6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Рәсәй Башҡортостандан өйрәнә
05.04.10


       Нәҫелен дауам итеүгә яуаплылыҡ тойған кеше борон - борондан тормошон тирә-яҡ мөхиттең насар йоғонтоһонан араларға тырыша. Һәм шуға күрә торлаҡ төҙөлөшөнә етди ҡарай. Ләкин оҙайлы ваҡыт файҙаланылырға тейешле йорттар ҙа, ахырҙа, йәшәү өсөн ярашлы булыуҙан туҡтай һәм авария хәлендәге торлаҡ исемлеген арттыра.
       Бынан алда күп ҡатлы йорт төҙөлөп, һеҙҙең күскәнде көтөп ултырһа, шәп тә бит, әммә ысынбарлыҡта барыһы ла киреһенсә. Аңлашылып тора, көрсөк заманында масштаблы төҙөлөшкә аҡсаһын ҡайҙан алаһың...
       Ошо ауыр хәлдән сығыу юлдары тураһында үткән йомала "Аҙ ҡатлы йорттар төҙөүҙе үҫтереү: төбәк тәжрибәһе, дәртләндереү механизмдары, энергетик һөҙөмтәлелекте күтәреү" бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә һөйләнеләр.
       - Ике төп фактор бар - торлаҡ хаҡы һәм граждандар килеме. Шулай итеп, беҙ арзан хаҡҡа мөмкин тиклем күберәк граждандарҙың торлаҡ һатып алыуын теләйбеҙ. Килемдәр, үкенескә күрә - иҡтисад торошо менән туранан-тура бәйле һәм бик яй үҫеүсе инерт характеристика. Уға беҙ йоғонто яһай алмайбыҙ. Ә бына торлаҡ хаҡы - икенсе мәсьәлә. Һәм бына ошоға етди иғтибар йүнәлтеү мөһим, - тине Рәсәй Дәүләт Думаһының бюджет һәм һалымдар буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Александр Коган.
       Торлаҡ хаҡын нисек кәметергә? Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә әллә ҡасандан уҡ уңышлы ҡулланылған ышаныслы һәм һөҙөмтәле инструмент - аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө ярҙамында, әлбиттә. Уның өҫтөнлөктәре күҙгә ташланып тора: йорт ҡыҫҡа арала күтәрелә, үҙҡиммәте түбән, төҙөүсе ойошмалар араһында конкуренция юғары, заказ биреүсе теләктәренә сағыштырмаса еңел яраҡлашырға мөмкин, яңы технологияларҙы тиҙ үҙләштереү мөмкинлеге бар һәм башҡалар.
       - Аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөнә ориентирланып, шул уҡ аҡсаға ике тапҡырға күберәк йорт һалырға мөмкин - һәм был ғәмәлдә раҫлау тапты, - тип аңлата Торлаҡ - коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды - дәүләт корпорацияһы генераль директоры Константин Цицин. - Әле төҙөлөүсе йорттарҙың 55 проценты - эконом класындағы шәхси йорттар. Һәм был күрһәткес артабан үҫә генә барасаҡ. Аҙ ҡатлы төҙөлөштөң бәләкәй һәм урта бизнес көстәре менән ғәмәлгә ашырылыуы үтә мөһим, был Владимир Путин ҡуйған "Торлаҡ-коммуналь системаһына бәләкәй бизнес предприятиеларын йәлеп итеү" бурысына тап килә.
       Аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө төбәктәрҙә әүҙем үҫешә. Һәм быға асыҡ миҫал - Башҡортостан Республикаһы.
       - 2009 йылда башланған "Үҙ йортом" республика программаһы комплекслы шәхси төҙөлөштөң юғары һөҙөмтәле булыуын күрһәтте, - тип билдәләне Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов. - 2009 йылда республикала ике миллион квадрат метр шәхси торлаҡ төҙөлгән, 2008 йыл менән сағыштырғанда был 12 процентҡа күберәк. Күп осраҡта был аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшөндә үҙебеҙҙең стратегиябыҙҙы булдырыуҙан тора, атап әйткәндә: ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында республика законын ҡабул иттек, шәхси йорт төҙөлөшө өсөн ер участкаһын бушлай биреү механизмын әҙерләнек, уңайлы шарттарҙа ташламалы займдар һәм кредиттар мәсьәләһен хәл иттек. Һәм бына һөҙөмтә: әле Шамонинола, Жуково һәм Дорогинола 1600 йорт төҙөлә. Ағымдағы йылда, булған тәжрибә нигеҙендә, беҙ 2600 йортто сафҡа индерергә иҫәп тотабыҙ. Ә биш йыл дауамында - эконом класындағы 10 мең йортто!
       Шуға ла бындай мәртәбәле кәңәшмә үткәреү өсөн тап беҙҙең төбәктең һайланыуы осраҡлы түгел, - тип билдәләне БР Президенты.
       Илебеҙҙә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды эшләй башлауы арҡаһында аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө тағы ла әһәмиәтлерәк күренә. Уҡыусыларҙың хәтеренә төшөрәбеҙ, ул 2007 йылда ойошторолдо, ә уның средстволары ике йыл дауамында төбәктәргә күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонт алып барыуға һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан икенсеһенә күсереүгә йүнәлтелә. Константин Цициндың билдәләүенсә, фондтың маҡсаты ябай - халыҡты алама шарттарҙа йәшәүҙән ҡотҡарыу. Ләкин аҡса етмәгән осраҡта быны нисек үтәргә?
       Яуабы билдәле - аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө ярҙамында. Ысынлап та - төҙөлөшкә ике тапҡырға кәмерәк сығымдар талап ителгән аҙ ҡатлы заманса йорттарға күсермәйенсә, граждандарҙы башҡаса ҡайҙа күсерәһең?
       Тап шуға күрә 2010 йылдың март айында президент Дмитрий Медведев фонд сараларынан финанслауҙың яңы төрөн күҙаллаған законға ҡул ҡуйҙы. Был аҡсаға граждандарҙы икенсе йортҡа күсереү өсөн аҙ ҡатлы төҙөлөш технологияларын ҡулланған төбәктәр дәғүә итәсәк.
       - Ысынбарлыҡта, был аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн стимуллау ул, - тип аңлата Торлаҡ - коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды генераль директоры.
       Дөйөм алғанда "Аҙ ҡатлы төҙөлөшкә" ғариза биргән төбәктәр бер нисә преференция аласаҡ. Беренсенән, теге йәки был муниципаль берәмектә ойошторолған шәхси идара итеү компаниялары иҫәбе, күп фатирлы йорттарҙа милекселәр ширҡәте өлөшө буйынса ҡуйылған талаптар алынасаҡ.
       Йәнә бер өҫтөнлөк бар. Уҙған йылда капиталь ремонт һәм граждандарҙы икенсе торлаҡҡа күсереү буйынса йөкләмәһен үтәмәгән төбәк быйыл аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөнә ғариза бирә икән, уның заявкаһы мотлаҡ ҡәнәғәтләндереләсәк.
       - Был тәңгәлдә энергияны һаҡсыл файҙаланыу мәсьәләһен дә урап үтергә ярамай, - ти Торлаҡ - коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды генераль директоры урынбаҫары Владимир Талалыкин. - Йылыны ике тапҡырға экономияларға мөмкинлек биргән һәр төрлө төҙөлөш алымдары барлығы берәүгә лә сер түгел. Һәм бындай технологияларҙан баш тартыу - енәйәт!
       Әлбиттә, аҙ ҡатлы йорт төҙөүселәргә билдәле талаптар ҙа бар. Мәҫәлән, бындай торлаҡтың квадрат метры 30 меңдән артырға тейеш түгел. Ә иң түбән хаҡы сикләнмәгән.
       Һәм бында Башҡортостандан да алдынғы төбәкте табып булмаҫ, моғайын.
       - Федерацияның бер субъекты ла заманса торлаҡтың квадрат метры 20 мең тороуы менән маҡтана алмай, - тип билдәләй Константин Цицин. - Бар төбәктәргә лә Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнергә тәҡдим итәм. Был өлгө күҙ алдығыҙҙа!

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал