6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Башҡортостан: йыһаздар баҙарына етештереүселәр талап ителә
14.04.04


       Йорт йыһаздарын, күңелгә ярағанса, йыш алмаштырыу тураһын да беҙгә, бөтә нәмәгә дефицит булған осорҙа тәрбиәләнеүселәр гә, хыял итеү тәтемәйҙер, күрәһең. Шуға ла яңы йыл байрамы а лдынан фатирҙарынан ялҡытҡан иҫке йыһаздарынан тәҙрә аша ғы на ҡотолған итальян халҡын беҙгә аңлауы ҡыйын.
       Әммә нисек кенә булмаһын һуңғы йылдарҙа дефицит тигән ним ә онотала бара. Һәм баҙарҙа береһенән - береһе матур йорт йы һаздары пәйҙә була башланы. Баҡтиһәң, "ғүмерлеккә" алынған м ебелгә лә мода бар. Күптән түгел республикабыҙ башҡалаһында "мебель. Интерьер. А ғас эшкәртеү -2004" күргәҙмәһендә миңә РФ Сәнәғәт министрлы ғы эргәһендәге "Ағас сәнәғәте комплексының дәүләт фәнни үҙә ге"генең художество советы ағзаһы Вячеслав Васильев менән о срашырға тура килде.
       Уның һүҙҙәре буйынса, бөгөн илебеҙҙең ағас комплексы ағас
       материалдарын тәрән үҙләштереүҙе төп йүнәлеш итеп ала. Рәсм и статистика буйынса, бөгөн илебеҙҙә йорт йыһаздары етештере ү кимәле бик түбән. Белгестәр, был мәғлүмәттәр ысынбарлыҡҡа
       тура килмәй тип иҫәпләй. Улар еткергән һандар буйынса беҙҙә
       уртаса бер кеше башына 12 евролыҡ йыһаз етештерелә. Ә инде
       Америка Ҡушма Штаттарында йәки башҡа алдынғы Европа илдәрен дә был һан уртаса 300 - 400 евро кимәлен тәшкил итә.
       Илебеҙ төбәктәрендә йорт йыһаздарын етештереү буйынса үҙ ли дерҙары бар. Үҙәк регион, әлбиттә, был йәһәттән рекордсмен б улып тора. Халыҡтың йәшәү кимәле юғарыраҡ булған һайын, һора у ҙа күтәрелә. Шуға ла Төмән өлкәһендә һорау юғарыраҡ. Ә беҙ ҙең республикала һорау етештереү кимәленә ҡарағанда өс - д үрт тапҡырға юғарыраҡ. Тимәк, мебель баҙарын үҙләштерергә те ләк булғандарға юл асыҡ.

Элвира Латыпова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал