6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Lumen ҡайтты һәм йөрәктәрҙә ҡалды
06.04.10


       Ниһайәт! Көтөп ала алдыҡ! Рәсәйҙең билдәле рок төркөмдәренең береһе Lumen тыуған ҡалаһында концерт бирҙе. Хәйер, музыканттар үҙҙәре лә яңы программаһы менән тиҙерәк Өфөлә сығыш яһарға хыяллана ине. Һуңғы тапҡыр төркөм концерт менән 2008 йылда килгәйне.
       Шунан бирле Lumen'да күп нәмә үҙгәргән. Уҙған йылдың май айында бишенсе "Тыныслыҡ" альбомы донъя күрҙе. Йыл әйләнәһенә улар альбомдарына иғтибар арттырыу өсөн бөтә Рәсәй һәм яҡындағы сит илдәр буйлап гастролдәрҙә йөрөнө. Күптән түгел яңы "Лабиринт" клибын төшөрҙө. Ҡайҙа, тиһегеҙме, Нью-Йорктың үҙендә!
       Lumen'дың уңыштары тураһында тулыраҡ уның вокалсыһы Рөстәм "Тэм" Булатов һөйләне. Коллектив саундчекта булғансы, ул журналистар менән аралашты.
       - Өфөлә ниңә һирәк сығыш яһайһығыҙ?
       - Сөнки һәйбәт майҙанда уйнарға теләйбеҙ. Концерт ойоштороу менән оҙаҡ ваҡыт ауырлыҡтар булды. Инде йышыраҡ сығыш яһарбыҙ, тип өмөтләнәм.
       - Һеҙҙе ҡайҙа яҡшыраҡ ҡабул итәләр: Өфөләме, әллә башҡа ҡалаламы?
       - Тамашасынан уңдыҡ. Беҙ был һүҙҙәрҙе ҡабатлауҙан туҡтамайбыҙ. Концерттарыбыҙ бер-береһенә оҡшаған. Шулай ҙа бер үҙенсәлеге бар: башҡа ҡалалар өсөн беҙ - уларға 2003 йылдан таныш коллектив. Ә өфөлөләргә беҙ 90-сы йылдар аҙағында ойошторолған төркөм булараҡ билдәле.
       - "Тыныслыҡ" ("Мир") альбомы тураһында һөйләгеҙ әле...
       - Ниһайәт, беҙ уны өфөлөләргә тәҡдим итә алабыҙ! Был альбом бер йыл элек сыҡты. Һәм беҙ был программаны тыуған ҡалабыҙҙа "тере" тауышҡа йырларбыҙ, тип көттөк. Беҙҙең өсөн бик мөһим был. Альбом үҙе, тәү ҡарашҡа, элек эшләгәндәрҙең дауамы ла кеүек, шулай ҙа яңғырашы, күңел торошо буйынса ул яңы. Бындай альбомдың булғаны юҡ әле беҙҙә.
       - Ҡайһы йырығыҙҙы һеҙ уңышлыраҡ тип табаһығыҙ?
       - Был һорауға яуап бирә алмайым. Бар йырҙарым да балаларым кеүек, яратҡан, яратмағаны юҡ. Һәр береһенә күңелемде һалдым.
       - Гастролдәр менән Европа илдәренә йыйынғайнығыҙ...
       - Тур үткән йылдың көҙөндә үтергә тейеш ине. Ләкин көрсөк пландарҙы үҙгәртте. Икенсе илдәрҙең экзотик музыкаһында ҡайғыһы юҡ кешеләрҙең. Шуға ла ойоштороусылар концерттарҙан баш тартты. Иҡтисад тотороҡланғас, шулай ҙа концерттар ойошторорбоҙ, тип ышанам.
       - Концерт турығыҙ тамамлана. Артабан икенсе программа өҫтөндә эшләйһегеҙме?
       - Бөтөнләй үк тамамланмай әле. Тәнәфес алабыҙ, һәм майҙа был программаны йәнә бер аҙ уйнарға иҫәп тотабыҙ. Артабан, ғәҙәттәгесә, ваҡиғалар үҫешенең төрлө варианты бар. Ҡайһы юлдан китеребеҙҙе әлегә һайламағанбыҙ. Һис шикһеҙ, яңы йырҙар яҙасаҡбыҙ.
       - Өфөнөң башҡа музыканттары менән аралашаһығыҙмы?
       - Мөмкинлеккә ҡарап. Беҙ бит һәр ваҡыт юлда.
       - Өфө музыканттарының ҡайһыларын перспективалылар иҫәбенә индерәһегеҙ?
       - Мине тәьҫирләндергән һуңғы эш - "Светотень" төркөмөнөң альбомы. Ул яҡын арала сығасаҡ. Егеттәр уның өҫтөндә оҙаҡ эшләне, эшкә етди ҡараны.
       - "МанифестЪ" төркөмө менән берлектә "Хушлашыу ауазы" йыры сыҡты. Улар һеҙҙе нисек тапты?
       - "МанифестЪ" егеттәре элекке таныштар. Уларҙы беҙ "Funky голоса" төркөмө булған саҡтарынан беләбеҙ. Бергәләп йыр яҙҙырыу тураһында тәҡдим алғас, шәхсән үҙемде был ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Һәйбәт йыр килеп сыҡты. Ижадта миңә һәр төрлө тәжрибәләр ҡыҙыҡлы.
       - Өфөнөң рок хәрәкәте үҫеше тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
       - Ҡалабыҙҙа рок-төркөмдәр сығыш яһарлыҡ һәйбәт майҙандар етешмәй. Әгәр уйнарға урын юҡ икән, рок-хәрәкәт үҫешә алмай. "Тере" концерттар мотлаҡ.
       - Өфөнө яратҡан ҡалағыҙ тип иҫәпләйһегеҙме?
       - Һис шикһеҙ. Бик оҙаҡ ваҡыттан һуң тыуған урамдарҙан үтеүе күңелле...
       - Өфөлә яратҡан урынығыҙ бармы?
       - Өфөлөләр көләсәк, ләкин мин Сипайловоны яратам. Эҫендем.
       - Фанаттарығыҙ һәр саҡ борсола, Өфөнән күсенергә йыйынмайһығыҙмы?
       - Бер ҡайҙа ла йыйынмайбыҙ!
       - "Лабиринт" клибын төшөрөүегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле...
       - Клипты Нью-Йоркта төшөрҙөк. Барыһы ла көтөлмәгәнсә тиҙ килеп сыҡты. Шаршамбыла коллектив менән ниңә Нью-Йоркта клип төшөрмәҫкә, тип һөйләшеп ултырҙыҡ, ә йәкшәмбелә билеттар кеҫәлә ине инде, ә киләһе шаршамбыла беҙ Америкала инек. Клипты режиссер Евгений Курицын төшөрҙө. Беҙ уның менән электән таныш. Эш барышында ҡала менән таныштыҡ.
       Бруклин күперенән Азатлыҡ статуяһына ҡараныҡ, шпилен болоттар йәшергән Эмпайр-стейт-билдинг тирәләй йөрөнөк. Бик сағыу тәьҫораттар ҡалды. Нью-Йоркта йәшәүселәрҙең әҙәплелеге хайран итте. Ихтирамлы мөнәсәбәт менән улар тормоштарын еңеләйтә. Шул тиклем ғәфү үтенеүҙәрҙе мин бер ҡасан да ишеткәнем булманы. Әгәр үҙең һаҡһыҙ боролоп, күршеңә тейһәң дә, һинең урынға улар ғәфү үтенә. Был, бәлки, ихлас күңелдән дә әйтелмәйҙер, шулай ҙа кешеләргә конфликтһыҙ йәшәргә мөмкинлек бирә. Һәм Нью-Йорк, әлбиттә, контрасттар ҡалаһы.
       Журналистарға Тэм концерттағы йырҙарҙың күбеһенең "Тыныслыҡ" альбомынан булыуы, шулай уҡ элекке альбомдарҙан да композициялар башҡарыласағы хаҡында һөйләне. Барыһы ла тап шулай булды. Концерт программаһы ентекле әҙерләнгән. Агрессив һәм хис - тойғоло блоктан һуң талғын ойотҡос композициялар тәҡдим ителде. Тамашасыға дәртләнеп бейергә лә, ял итергә лә форсат булды.
       Башта музыканттар "Тыныслыҡ" альбомының тәүге композицияһын - "Последний шанс"ты башҡарҙы. Яңы тректар араһында шулай уҡ "Лабиринт", "Вся вера и любовь этого мира", "Не надо снов", "Дотянуться до звезды" һәм башҡалар бар ине.
       "Осеннее небо" йырын башҡарыр алдынан Тэм, ҙур үкенес менән, һуғыш тынмаған илдә йәшәүебеҙ тураһында һөйләне. Ул беренсе чечен кампанияһы хаҡында бәйән итеүсе Сергей Говорухиндың "Прокляты и забыты" фильмын хәтергә алды. Һәм тамашасынан оло илдә йәшәүебеҙҙе онотмаҫҡа саҡырҙы, ҡайҙалыр алыҫта, икенсе төбәктә, ниндәйҙер ваҡиғалар бара икән, улар беҙгә лә ҡағыла, тине. Залда дәррәү алҡыштар яңғыраны, һәм тамашасылар Тэмдың йырына ҡушылды:
       Сквозь ухмылку мою, сквозь радостный смех
       Проступают слезами дожди октября.
       Мое сердце знает и помнит о всех,
       Я надеюсь, что это не зря...
       Элекке, тамашасылар яратҡан йырҙарҙан "Шесть миллиардов", "Иди в отмах", "Пора орать", "Хватит!", "Пока ты спал" яңғыраны.
       Ошонан һуң Тэм тамашасыларға рәхмәтен белдерҙе:
       - Шәп концерт өсөн рәхмәт һеҙгә, тап ошондай концерт тураһында хыялланғайныҡ!
       Һәм һуңғы йырын иғлан итте. Бынан һуң музыканттар сәхнәнән төштө, ә халыҡ таралырға уйламаны ла. Улар, туҡтамайынса, һаман ҡысҡырҙы:
       - Тағы! Тағы! Тағы!
       Һәм Lumen йәнә сәхнәлә күренде. Төркөм билдәле йырҙарының береһе "Сид и Ненси"ны башҡарҙы:
       И мы с тобою будем вместе,
       Как Сид и Ненси, Сид и Ненси.
       И ни за что не доживем до пенсии,
       Сид и Ненси...
       Иң аҙаҡтан музыканттар дәртле "Мы с тобой одной крови" йырын йырланы. Көсөн йөҙ процентҡаса сарыф иткәндәре билгеле ине. Lumen'ды ебәрергә теләмәһә лә тамашасы, уларға китергә тура килде. Фанаттарҙың кәйефен күтәреү өсөн Дэн залға барабан таяҡтарын һәм таҫтамалын ырғытты.
       Автор һәм Андрей Старостин фотолары.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал