6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Иҫәп буйынса бала табалар
25.03.10


       Әсәлек капиталын алыу өсөн генә, табиптар тыйыуын инҡар итеп, сәләмәтлегендә төҙәтеп булмаҫлыҡ тайпылыш күҙәтелгән баланы табырға яраймы? Дәүләттән аҡсалата ярҙам алғандың иртәгәһенә үк бындай баланы ҡарау һәм тәрбиәләүҙе шул уҡ дәүләткә йөкмәтергәме? Эйе, шулай ҙа була икән.
       Әсәлек капиталын алғандан һуң ата-әсәләрҙең балаһынан баш тартыу осраҡтары илебеҙҙең һәр төбәгендә күҙәтелә. Рәсәйҙә тотороҡһоҙ иҡтисади хәл торошонда бының әхлаҡи нормаларға һыйышлымы - түгелме икәнен тикшереп тормайым. Кемдер бындай оятһыҙлыҡҡа иҫе китер, әлбиттә, ә кемдер бөтөнләй ғәжәпләнмәҫ. Һәр хәлдә, быға һәр кеше үҙ күҙлегенән сығып баһа бирә.
       - Был мәсьләлә менән беҙҙә ҙур ҡыйынлыҡтар бар, - тине журналистарға бәпесләүгә ярҙам итеү төбәк хеҙмәтенең уҙған йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауға арналған осрашыуҙа БР Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова. - Сөнки ҡатын әсәлек капиталын алыуҙы планлаштырып ҡуйған һәм уға бала сәләмәтлегендә күҙәтелгән тайпылыштар арҡаһында йөклөлөктән ҡотолорға тәҡдим итеүҙәре менән ризалашыуы еңел түгел. Барыһы ла аңларға теләмәй беҙҙе. Дәүләткә, үҙенең ғаиләһенә өҫтәмә яуаплылыҡ һалыуын белә тороп, ҡатындар бындай баланы таба.
       Күптән түгел мин Рәсәй Педиатрҙары конгресынан ҡайттым, - тип дауам итте министр урынбаҫары, - унда тап ошо мәсьәлә күтәрелде. Әсәлек капиталы өсөн бала табыусылар күп, һәм әле, сертификат алғас та, ауырыу балаһынан баш тартҡан осраҡтар бар. Әхлаҡи яғы мәсьәләнең ситтә ҡала...
       Тәрән социаль көрсөк, үкенескә күрә, ғаиләнең матди хәленә генә түгел, милләттең әхлағы, әҙәплелегенә лә ҙур йоғонто яһаған. Социаль-иҡтисади, сәйәси тормоштоң тотороҡһоҙлоғо шарттарында, балалар иҫәбе кәмегәндә иң бәләкәй йәштәге социаль етемдәр һаны арта. Был осраҡта бала табыу йортонда ташлап ҡалдырылған балалар хаҡында һүҙ бара.
       Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңыраҡ аноним анкета формаһын әҙерләне һәм ҡулланылышҡа индерҙе. Ул бала табыу йортонда балаһынан баш тартҡан ҡатындар менән тултырыла. Ретроспектив анализ буйынса 2004 йылдан 2009 йылға тиклем, йәғни биш йыл эсендә, республиканың бала табыу йорттарында 1240 ҡатын сабыйын ҡалдырған. Йылына уртаса 248 "кәкүк" тура килә. Уҙған йылда, Аллаға шөкөр, уларҙың иҫәбе 158-гә тиклем кәмегән.
       Бындай ҡатындар араһында һорау алыу үткәреү социаль факторҙар комплексын баһалап, бындай хәүеф төркөмөндәге ҡатындарҙы бала табыуға тиклем асыҡлау тора. Һорауҙарға яуаптарҙы анализлау һөҙөмтәһендә "кәкүк"тең социаль портреты төҙөлгән: ул йәш (25 йәшкә тиклем), урта йәки урта һөнәри белемле, кейәүҙә түгел, эшһеҙ, шул уҡ мәлдә социаль статусы һәм матди хәле яҡшырған осраҡта бала тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә алыу ихтималлығын да инҡар итмәй.
       - Ә был һан ҡурҡыуға һала - 46 процент ҡатындар бер ниндәй ярҙамдың да ҡарарын үҙгәртә алмауын билдәләй, - ти Рәлиҙә Шакирова. - 46 процент - ул бик ҙур. Беҙ маҡсатлы эш алып барабыҙ, һәм уҙған йылда "кәкүк әсәләрҙең" аҙайыуы үҙе үк һәйбәт күрһәткес. Бында әсәлек капиталы ла ҙур роль уйнай, әлбиттә. Ләкин шул уҡ мәлдә ошо уҡ 46 процент уцларға был осраҡта әсәлек капиталының йоғонтоһо булмауы хаҡында һөйләй.
       Хәҙерге ваҡытта республикала дөйөм алғанда 415 урынға иҫәпләнгән өс Сабыйҙар йорто бар, улар Өфөлә, Белоретта, Стәрлетамаҡта урынлашҡан. Унда дүрт йәшкә тиклемге балалар йәшәй.
       Нимәһе ҡыҙыҡ, Белорет балалар йортонда 60 тәрбиәләнеүсенең алтауһы ғына ҡыҙ, ҡалғандары - малайҙар...
       - Бында шуны ла өҫтәргә кәрәк, - тип һүҙгә ҡушылды БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш акушер - гинекологы Александр Афанасьев, - әсәлек капиталы ғына түгел, кеше аңына баланың әсәй менән йәшәргә тейешлеген һеңдереү мөһим. Гендер тәрбиә кәрәк, һәм уны балалар баҡсаһынан башлау әһәмиәтле, сөнки бөгөнгө балалар - ул буласаҡ ата-әсәләр. Бер ҡасан да балаһын ташлау тураһында уй тыумаһын. Заманында әсәһе ташлап киткән ҡыҙҙарҙың күбеһенең киләсәктә "кәкүк әсәгә" әйләнеүе фәнни яҡтан иҫбатланған. Шуға күрә педагогтар менән, хәйер, бар йәмғиәт менән, тип әйтһәк дөрөҫөрәк булыр, был йүнәлештә маҡсатлы эш алып барылырға тейеш. Әле генә "Ғаилә" программаһы ҡабул ителде, минең уйлауымса, күпмелер дәрәжәлә ул да юғалған ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙергә булышлыҡ итәсәк.
       Фото www. tiensmed. ru сайтынан.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал