6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Ниндәй уҡытыусы яҡшыраҡ?
31.03.10


       Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия - интернатында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2010" төбәк-ара конкурсын асыу тантанаһы үтте. Быйыл педагогтар форумы 63 ҡатнашыусыны йыйған.
       - Конкурс беренсегә генә үткәрелмәй, һәм йыл һайын уның кимәле күтәрелә бара, - тип билдәләне жюри рәйесе, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика институты директоры Әлфис Ғаязов. - Беҙ конкурсҡа Ырымбур, Силәбе, Свердловск өлкәләренән килгән башҡорт теле уҡытыусыларын сәләмләйбеҙ. Быйылғы йылда уҡытыусы ир-егеттәребеҙ ҙә күберәк ҡатнаша.
       Красноусолдан башҡорт теле уҡытыусыһы Азамат Абдуллин ғаилә традицияһын дауам итеп конкурста ҡатнашырға булған. Уҙған йылда форумда үҙенең методик эҙләнеүҙәрен Азамат Шәйғулла улының хәләл ефете Дилә тәҡдим иткән.
       - Мин 15 йыл башҡорт теленән уҡытам, мәктәптә эшләүемә лә 15 йыл, - тип һөйләй конкурсант. - Дәрес уҡыусыларға ҡыҙыҡлы булһын тиһәгеҙ, мотлаҡ сиктәрҙе киңәйтергә кәрәк. Беҙ грамматиканы ғына ятламайбыҙ, мәктәптә һәр төрлө саралар ойошторабыҙ. Телдең рухи мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө булыуын да онотмайбыҙ. Шуға күрә фольклор өйрәнәбеҙ, халыҡ йолалары һәм байрамдарына иғтибарлы ҡараштабыҙ.
       Конкурс программаһы педагог эшмәкәрлегенең һәр йүнәлешен үҙ эсенә ала. Уҡытыусылар "Ижади йөкләмә" һәм "Инновацион тәжрибә күрһәтеү" конкурстарында үҙен күрһәтергә тейеш. Артабан "Мастер-класс", "Халыҡ алдында лекция" һынауҙарын үтәсәк, "Фекер алышыуҙар"ҙа ҡатнашасаҡ.
       - Баһалама ағзалары дәрестәргә ныҡлы иғтибар бирә, сөнки был эш формаһы - уҡытыусы өсөн иң мөһиме, - тип билдәләй Әлфис Ғаязов. - Бөгөн һәр мәктәптә белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсатты үҙ эсенә алған предмет уҡытыуҙың үҫешкән концепцияһы бар. Был концепциялар ҙур ҡиммәткә эйә, һәм беҙ уларҙы тикшереүгә ҡабул итәбеҙ. Мастер-класс - ул тәжрибә уртаҡлаша белеүҙе асыҡ күрһәтеүсе эш формаһы. Педагогтарға тел кимәлен билдәләүсе теоретик эш тә биреләсәк.
       Конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе лә Өфөгә буш ҡул менән килмәгән. Борай районынан Ләйсән Муллағәлиева педагогик тупланмаһын алып килгән.
       - Мәктәптә 12 йыл эшләһәм дә, минең өсөн был предмет сағыштырмаса яңы, - ти Ләйсән Ришат ҡыҙы. - Уҡыусыларым менән бергә үҙем дә уҡыйым, тип әйтергә мөмкин. Минең уйлауымса, башҡорт теле дәрестәрендә инновацион һәм традицион башланғысты берләштерә белергә кәрәк. Миҫал өсөн, беҙ фольклор өйрәнәбеҙ, һуңынан балалар үҙҙәре әкиәт яҙа. Телде өйрәнеү өсөн телмәрҙе үҫтерергә кәрәк. Дәрестәрҙә диалогтар төҙөйбөҙ. Һәм бында мин мәктәп программаһы сиктәренән сығырға тырышам. Әсбапта бирелгән диалогтарҙы ғына өйрәнеп ҡалмайбыҙ. Уҡыусылар тормоштағы хәлдәрҙән сығып диалогтар төҙөй, мәҫәлән, мобиль телефондар магазинында һөйләшеү йәки компьютер темаһына әңгәмә.
       - Тел шәхесте формалаштыра, - тип һүҙгә ҡушыла жюри рәйесе. - Уҡыусыһының кем булып үҫере, үҙенең тарихын, йолаларын хөрмәт итеүе туранан-тура педагогҡа бәйле. Уҡытыусы йылында педагогтар айырата яуаплылыҡ тоя, сөнки уларға һәм уларҙың эшенә иғтибар арта. Төбәк-ара конкурс уҡытыусыларға үҙҙәрен күрһәтеү өсөн генә үткәрелмәй. Бындай форум педагогтарыбыҙ кимәлен бар илгә күрһәтергә мөмкинлек бирә. Ошоға оҡшаш конкурс талантлы Гөлназ Мөхәмәтйәрованы Рәсәй кимәленә сығарҙы. Өфөнөң 141-се мәктәбенән был йәш уҡытыусы Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусылары мастер-класында еңеү яуланы.
       Ләкин конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең уңыштарын түгел, ә уҡыусыларының уңыштарын педагогик ҡаҙаныштарының төп баһаһы тип иҫәпләй.
       - Эшемдә мин инновацион алымдар ҡулланам, - ти республиканың Баҡалы районынан Тәслиә Ғәлиуллина. Тәслиә Инсаф ҡыҙы 30 йылдан ашыу мәктәптә эшләй һәм һуңғы ун йылда балаларҙы башҡорт теленә өйрәтә. - Беҙ телде бер нисә аспектта өйрәнәбеҙ: туған тел булараҡ, дәүләт теле булараҡ. Бары инноватика ғына дәресте уҡыусылар өсөн мауыҡтырғыс итергә мөмкинлек бирә. Уҡыусыларым менән ижад яратабыҙ, хикәйә, әкиәт, шиғырҙар яҙабыҙ, ҡобайыр ижад итәбеҙ. Һөҙөмтәлә минең тәрбиәләнеүселәрем төрлө кимәлдәге конкурстар һәм олимпиадалар еңеүселәре була.
       Форумды ойоштороусылар фекеренсә, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2010" бер нисә ҙур маҡсат ҡуя.
       - Беренсенән, конкурс - ул уҡытыусы өсөн стимул, һөнәри яҡтан үҫешкә этәргес бирә - тип һөҙөмтә яһай профессор Ғаязов. - Икенсенән, конкурс уҡытыусылар эшенең сифатын күтәрергә булышлыҡ итә. Ә беҙҙең республикала ғорурланырлыҡ уҡытыусылар бар, конкурс һөҙөмтәһендә улар тағы ла артасаҡ.
       Мирон Доровских фотоһы.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал