайпылыш күҙәтелә. Әлеге ваҡытта туризм сәнәғәт үтәгән фукцияларҙы башҡара: эш урындары булдыра, бюджетҡа аҡса килеүен тәьмин итә, иҡтисадҡа инвестицияларҙы арттыра. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы күҙаллауы буйынса, туризм үҫеше дауам итәсәк. Ағымдағы, 2010 йылда туристар иҫәбе бер миллиардтан ашып китәсәк, һәр туристан килгән килем 39,5 процентҡа артасаҡ һәм 1252 АҠШ долларын тәшкил итәсәк. Һәр 30-сы өҫтәмә турист транспорт, йәшәүҙе тәьмин итеү, туҡланыу предприятиеларында бер эш урыны булдырыуға мөмкинлек бирәсәк. Һәм һәр 16-сы турист туризм инфраструктураһында бер эш урыны булдыра.
       Туризм АҠШ, Франция, Испания кеүек ҙур илдәргә ун процент күләмендә эске тулайым продукт бирә. Айырым илдәрҙә туризм өлөшөнә биш өлөштән алып теүәл яртыһына тиклем милли тулайым продукт тура килә. Рәсәйҙә иһә, үкенескә күрә, туризмдан килем бер процентҡа ла етмәй.
       2005 йылдан 2008 йылға тиклем Рәсәй территорияһында хеҙмәтләндерелгән туристар һаны 50 процентҡа артҡан. Әлеге ваҡытта туристар ҡабул итеү буйынса илебеҙ донъяла 15-се урында тора. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы прогнозы буйынса, ағымдағы йылда беҙ туғыҙынсы урынға күтәрелә алабыҙ, ә Рәсәйгә килгән туристар һаны 29,5 миллион кешегә етәсәк. Был, үҙ сиратында, ярты миллион эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Һәм Рәсәй Федерацияһы бюджетына 36 миллион АҠШ доллары алып киләсәк.
       Шулай ҙа Рәсәйҙә илгә инеү менән бәйле туризм торошо бик үк ыңғай баһаланмай. 2008 йыл йомғаҡтарынан асыҡланыуынса, "сәфәр" статьяһы буйынса түләү балансының дефициты 12 миллиард доллар тәшкил иткән. Был сит ил туристары беҙгә алып ингән аҡса менән сағыштырғанда, Рәсәй туристары сит илгә 12 миллиардҡа күберәк аҡса сығарыуын аңлата. Рәсәй башҡа дәүләттәр туризмы үҫешенә средстволар инвестициялай булып сыға.
       Беҙҙең илдә туризм үҫешенә булышлыҡ итмәгән бик күп факторҙар бар. Сит ил матбуғатында Рәсәйҙе туризм өсөн уңайлы булмаған ил, тип баһаланылар.
       Өҫтәүенә, беҙҙә инфраструктура насар үҫешкән - комфортлы ҡунаҡханалар етешмәй, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты хаҡына тура килмәй, кадрҙарҙың әҙерлек кимәле түбән булыуға бәйле хеҙмәт сифаттары ла түбән. Бынан тыш, илдең туристик мөмкинлектәрен дәүләт тейешле кимәлдә рекламаламай, быныһы инде бюджет финанслауының түбән булыуынан килә.
       Эске тулайым продуктта турбизнес өлөшө буйынса Рәсәй донъяла 138-се урын биләй һәм был өлкәлә ул артта ҡалған унау исемлегендә тора.
       - Ләкин илебеҙҙең потенциалы ярайһы ҙур, һәм уны дөрөҫ файҙаланғанда ул туризм тармағының үҫешен тәьмин итә ала, - тип тамамланы сығышын Юнир Лотфуллин.
       Рәсәйҙә туризмдың бөтөүенә килтергән сәбәптәр хаҡында тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Рөстәм Хәзиев фекер йөрөттө.
       - Беренсе бөтә донъя һуғышы, уның артынса февраль һәм октябрҙәге ваҡиғалар рәсәйлеләрҙе оҙаҡ ваҡытҡа һәр төрлө сәйәхәттәрҙән, сәфәрҙән айырҙы. Емереклек, иҡтисади бөлгөнлөк Рәсәйҙең ҡунаҡхана селтәрен юҡ итте, сәйәхәттәр бюроһы кәрәкһеҙ хеҙмәт иҫәбенә ҡалды, туристик баҫмалар юғалды.
       Ошо ваҡыттан һуң эске туризм үҫешә башлай. Сөнки кешеләр барыбер эштән һәм көндәлек тормоштан ял итергә, белем даирәһен арттырырға, яңы тәьҫораттар алырға теләй. Совет туризмы баштан уҡ ике принципҡа - үҙешмәкәрлеккә һәм үҙеңде-үҙең ойоштороуға нигеҙләнә. Был ике принцип һуңанан тышҡы туризмда ла ҡулланыла. Күп осраҡта туристарҙың сит ил телен белмәгәненән килә был...
       Бик күп ҡыҙыҡлы тезистар ишетергә мөмкин ине ғилми-ғәмәли конференцияла. Уның эше бөгөн дә дауам итә, ҡатнашыусылар "Сервис һәм туризм" һәм "Менеджмент" секциялары ултырышында фекер алыша.
       Андрей Старостин фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал