6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Уҡытыусылар үҙгәрештәргә әҙер
29.03.10


       350 яңы белем биреү учреждениеһы төҙөлгән, инновацион мәктәптәр, һәләтле балалар һәм иң яҡшы уҡытыусыларға ярҙам итеү системаһы булдырылған, мәктәп селтәрҙәре оптималләштерелгән, бар уҡыу йорттары ла интернет селтәренә тоташтырылған - ошо һәм башҡа төрлө үҙгәрештәр Башҡортостандың мәғариф системаһында һуңғы туғыҙ йыл эсендә булып үткән. IX БР Уҡытыусылар съезынан һуң тап шул сама ваҡыт үткән. Мәғариф системаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһарға ла ваҡыт. Ошо маҡсаттан беҙҙең республикала педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең Уҡытыусы йылына арналған унынсы, юбилейлы съезын ойошторорға ҡарар ителгән.
       Өфөлә үтәсәк ҡорға бар республиканан, шулай уҡ Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәләренән, Удмуртия һм Татарстандан 600-ҙән ашыу делегат килде. Шулар араһында мәғариф идаралығы органдары, дәүләт белем биреү учреждениелары, мәктәптәрҙәге ата-әсәләр комитеты, попечителлек советы, юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттары вәкилдәре, шефлыҡ итеүсе ойомалар етәкселәре, педагогик хеҙмәт ветерандары бар ине. Улар барыһы ла мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт алырға тырышты һәм хеҙмәттәштәре менән теләп тәжрибә уртаҡлашты.
       - Беҙ съезға күптән мохтаж инек, - ти "БАШвест"ҡа Өфөнөң 118-се мәктәбе директоры Лариса Бочкарева. - Уҡытыусыларҙың һуңғы арала мотлаҡ хәл итеүҙе талап иткән әллә күпме һорауы тыуҙы. Илебеҙҙә Уҡытыусы йылы үткәрелеүен дә иҫәпкә алғанда, был съезд күп нәмәне аңларға һәм беҙҙең бар һорауҙарыбыҙға ла яуап табырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
       - Артабан беҙ ниндәй юҫыҡта үҫешергә һәм мәғариф системаһын нисек камиллаштырырға кәрәклеген бергә хәл итер өсөн йыйылыштыҡ, - тип журналистар менән фекерен уртаҡлашты Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин. - Беҙ был ҡор сиктәрендә бөгөнгө көн ауырлыҡтарын хәл итергә иҫәп тотабыҙ. Үкенескә күрә, улар бик күп. Лайыҡлы уҡытыусылар быуыны әҙерләү беҙҙең уҡыу йорто өсөн төп бурыс иҫәпләнә. Беҙ педагогик белемдең киләсәге өсөн борсолабыҙ һәм беҙ, педагогик кадрҙар иң элек профилле педагогик юғары уҡыу йорттарында әҙерләнергә тейеш, тигән фекеребеҙҙе уртаҡлашҡандары, хуплағандары өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенә рәхмәтлебеҙ. Һәм әлеге ваҡытта Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә республика педагогик белем үҙәген ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителеү өҫтөндә.
       Уҡытыусылар ҡоро программаһы ике көнгә билдәләнгән. Кесаҙна, 25 мартта, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Башҡорт мәғарифты үҫтереү институтында форумдың практик өлөшө үтте - тематик секциялар эше ойошторолдо. Бар секциялар ҙа бер үк ваҡытта үткәрелде. Ҡайһы йүнәлештең үҙҙәре өсөн мөһим булыуыу билдәләп, педагогтарға береһен генә һайларға тура килде.
       - Беҙҙең райондан 13 педагог килдек, - тине беҙҙең баҫмаға Туймазынан балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Ольга Сафонова. - Һәр беребеҙ үҙен ҡыҙыҡһындырған теманы һайланы. Мине уҡытыуҙың яңы алымдары ҡыҙыҡһындыра, бында етәрлек мәғлүмәт алырмын, тип өмөтләнәм. Һуңынан мотлаҡ съезд эшен тикшереп, хеҙмәттәштәребеҙ менән яңылыҡтар буйынса фекер алышасаҡбыҙ.
       - Уҡытыусылар ҡорона берҙән-бер төп маҡсат менән - "Беҙҙең яңы мәктәп" проекты тураһында күберәк белергә килдем, - тине Стәрлетамаҡ районының Рощинский ауылы мәктәбе директоры Алмаз Сәлимйәнов. - Мине был проекттың бар төп йүнәлештәре лә ҡыҙыҡһындыра. Сөнки әлегә уның тураһында мәғлүмәт бик аҙ.
       - Мин мәғарифты модернизациялауға арналған секция эшендә ҡатнаштым, - тип тәьҫораттары менән бүлешә Өфөнөң 118-се урта мәктәбе директоры Лариса Бочкарева. Был минең өсөн көнүҙәк тема. Мәғариф өлкәһендә хәҙер глобаль үҙгәрештәр бара бит. Беҙҙең башланғыс кластар уҡытыусыһы Елена Коршина иһә яңы быуын федераль дәүләт мәғариф стандарттары темаһына үткән секцияла сығыш яһаны. Эш шунда, беҙҙең мәктәп яңы быуын стандартын индереү буйынса 16 республика эксперименталь майҙансығы исемлегенә индерелгән. Беҙҙә был эксперименттың нисек ткәрелеүе хаҡында һөйләнек.
       - Ауыл мәктәптәре педагогтарында тыуған һорауҙар республика кимәлендә хәл ителергә тейеш, - тип иҫәпләй Күгәрсен районы Мораҡ ауылының 1-се мәктәбенән математика уҡытыусыһы Альбина Лысова. - Шуға күрә район уҡытыусылары менән был ҡорға шатланып килдек. Күгәрсен районынан ете делегат һайланғайны. Бар секцияларҙа ла ҡатнаштыҡ. Мине һәләтле балалар менән эшләү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра, шуға ла "Беҙҙең яңы мәктәп" проектының төп йүнәлештәренә арналған секция эшендә ҡатнаштым.
       "БАШвестЪ" та "Беҙҙең яңы мәктәп" проекты сиктәрендә һәләтле балалар менән эшләүгә арналған тематик секция эшендә ҡатнашты. Асыҡланыуынса, был йүнәлеш беҙҙең республикала әүҙем үҫешә. 30-ҙан ашыу белем биреү технологияһы һәм алымдары, Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусылары төҙөгән 400 автор программаһы практикала ҡулланыла. Республика мәктәптәрендә 250-нән ашыу эксперименталь майҙандар эшләй, һәр береһенең мәғариф системаһы үҫеше өсөн әһәмиәте бар. Ә һәләтле балалар менән эш республиканың, дөйөм алғанда Рәсәйҙең дә, мәғариф сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
       - Ил иҡтисадын һәләтле, юғары белемле белгестәр модернизацияларға тейеш, - тип иҫәпләй Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Тарих һәм хоҡуҡ белеме институты директоры Гөлнара Обыденнова. - Шуға күрә бөгөн педагогтарҙың бурысы - тирә-яҡ мөхиттәге үҙгәрештәргә тиҙ яуап бирергә, төплө ҡарарҙар ҡабул итергә һәләтле ижади шәхестәрҙе формалаштырыу. "Беҙҙең яңы мәктәп" проекты һәләтле балаларҙы эҙләү, ярҙам итеү һәм күҙәтеп барыу өсөн күп тармаҡлы системаны булдырыуҙы күҙаллай. Был система тулы ҡеүәтенә эшләмәй әле. Ниндәйҙер төбәктә был процесс етеҙерәк барһа, ҡайҙалыр иһә - яй. Һәләтле балалар менән эш - күп планлы, ҡатмарлы. Һәм урындарҙа ул төрлөсә хәл ителә. Беҙҙең бурыс - төрлө белем биреү учреждениелары тәжрибәһен дөйөмләштереп, дөйөм бер стратегияны формалаштырыу.
       Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының махсус педагогика кафедраһы мөдире Татьяна Чуйкова мәктәп уҡыусылары интеллекты мониторингы һөҙөмтәләрен килтерҙе. Йыйылған мәғлүмәт буйынса һигеҙенсе класс уҡыусыларының интеллектуаль үҫеш кимәле иң юғарыһы булыуы асыҡланған. 11 класҡа табан был күрһәткес түбән тәгәрәй. Өҫтәүенә, күрше төбәктәр уҡыусыларынан айырмалы, беҙҙең республика уҡыусыларының интеллект кимәле үҫеше буйынса ныҡ айырылыуы асыҡланған.
       - Һәләтле уҡыусыларға ярҙам итеү, шулай уҡ һәр баланың һәләтен асыу һәм үҫтереү системаһын булдырыу мөһим, - тип билдәләне Әлшәй районы Раевка ауылы 4-се мәктәбенең уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары Рима Вәлиәхмәтова. - Беҙҙең мәктәп педагогтарының тырышлыҡтары уҡыусыларҙың сифатлы әҙерлегенә йүнәлтелгән. Һәләтле балаларға махсус иғтибар бирелә. Ауыл мәктәбендә уҡыусыларҙың өҫтәмә белем алыуға мөмкинлектәре бик аҙ булғанға күрә, беҙҙең мәктәптә дистанцион белем биреү системаһы ойошторолған - был интернет һөҙөмтәһе.
       Тематик секциялар эше тамамланғандан һуң уҡытыусылар резолюция тултырҙы, унда белем биреү системаһын модернизациялау буйынса үҙҙәренең тәҡдимдәрен индерҙе. 26 мартта БР уҡытыусылары съезының пленар өлөшөндә секциялар эшенә йомғаҡ яһалды һәм педагогик форумдың дөйөм резолюцияһы ҡабул ителде.
       Уҡытыусылар ҡороноң пленар ултырышында БР Президенты Мортаза Рәхимов та ҡатнашты.
       - Белем биреү практикаһын яҡын киләсәктә тамырынан үҙгәртергә кәрәк, - тип билдәләне ул. - "Беҙҙең яңы мәктәп" милли стратегияһын индереү тураһында һүҙ алып барам. Уҡытыусыларҙы ҡайтанан уҡытыуҙы ваҡытында башҡарыу, яңы мәғариф программаларын һәм әсбаптар әҙерләү мөһим. Милли - төбәк компоненты мәсьәләһе лә асыҡ ҡала. Бер нимәгә ҡарамаҫтан, 14 туған тел уҡытылған, рус милләтенән булмаған дүрттән өс өлөш уҡыусыға туған телен өйрәнергә мөмкинлек биргән уникаль милли мәғариф системаһын һаҡлап алып ҡалыу мөһим. Ҡала һәм район үҙәктәрендәге милли гимназия һәм лицейҙарҙы һаҡларға, туған тел уҡытыусыларын әҙерләү системаһын камиллаштырырға кәрәк.
       Президент шулай уҡ ауыл мәктәптәренең ябылыуына алып килгән белем биреү учреждениелары селтәрен оптималләштереү проблемаһына ла иғтибар йүнәлтте, уҡыусыларға өҫтәмә белем биреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам темаһына ла ҡағылды.
       - Педагогтарға ярҙам итеү өсөн өҫтәмә саралар күреләсәк, - тип ышандырҙы Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Атап әйткәндә, педагогик кадрҙар буйынса яңы программа әҙерләнгән. Ул педагогтар тормошон яҡшыртыу, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү, йәш педагогтарға социаль гранттар индереү буйынса саралар комплексын үҙ эсенә ала.
       - Мәктәптә ниндәй үҙгәрештәр башҡарылһа ла, һәр яңы идея, һәр башланғыс башында уҡытыусы тора, - тип өҫтәне БР Мәғариф министры Зиннәт Аллаяров. - Беҙҙең, педагогтарҙың, йәмғиәткә лә, дәүләткә лә кәрәкле булыуыбыҙҙы хәтерҙән сығарырға ярамай, ә йәмғиәт менән дәүләт мәғариф үҫешенә һәм педагог абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән шарттарҙы артабан да булдырасаҡ. Беҙҙең ҡор - педагогтарҙы берләштереүсе ҡеүәтле фактор. Ул бик йөкмәткеле, һәм уның эшендә әүҙем ҡатнашыу һәр беребеҙ өсөн файҙалы булғандыр, тип ышанам!
       Андрей Старостин фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал