6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Премьер көрсөккә ҡаршы саралар тураһында отчет бирҙе
26.03.10


       Бар йәһәттән дә ҡатмарлы булған 2009 йылда Башҡортостанда хаҡтарҙың һәм инфляция кимәленең үҫешенә юл ҡуйылмаған, эш урындары һаҡланған, шулай уҡ бар социаль йөкләмәләр ҙә тулы күләмендә үтәлгән. Был турала кисә республика Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашлығында үткән Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев белдерҙе. Хөкүмәттең уҙған йылдағы эшмәкәрлеге тураһында тулы отчетты Сарбаев ике аҙна элек Хөкүмәттең киңәйтелгән ултырышында тәҡдим иткәнгә күрә, был юлы ул көрсөккә ҡаршы сараларға ғына туҡталды.
       2009-2010 йылдарҙа уларҙы ғәмәлгә ашырыуға дөйөм алғанда 157,6 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.
       Ярайһы ҙур өлөшө был сараларҙың сәнәғәт предприятиеларына ярҙамға тәғәйенләнгән. 2009 йылда Башҡортостан ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн урындағы етештереүселәрҙән 840 миллион һумға автобустар, үҙбушатҡыстар, янғын һүндереү цистерналары һәм башҡа төрлө техника һатып алынған. Әлеге ваҡытта 2010 йылға автотранспорт саралары һәм коммуналь техника һатып алыуға федераль бюджеттан субсидия бүлеү тураһында республика Хөкүмәте менән РФ Төбәк үҫеше министрлығы араһында килешеү әҙерләнә.
       Республика бюджетынан сеймал һәм ҡорамалдар һатып алыуға средстволар бүленгән, Хөкүмәт предприятиеларға кредиттар алыуҙа ла ярҙам күрһәткән.
       Дәүләт ярҙамының өҫтөнлөклө йүнәлеше - агросәнәғәт комплексы. Һуңғы ике йылда ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрен республика бюджетынан тура субсидиялау өс тапҡырға артҡан һәм 2009 йылда 4,76 миллиард һум тәшкил иткән. Дөйөм алғанда агросәнәғәт комплесы үҫешенә бюджеттан һигеҙ миллиард һум бүленгән - был капитал һалыуҙарҙан һәм ауыл ерендә юлдар төҙөүҙән тыш.
       Уҙған йылда республикала "Шәхси ихата" шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы программаһы старт алды. Уға ҙур өмөттәр бағлана. Бөгөн Башҡортостанда 500 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнә, ауыл хужалығында етештерелгән продукцияның 65 проценты уларҙың өлөшөнә тура килә. Социаль программала граждандарға техника хаҡының 10 проценты күләмендә беренсе иғәнә индереп, биш - ун йылға бүлеп түләү юлы менән лизинг буйынса таратыу өсөн техника һәм ҡорамалдар һатып алыу ҡаралған.
       2009 йылда агролизинг схемаһы буйынса крәҫтиәндәр республика ҡаҙнаһы иҫәбенә 60 процентҡа арзанайтыу юлы менән 215 трактор һәм 485 берәмек башҡа төрлө техника һәм ҡорамал һатып алған. Шәхси хужалыҡтар алған кредиттарҙың проценттарын ҡаплау өсөн төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан 118 миллион һум аҡса бүленгән. Ярҙамсы хужалыҡтар етештергән продукция күләме 10 процентҡа артҡан һәм 65,4 миллиард һум тәшкил иткән.
       Ағымдағы йылда был программаны ғәмәлгә ашырыу дауам итәсәк, малсылыҡҡа һәм етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын һатыуға етди иғтибар биреләсәк.
       Халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә республика етәкселеге өсөн өҫтөнлөклө булып ҡала. Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, 2008 йыл менән сағыштырғанда Башҡортостанда сафҡа индерелгән торлаҡ күләме кәмемәгән. 2008 йыл менән сағыштырғанда бюджет инвестициялары бер ярым тапҡырға артҡан. 2010 йылда төҙөлөш темпын һаҡлау бурысы тора, быға квадрат метры 10-14 мең һум менән иҫәпләнгән эконом класындағы аҙ ҡатлы йорттар төҙөүҙе күҙаллаған "Үҙ йортом" маҡсатлы программаһын ғәмәлгә ашырыу ҙа булышлыҡ итә. Һәм был, РФ Төбәк Үҫеше министрлығы баһалауынса, Башҡортостанда торлаҡтың бер квадрат метры 27800 һум тәшкил иткәндә. Быйыл "Үҙ йортом" программаһы нигеҙендә Өфө тирәләй ике меңдән ашыу йорт төҙөләсәк. Артабан БР Хөкүмәте был программаға бар республиканы йәлеп итергә һәм алдағы биш йыл эсендә төҙөләсәк йорттар һанын 10 меңгә еткерергә ниәтләй.
       Башҡортостан шулай уҡ 2002-2010 йылдарға иҫәпләнгән "Торлаҡ" федераль маҡсатлы программаһының "Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү" ҡушымтаһын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыуға һайлап алыу конкурсында еңеп сыҡҡан. 128 миллион һум күләмендә федераль финанслауҙан тыш 258 миллион һум аҡса республика бюджетынан бүленгән, был 2009 йылда 436 йәш ғаиләгә сертификаттар тапшырырға мөмкинлек биргән.
       Шулай уҡ уҙған йылда 396 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, 2010 йылдың ғинуар-февралендә 2005 йылдың 1 мартына тиклем сиратҡа баҫҡан йәнә 36 ветеран яңы йортҡа күскән. Етәкселәрҙең планында мохтаж ветерандарҙың барыһын да комфортлы торлаҡ менән тәьмин итеү.
       Төбәктең ун меңдән ашыу халҡы капиталь ремонт һәм иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙан яңыһына күсереү арҡаһында торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
       Раил Сарбаев 2010 йылдың 22 мартында 2010-2012 йылдарға иҫәпләнгән "Ғаилә" республика программаһы раҫланыуы хаҡында белдерҙе. Ғаилә ҡиммәте йәмғиәттең төп институты булыуын йәмәғәтселек аңында нығытыу һәм балалы ғаиләләргә социаль ярҙам өлкәһендә дәүләт гарантияларын тәьмин итеү уның төп маҡсаты иҫәпләнә.
       Республикала бер миллион ярым ғаилә иҫәпләнә. Шуларҙың 15 меңе ауыр тормош шарттарында булыуы арҡаһында иҫәпкә алынған. Был ғаиләләрҙә 31 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Бынан тыш, республикала 19 мең етем бала йәшәй. "Ғаилә" мәсьәләләрен хәл итеүгә 2010 йылда 20 миллиард һум бүленәсәк.
       Һүҙ ыңғайы, 2009 йылда Башҡортостанда 25 мәктәп, ете ауыл мәҙәниәт йорто, һигеҙ дауахана корпусы, өс физик тәрбиә корпусы, бер япмалы һырғалаҡ, хеҙмәт ветерандары һәм инвалидтарға ике корпус сафҡа индерелгән. Бюджеттан тыш сараларға ике бассейн, өс спорт комплексы, 42 хоккей ҡумтаһы, 41 спорт майҙансығы төҙөлгән.
       Республикала инновацион эшмәкәрлеккә һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бирелә. 2009 йылда төбәктә Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Мәләүездә алты технопарк һәм технологиялар трансферы үҙәге ойошторолған. Бик ҙур сумма - 1,8 миллиард һум, 2008 йыл менән сағыштырғанда 20 тапҡырға күберәк, бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 1100 субъекты дәүләттән финанс ярҙамы алған. Ағымдағы йылда бизнесҡа ярҙам республика программаһын ғәмәлгә ашырыуға шундай уҡ сумма бүленәсәк.
       Премьер-министр билдәләүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙең инвестицион яҡтан уңайлы ун төбәк исемлегенә ингән, ә "Инвестициялауҙа минималь иҡтисади хәүеф" номинацияһында беренсе урын алған. 2009 йылда төбәк иҡтисадына төп капиталға 140 миллиард һум инвестициялар һалынған.
       Дөйөм алғанда Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай ултырышының көн тәртибендә 50-гә яҡын һорау ине. Депутаттар бер нисә закон проектын ҡараны - атап әйткәндә, өсөнсө уҡыуҙа "БР дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәрен профессиональ яҡтан ҡайтанан әҙерләү,
       квалификацияһын күтәреү һәм стажировка", "Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында", "БР ер мөнәсәбәттәрен көйләү", "Урындағы үҙидара органдарына ғаиләгә баланы тәрбиәгә биргәндә бер тапҡыр түләнә торған пособие тәғәйенләү һәм түләү буйынса дәүләт вәкәләттәре биреү" кеүек биш закон проектына үҙгәрештәр индереү ҡаралды. 16 закон проекты икенсе уҡыуҙа һәм һигеҙ закон проекты бер уҡыуҙа ҡаралды.
       Башҡортостан парламентарийҙары шулай уҡ РФ Һыу кодексының бер өлөшөнә күлдәрҙе федерация субъекттары милкенә тапшырыу кеүек үҙгәреш индереү инициативаһы менән сығыш яһаны.
       Бынан тыш, депутаттар 14 мартта өҫтәмә һайлауҙа еңгән яңы хеҙмәттәштәрен сәләмләне, һәм яңы мировой судъяларҙың ете кандидатураһын раҫланы.
       Олег Яровиков фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал