6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Мәкерҙән селпәрәмә килгән мөхәббәт
30.03.10


       Уҙған ял көндәрендә БР Дәүләт академия рус драма театрында аншлаг менән "Маскарад" спектакленең премьераһы үтте. Лермонтовтың пьесаһын өфөлөләр Игорь Селин ҡуйылышында күрҙе. Рус һәм сит ил классикаһына новаторҙарса ҡарашы менән билдәле булған Санкт-Петербург режиссеры Өфө театралдарында ла, һис шикһеҙ, үҙенең тамашасыны аптыратыу һәләте менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Игорь Селин төп нөсхәгә мөмкин тиклем һаҡсыл ҡараған һәм автор тексын үҙгәрешһеҙ ҡалдырған, ләкин материалды тамашасыға еткереүҙә айырата ҡыйыулыҡ, ныҡышмалылыҡ күрһәткән.
       Өфө спектакле өсөн Игорь Селин Лермонтовтың "Маскарад" драмаһының өс билдәле редакцияһын - цензура менән тыйылғанын, "Маскарад" исеме аҫтындағы хрестоматиялы вариантын һәм һуңғыһы - "Арбенин"ды берләштереп, әҫәрҙең режиссер вариантын әҙерләгән. Евгений Арбенин менән Нинаның XIX быуат романтизмына хас тарихы "Маскарад"тың яңы ҡуйылышында XX быуат модерны менән үрелеп бирелә. Яңылыҡ һулышы Александр Дубровин менән Ирина Лебедева ижад иткән (икеһе лә Санкт-Петербургтан) декорацияларҙа һәм костюмдарҙа, Мәскәү балетмейстеры Артур Ощепков тәҡдим иткән хореографияла һәм XX быуат башында Александр Глазунов яҙған классик музыка менән хәҙерге заманса техно стилендәге музыка ҡушылмаһынан ғибәрәт музыкаль биҙәлештә лә асыҡ һиҙелә.
       "Маскарад"та Рус драма театрының труппаһы тулы составында ҡатнаша. Артистарҙан тыш спектаклгә Өфө тамашасыһына "Голубая камея" мюзиклынан таныш театр балеты ла йәлеп ителгән. Музыкаль спектаклдән һуң "Маскарад" та иң күләмле проект исеменә дәғүә итә, сөнки спектакль дауамында сәхнәгә 60-тан ашыу кеше сыға.
       Хәҙер кәрттәрҙе асып, кәрт уйынының ахыры кеүек яҙмыштары алдан билдәһеҙ булған төп геройҙарҙы һанап сығайыҡ. Арбенин ролен БР-ҙың халыҡ артисы Александр Федеряев башҡара, кенәз Звездич - Вячеслав Виноградов, баронесса Штраль - БР-ҙың атҡаҙанған артисы Айгөл Шакирова, Казарин - БР-ҙың атҡаҙанған артисы Валерий Гриньков, Шприх - Сергей Басов, Нина - Ирина Звягина. Евгений Арбениндың хәләл ефете роленә Игорь Селин актерлыҡ белеме булмаған кешене ҡуйған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ирина Звягинаның "Голубая камея" мюзиклында кенәз ҡатыны Тараканова партияһын башҡарыуын күргән тамашасы был юлы ла яңы амплуала уның оҫталығын баһаланы. Нина ролендә лә йәш актрисаға моңло тауышы ярҙам итте, рояль оҙатыуында ул романс йырланы. Лермонтов драмаһында иң һуңғы актта ғына сәхнәгә сығыусы Билдәһеҙ режиссер Селин спектаклдә иһә төп геройҙарҙың береһенә әйләнде. Бында ул бар сәхнәләрҙә лә ҡатнаша. Башта ҡурҡыныс битлектә көмөрө кәрлә булып, артабан һоро, күҙгә күренеп бармаған костюмда күләгә кеүек Арбенин артынан ҡалмаған кеше образында күренә. Һәм, ниһайәт, иң ахырҙа сағыу ут яҡтыһында, ҡасандыр үҙен ярлылыҡҡа төшөргән, үтенестәренә ҡолаҡ һалмаған, уйнап отолғандан һуң өҫтәмә мөмкинлек бирергә теләмәгән Арбенин өҫтөнән аяуһыҙ хөкөмсө булып сәхнәгә сығып баҫа. Билдәһеҙҙе БР-ҙың атҡаҙанған артисы Тимур Ғарипов уйнай.
       Ялҡынлы, дәртле һәм бер үк ваҡытта аяуһыҙ ҙа Арбенин ролендә артист Александр Федеряев. Көнсөллөгөнән ул барыһын да ҡырып вата һәм бәхетен дә селпәрәмә килтерә. Аҡылынан яҙған тормош иптәше ҡулынан Нина һәләк була - Арбениндың берҙән-бер саф мөхәббәте. Көнләшеү тойғоларынан арыныр өсөн Арбенин уны теге донъяға оҙата. Ләкин һөҙөмтәлә унан да ауырыраҡ хистәргә тарый. Сөнки, бик һуң асыҡланыуынса, Арбенин алдында Нинаның бер гонаһы ла булмай - барыһына ла эргә-тирәләгеләрҙең аҫтыртын мәкер-хөсөттәре сәбәпсе.
       Баронесса Штраль - Айгөл Шакированың героиняһы - бал - маскарадта Нинаның юғалтҡан беләҙеген таба. Ул уны үҙенеке итеп күрһәтә һәм кенәз Звездичҡа бүләк итә. Кемдер (Шприх, Казарин, Билдәһеҙ) нимәлер ишетә, күрә, белгәндәрен тура килтереп, тикшереп ҡарай, үҙенсә йомғаҡ яһай, һәм интрига тамыр йәйә. Хәҙер ни бары бер һүҙ әйт һәм ул детонатор кеүек бар тыныслыҡты, һил тормошто селпәрәмә килтерәсәк.
       "БАШвест"ҡа интервьюһында Игорь Селин артистарҙан сағыу, ысынбарлыҡта була торған тойғолар талап ителеүен билдәләгәйне. Хис - тойғолар өйөрмәһендә быны эшләүе еңел булмаһа ла, Рус драма театры артистарының уйыны бер ҡуйыусы режиссерҙы ғына түгел, тамашасыны ла ышандыра алды.
       Игорь Селин әйтеүенсә, сценография һәм костюмдар - спектакль өсөн һәйбәт ҡушымта ғына, төп герой - артистар. Шулай ҙа спектаклдең тышҡы күренешенә һоҡланыуҙан башҡа һүҙ әйтерлек түгел. Рәссамдар тойғоларҙың ҡатмарлы гаммаһын өс төп төҫкә айырған - аҡ, ҡара/һоро (көмөш төҫ, вариация кеүек). Биҙәлештә иң йыш осраусы форма - шаҡмаҡ. Иҙән - аҡлы - ҡаралы сатраш майҙаны кеүек, кейемдәр ҙә аҡлы-һороло ромб төшөрөлгән туҡыманан тегелгән. "Маскарад"ҡа төҫлө костюмдарҙа күмәк сәхнәлә ҡатнашыусы бейеүселәр генә сағыулыҡ, күләмлелек бирә.
       Хис-тойғолар ташып торған "Маскарад"та декорациялар ҙа айырым тормош менән йәшәй һымаҡ. Өҫтән сәхнәгә колонналар һәм оло ҡыҙыл өсмөйөш төшә. Спектакль дауамында ваҡыты менән артҡы планда сәхнәнән ҡара шар тәгәрәп үтә. Ул барыһын да иҙә - кеше яҙмыштарын, хәл-ваҡиғаларҙы. Йәки гигант маятник моделенең бер өлөшө булараҡ тамашасыға математика өлкәһенән түгел, ә кешеләр мөнәсәбәтендәге маятник тирбәлеүе тигеҙләмәһен хәл итергә тәҡдим итеүсе әсбапҡа әйләнә. Был мәсьәгә тәғәйен бер генә яуап та юҡ, сөнки залда күпме тамашасы бар - фекерҙәр ҙә шул сама. Ә һеҙҙең быға ҡарашығыҙ нисек булыр?
       Фото Дәүләт академия рус драма театрынан алынды.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал