6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Һуғыш балалары хеҙмәте менән көслө
07.04.10


       Һуғыш балаларҙы иртә олоғайтты. Атайым һуғыштан ҡайтырмы икән, ә иртәгә нимә ашарбыҙ, тип һәр ваҡыт билдәһеҙлектә ҡурҡып йәшәгәндә, уйынсыҡтарға һәм иркәләнеүҙәргә урын ҡаламы инде?
       Үҫмерҙәргә бигерәк тә ауырға төшә. 12-13 йәштәрендә, хатта унан да иртәрәк, нығынмаған яурындарына хеҙмәт ауырлығын һәм ҡусты-һеңлеләре өсөн яуаплылыҡ алып, улар бар көстәренә колхоз баҫыуҙарында, завод һәм фабрикаларҙа бил бөгә.
       Бына ошо һуғыш балалары - бөгөнгө геройҙарыбыҙ ирле - ҡатынлы Туҡтамышевтарҙа "БАШвестЪ" корреспонденты ҡунаҡта булды. Һуғыш башланғанда Ғәйнислам Сәләхетдин улына - 14, ә уның хәләл ефете Фатима Ситдиҡ ҡыҙына 10 йәш була. Ул алыҫ йылдарҙа ветерандарыбыҙ бер-береһен белмәй әле, Башҡортостандың төрлө райондарында йәшәй.
       Ғәйнислам ата-әсәһе, дүрт ағаһы һәм апаһы менән Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында йәшәй. Етешһеҙлек Ғәйнисламды дүртенсе кластан һуң мәктәпте ҡалдырырға мәжбүр итә. Уның хеҙмәт биографияһы үҙҙәренең "Байкал" колхозында 11 йәшендә башлана. Һуғыш башланған йылда ла ул ошонда эшләй.
       - Оло ағайым фронтта китте. Ул минән биш йәшкә ҙур, ул ваҡытта ағай Өфөлә йәшәй ине. Һуғышты башынан аҙағынаса үтеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтты, - тип һөйләй Ғәйнислам Сәләхетдин улы. - Әле уға 83 йәш, ләкин һуғыш йылдарындағы ваҡиғаларҙы деталенә тиклем хәтерләй: ундай хәлдәр онотолмайҙыр ул. - Атайым әсәй менән тылда хеҙмәт итте - урман ҡырҡты, фронтҡа кәрәк бар нәмәне эшләне. Беҙ ҙә, үҫмерҙәр, был йөктө улар менән бер тиң күтәрҙек. Йәнә шул йылда беҙҙе, 14-15 йәшлектәрҙе, хәрби эшкә өйрәтә башланылар.
       1944 йылда Ғәйнисламды армияға алалар - авиация - инженер ғәскәрҙәренә тәғәйенләйҙәр һәм Алыҫ Көнсығышҡа аэродром төҙөргә оҙаталар. Шунда, Алыҫ Көнсығышта, ул еңеү тураһында ҡыуаныслы хәбәр ишетә.
       - Ауылда радио булманы, фронттан һуңғы яңылыҡтарҙы тиҙ генә белә алмай яфалана инек, ә хәрби часта уны көн әйләнәһенә тыңланыҡ. Еңеү хөрмәтенә дүр көн ялға ебәрҙеләр, - тип иҫтәлектәре менән уртаҡлаша әңгәмәсем.
       Ете йыл ярым хеҙмәт итеп, 1951 йылда ғына демобилизациялана:
       - Һуғыштан һуң ир-егеттәр аҙ ине, беҙҙе алмаштырырға кеше булманы, шуға ла оҙаҡ хеҙмәт итергә тура килде, - тип аңлата быны Туҡтамышев.
       1951 йылда ул ата-әсәһе күсенеп килгән Өфө районының сетерекле исемле 119-сы йылҡы заводының Үҙәк усадьбаһы ауылына ҡайта, халыҡ уны, ғәҙәттә, Йылҡы заводы тип кенә йөрөтә (Әле Ольховое ауылы - автор төҙ.). Совхозға тракторсы булып урынлаша, ә 1952 йылда буласаҡ ҡатыны Фатима менән таныша.
       - Мин уның апаһы менән дуҫ инем, шуның аша таныштыҡ, - тип һүҙгә ҡушыла Фатима Ситдиҡ ҡыҙы.
       Гәзиттән ҡунаҡтар килеүгә ул бай өҫтәл әҙерләгәйне, фотограф буласағын да белгәс, үҙенә нимә кейергә, иренә ҡайһы күлдәген һайларға, тип оҙаҡ өтәләне.
       Ата-әсәһен кулак тип Глумилинонан һөргәс (Әлеге Өфөнөң ошо исемдәге биҫтәһе - автор төҙ.), һуғышҡа тиклем улар Нуриман районында йәшәй. 1942 йылда атаһы фронтҡа алына, 1943-тә Сталинград янында һәләк була. Шул уҡ йылда Фатиманың әсәһе дүрт балаһы менән республиканың Архангел районына күсә.
       - Бик ярлы йәшәнек, ваҡыты менән аслыҡтан ыҙаландыҡ, шулай ҙа тере ҡалдыҡ, - тип һөйләй Фатима Ситдиҡ ҡыҙы. - 1948 йылда күршеләребеҙ - беҙҙеке кеүек үк ярлы ғаилә - дүрт балаһы менән Өфөгә яҡыныраҡ аҡса эшләргә, Булгаковоға күсергә йыйынды. Мин, ул ваҡытта 16 йәшлек ҡыҙыҡай, әсәйемә улар менән китеремде белдерҙем. Ә әсәйем миңә, барыбыҙ ҙа ҡуҙғалабыҙ, тине. Йыйын әйберебеҙ ике санаға етте - һәм беҙ юлға сыҡтыҡ: ике ғаилә, һәр береһендә дүртешәр бала. Ауылдан киттек тә, Сихонкинола ял итергә туҡталдыҡ. Ҡаршыға бер әбей сығып, ҡайҙа барыуыбыҙҙы һораны. Булгаковоға, аҡса эшләргә, тип яуаплайбыҙ. Ул беҙгә, Булгаковоға алыҫ әле, Йылҡы заводы яҡыныраҡ, унда ла эшсе ҡулдар талап ителә, тине. Өҫтәүенә, йәшәргә урыны ла, паегы ла бирелә икән. Шулай итеп беҙ унда нигеҙләндек. Ике ғаиләгә барак бирҙеләр - дөрөҫөн әйткәндә, барыһына ла оло бер бүлмә ине ул, әсәйем совхозға эшкә сыҡты. Мин 1950 йылда балалар баҡсаһына урынлаштым, ун йыл дауамында балалар ҡараным.
       Шул уҡ 1952 йылда Ғәйнислам менән Фатима өйләнешә. 1956 йылда беренсе улдары тыуа, 1957-лә - икенсе малайҙары, ә 1959 йылда - берҙән-бер ҡыҙҙары яҡты донъяға килә.
       1960 йылда Туҡтамышевтар Өфөгә күсә. Ғәйнислам Сәләхетдин улы хаҡлы ялға сыҡҡансы совхозда - тракторҙа эшләй. Бала саҡтан колхозда эшләгән йылдарын һәм оҙайлы хәрби хеҙмәтен иҫәпкә алмағанда, уның хеҙмәт стажы 33 йыл тәшкил итә. Уның ҡатыны Өфөлә психиатрия дауаханаһында 27 йыл санитарка булып эшләгән. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Туҡтамышевтар бик күп наградалар алған. Икеһе лә "Хеҙмәт ветераны". Ғәйнислам Сәләхетдин улы - Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Фатима Ситдиҡ ҡыҙы "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән.
       Ғәмһеҙ йәшәүгә өйрәнмәгән Туҡтамышевтар, оло булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле лә бер урында ғына ултырмай. Ҡышты Өфөләге ике бүлмәле "хрущевка"ларында үткәрһә, ҡара яҙҙан көҙгә тиклем Архангел районында йәшәй. Тирәкле ауылында өйҙәре һәм - ғорурланыр нәмәләре - рәхәтләнеп баҡса үҫтергән 35 сутый ерҙәре бар. Өҫтәлдең өй аштары - салат, тоҙланған йәшелсәләрҙән, ҡайнатмаларҙан һығылып тороуы аңлашыла...
       Йәйгеһен ололар янына бар ғаилә йыйыла.
       - Оло улым ғаиләһе менән Өфөлә күрше подъезда йәшәй. "Тиҙ ярҙам" машинаһының водителе, ҡатыны - табип. Улар өс ҡыҙ үҫтерҙе. Кесе улымдың ике балаһы - ҡыҙы һәм улы бар. Ә ҡыҙымдың ғаиләһендә йәнә бер ейәнем үҫеп килә, - тип һөйләй Туҡтамышевтар. - Оло ейәнсәремә әле 25 йәш, бүләләр көтәбеҙ, беҙҙең йәштә башҡаларҙың барыһының да бүләләре бар! Хәйер, беҙҙең йәштәш дуҫтарыбыҙ ҡалманы ла инде...
       Андрей Старостин фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал