6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

"Тимер аттан" килем алам!
02.04.10


       Ауыл халҡына алтындан ҡиммәтерәк нимә бар? Әлбиттә, техника! Тәүге арала сит илдән килгән ғәҙәттән тыш механизмдар ҙа талап ителмәй. Үҙебеҙҙең тракторҙар, сапҡыстар, тейәгестәр ҙә ярай - хаҡы ғына ҡиммәт булмаһын! Ләкин бына ниндәй бәлә - үҙебеҙҙә етештерлегән техникаға ла ауыл халҡының - финанс ауырлыҡтар сәбәпле, шәхси ярҙамсы хужалығын үҫтерергә ниәтләгәндәрҙең аҡсаһы етмәй.
       Был мәсьәлә республика юғары етәкселегенең күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Халыҡтан ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыу, торлаҡ менән тәьмин итеү, тура субсидиялау - ауылдағы хәл-торошто тамырынан үҙгәртеү өсөн хөкүмәт ниндәй генә сара күрмәне. Хәҙер был ҙур исемлеккә тәүге көндән үк халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған "Шәхси хужалыҡ" программаһы ла өҫтәлде.
       - Барыһы ла 2009 йылдың 12 февралендә Башҡортостан Хөкүмәте менән беҙҙең устав фондына бюджеттан 200 миллион һум бүленгәндән һуң башланды, - тип һөйләй "Башсельхозтехника" дәүләт унитар предприятиеһының лизинг бүлеге начальнигы Илшат Солтанғолов. - Был аҡсаға беҙ ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдарын - тракторҙар, преслау - йыйыусы, тейәгестәр, сапҡыстар, трактор тағылмаларын, һабан, кәбән һалғыс, картуф сәскестәр, һауыу ҡулайламалары һәм башҡаһын һатып алдыҡ.
       Хәҙер был "кәрәк-яраҡтар" халыҡ өсөн уңайлы шарттарҙа бүлеп түләү юлы менән шәхси ихата хужаларына таратыла. Миҫал өсөн, әгәр ауыл хужалығы техникаһының хаҡы 150 меңдән ашмай икән, бүлеп түләү ваҡыты биш йылға иҫәпләнә, 150 меңдән 300 меңгә тиклем - ете йылғаса, 300 меңдән ҡиммәтерәк техниканы ун йылға бүлеп түләү шарты менән алырға мөмкин. Беренсе иғәнә техника хаҡының ун проценты күләмендә индерелә, йыллыҡ ставка техника хаҡының ҡалған өлөшөнә 2,5 процент тәшкил итәсәк. Иғтибар итегеҙ - йылына! Бер банк та техника һатып алыуҙы кредитлағанда бындай шарттар тәҡдим итә алмай.
       Техниканың килешеү төҙөгән ваҡыттағы хаҡының лизинг осоро дауамында үҙгәрешһеҙ ҡалыуы программаның йәнә бер үҙенсәлеге булып тора.
       - 2009 йылда программала ҡатнашыуға 509 ғариза бирелгән, - ти Илшат Солтанғужин. - Быйыл иһә йыл башында 200-ҙән ашып китте. Заявкалар ағымы туҡтамай - көн һайын биш-ун ғариза килә!
       Әммә ләкин барыһының да программала ҡатнашыуға мөмкинлеге юҡ. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтың башлығы ауыл биләмәһенән рекомендация алырға, артабан районда раҫланырға тейеш, бында уның яҙмышын район хакимиәте башлығы хәл итә.
       Шарттар, ысынбарлыҡта, бик ябай. Кешенән шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуын иҫбатлау ғына талап ителә - ере булыуын, мал тотоуын. Һәм бында һыйыр малы иҫәбе (быны ауыл советынан алған белешмә раҫлай), ер участкаһы ҙурлығы (0,3 гектарҙан кәм түгел), шулай уҡ баҙарға сығарылған продукция күләме тураһындағы мәғлүмәт төп роль уйнай.
       Ғариза биреүсе мотлаҡ һалым инспекцияһынан шәхси эшҡыуар булмауы, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт йәки эре крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштормауы хаҡында белешмә килтерергә тейеш. Нимәгә кәрәк һуң был? Барыһы ла аңлайышлы - программа ябай граждандарға ярҙам итеүгә, уларҙың тормошон яҡшыртыуға, яңы эш урындарын булдырыуға һәм ошоға ярашлы, халыҡтың мәшғүллегенә йүнәлтелгән. Ә эш юҡлығы бөгөнгө көндә ябай ауыл халҡының алҡымынан алған.
       - Тап шуға ла беҙ ғаризаларҙы ҡарағанда социаль факторҙарҙы иҫәпкә алабыҙ, - ти Илшат Солтанғолов. - Ҡайһы берәүҙәрҙә дүрт-биш бала, араһында тәрбиәгә алынған балалар ҙа бар. Көн итеүе лә бындай ғаиләләргә ауырыраҡ.
       Дөйөм алғанда, программала ҡатнашыуға төп дәғүәселәр - шәхси ярҙамсы хужалығы берҙән-бер килем сығанағы булған кешеләр. Тәү сиратта, техника финанс хәле шәптән булмаған, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, ярҙамсы хужалығын үҫтерергә һәм уның ярҙамында аҡса эшләргә теләге көслө булған кешеләргә барып етергә тейеш.
       Аҡыллы ғәмәлгә ашырғанда программаның файҙаһы аңлашылып тора. "Эш урындары" һаҡлана, эш хаҡы гарантиялана һәм халыҡтың тормошо яҡшы яҡҡа үҙгәрә, республикаға ла отошло - "етештереүсенән" ит менән һөт арта. Ә ауыл халҡы был турала үҙе нимә уйлай икән?
       - Хөкүмәтебеҙгә ҙур рәхмәт, - тип ҡыуанысын йәшермәй "Шәхси хужалыҡ" программаһы буйынса "Беларус-82" тракторын, һабан һәм тағылма арба алған Буранбай Шәрипов. - Элек колхоз бар ине, теге йәки был техниканы һорап мөрәжәғәт итергә мөмкинлек булды. Ә хәҙер юҡ, ауыл халҡы ҡулһыҙ ҡалды! Бар эштәрҙе лә егеүле транспорт менән башҡарырға тура килә, боронғоса - аттар ярҙамында бесән сабабыҙ, йөк ташыйбыҙ. Бында ниндәй етештереүсәнлек булһын! Шуға күрә трактор беҙгә бик кәрәк.
       Атайым да, ҡартатайым да ауылда йәшәне, - тип һүҙен дауам итә Баймаҡ районы ир-азаматы Буранбай, - шуға ла башҡа төрлө тормош тураһында мин уйлап та бирмәйем. Ләкин эш хаҡыбыҙ, үкенескә күрә, бәләкәй (ҡатыным ашнаҡсы булып эшләй, үҙем шахтала), ярҙамсы хужалыҡ арҡаһында көн итәбеҙ. Һауын һыйырҙары, аттар аҫрайбыҙ. Үҙебеҙ етештергәнде ашайбыҙ - ит, һөт, йомортҡа... Артығын - һатабыҙ. Шулай йәшәйбеҙ!
       Шәриповтарҙың шәхси хужалығы ҙур түгел - ҡатыны менән икеһенә 18 сутый. Өс һыйыр, быҙауҙар, ике бейә, 15 һарыҡ.
       - Хәҙер, техника алғас, хужалыҡты арттырырға ине иҫәп, - тип "БАШвестЪ" менән уртаҡлаша әңгәмәсебеҙ. - Тағы мал һатып аласаҡбыҙ. Ә мал аҙығын үҙебеҙ үҫтерәбеҙ! Эре фермерҙарҙан һораныу ялҡытты - бер тоҡ бойҙай бир, тоҡлап он бир! Өҫтәүенә, ҡиммәт.
       Ысынлап та, яңы техника ярҙамында үҙеңә сәсеп үҫтерергә мөмкинлек бар икән, ниңә уны юғары хаҡҡа һатып алырға?
       Уҙған йылдың көҙө уның өсөн уңышлы булған - хакимиәт өҫтәмә сәсеү майҙаны бүлеп биргән, быйыл әңгәмәсебеҙ унда улы менән бергә эшләргә ниәтләй.
       - Һөрөргә лә, сабырға ла, сәсергә лә мөмкинлек булды хәҙер. Бесән мәле етһә, атайыма ла ярҙам итәсәкмен, ул да һыйыр тота, - тип шатлана Буранбай. - Һуңынан ағайҙарыма ла, апайҙарыма ла, күршеләремә лә - барыһына ла ярҙам итергә кәрәк! Мин бит яңғыҙ йәшәмәйем. Башҡаса мөмкин түгел!
       Бына әле ағайымдың бесәне бөткән (ул күрше ауылда йәшәй), яңы тракторҙа бесән ҡайтарырға ярҙам иттем. Әйтеүе көлкө - яңы машина юлға ҡарағанда күпкә киңерәк, - тип көлә әңгәмәсебеҙ.
       - Айына күпменән түләргә, - тип ҡыҙыҡһына "БАШвестЪ".
       - Бар техника өсөн айлыҡ түләү - ете мең һум тирәһе. Хәлебеҙҙән килер, моғайын!
       Ринат Исҡужин фотоһы.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал