6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Ҡораллы көстәр

Әрмегә китә егеттәр
01.04.10


       2010 йылдың яҙында Башҡортостан 8250 егетте РФ Ҡораллы көстәренә һалдатҡа оҙата. Саҡырыу компанияһы бөгөн, 1 апрелдә, старт алды. Ә бер көн алдан хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, республиканың ҡала һәм райондары хакимиәттәре вәкилдәре һәм башҡа саҡырыу өсөн яуаплы кешеләр уҙған йылға йомғаҡ яһарға һәм быйылғы саҡырыу кампанияһынының үҙенсәлектәрен тикшерергә Өфөлә йыйылды.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың резерв саҡырыу комиссияһының рәйесе Рафаил Диваев һүҙҙе 2010 йылда саҡырылыусы контингенттың дефициты күҙәтелеүенән башланы. Сәбәбе - демографик өҙөклөк, был турала Башҡортостандың хәрби комиссариатында алдан уҡ әйтәләр ине инде. Республикала ла, Рәсәйҙә лә тыуым кәмеүе 1990-сы йылдар башына тура килә. Һөҙөмтә булараҡ - йәштәр бөгөн күпкә кәмерәк, мәҫәлән, үткән 10 йыл менән сағыштырғанда. Миҫал өсөн, 2009 йылда хеҙмәткә саҡырыу йәшенә еткән егеттәр 2001 йыл менән сағыштырғанда 38 процентҡа кәмерәк. Ләкин хеҙмәткә саҡырыу планы киреһенсә арта ғына бара. Был, тәү сиратта, хеҙмәт итеү ваҡытының бер йылға ҡыҫҡартылыуына бәйле. Сағыштырыу өсөн: 2006 йылда, ике йыл хеҙмәт иткән осорҙа, республика армияға 10 меңдән ашыу егетте оҙата, 2007-лә хеҙмәт итеү ваҡыты йыл ярымға тиклем кәметелә, ә саҡырылыусылар һаны 12,5 меңгә тиклем арта, 2008-ҙә бер генә йыл хеҙмәт итергә булғас, Ҡораллы Көстәр сафын 17,5 мең Башҡортостан егете тулыландыра, 2009-ҙа уларҙың иҫәбе 22 меңдән ашып китә.
       Хәрби комиссариат күҙаллауҙары буйынса, кеше ресурстары дефицитының иң юғары нөктәһе 2010-2012 йылдарға тура киләсәк. Ләкин бынан бер юлы барыһын да армияға алырға тырышасаҡтар, тигән һығымта яһарға ярамай. Элеккесә олораҡ йәштәге егеттәргә өҫтөнлөк биреләсәк - күп осраҡта улар хеҙмәтте кисектереүгә хоҡуҡтарын файҙаланып өлгөргән. Юғары белемле егеттәр һәр ваҡыт ҙур һорау менән файҙалана, бигерәк тә бер йыл хеҙмәт итеүгә күскәс, уларҙың тейешле белеме бар, юҡ икән, хеҙмәт барышында кәрәкле материалды тиҙ үҙләштерәсәктәр. Башҡортостан хәрби комиссариатының һәр бүлексәһе алдында - республикала нисә административ район бар, улар ҙа шул сама - бер саҡырыу кампанияһы дауамында 10 процент самаһы юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙы хәрби хеҙмәткә ебәреү бурысы тора. Әммә был бурысты 2009 йылда 12 бүлексә генә үтәгән.
       Дөйөм алғанда хеҙмәткә саҡырыусыларҙың белем кимәле йыл һайын төшә бара, тип үкенес менән билдәләй Рафаил Диваев. Миҫал өсөн, 2009 йылда буласаҡ һалдаттарҙың 3,6 проценты мәктәптә туғыҙ класс тамамлаған. Ә 2008 йылда был һан 2,1 процент тәшкил иткән.
       Йәштәрҙең һаулыҡ торошо ла насарая. Әгәр 2007 йылда медицина критерийҙары буйынса егеттәрҙең хеҙмәткә яраҡлылығы 71,5 процент тәшкил итһә, 2009-ҙа ул 68,7-гә төшкән. Йәштәр күп осраҡта эндокрин, һөйәк-мускул ауырыуҙары, шулай уҡ психикаһы ҡаҡшау менән яфалана. Урындағы саҡырыу комиссиялары яраҡлы тип тапҡан 693 егет Өфөләге Республика йыйылма пунктында контроль тикшереүҙән һуң өйөнә әйләнеп ҡайтҡан. 36 кеше табиптар ҡарары буйынса ғәскәрҙән бороп ҡайтарылған. Бындай кире ҡайтарыуҙар өсөн вице-премьер саҡырыу комиссияларын ҡаты шелтәләргә саҡырҙы.
       Рафаил Диваев туҡталған йәнә бер киҫкен проблема - хеҙмәттән тайпылыусылар. Хеҙмәт итеү ваҡыты бер йылға ҡыҫҡартылыуына ҡарамаҫтан, хәрби хеҙмәттән ҡасып ҡалырға теләүселәр иҫәбе кәмемәй. 2009 йылда 354 кеше хеҙмәттән тайшаныусы тип табылған.
       БР Хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Илдар Баһаутдинов мәктәптәге хеҙмәткә саҡырыуға әҙерлек курсын тәнҡитләп сығыш яһаны, уның әйтеүенсә, был курс хәҙерге заман талаптарына яуап бирмәй. Йәмәғәт ойошмаһынан йәмәғәт-дәүләт ойошмаһына әйләнгән РОСТО-ға (ДОСААФ) ҙур өмөттәр бағлана. ДОСААФ нигеҙендә егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү РФ Хөкүмәте раҫлаған 2020 йылға тиклем граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү федераль системаһы концепцияһында ҡаралған. Рафаил Диваевтың билдәләүенсә, республика Президенты ҡушыуы буйынса әлеге мәлдә Башҡортостанда ла ошондай төбәк программаһы әҙерләнә.
       2008-2009 уҡыу йылында 2,5 мең кеше хәрби белгеслек алған. Яҙғы саҡырыуға план - бер мең ярымға яҡын.
       Хәрби комиссар вазифаһын башҡарыусы уҙған саҡырыу кампанияһының тәүге тапҡыр хәрбиҙәр ҡатнашлығынан тыш үтеүен хәтергә алды. Рәсәйҙә үткәрелгән үҙгәртеп ҡороуҙарға ярашлы һәм Ҡораллы Көстәр хеҙмәткәрҙәренең иҫәбе кәмеүе арҡаһында, илдең хәрби комиссариаттарында бар хәрби вазифалар ҙа граждан вазифаларына алмаштырылған.
       Илдар Баһаутдиновтың билдәләүенсә, яңы сифатында ла хәрби комиссариаттар бурысын теүәл үтәгән. Республика саҡырыу комиссияһы рәйесе менән хәрби комиссар вазифаһын башҡарыусы хеҙмәткә саҡырыу планын һәм саҡырылырға тейешле граждандарҙың иҫәбен алыуҙы камиллаштырыу кәрәк, тигән уртаҡ фекергә килде.
       Фото www. aif. ru сайтынан.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал