6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Һуғыш тамамланырын, мотлаҡ еңеребеҙҙе белә инек
24.03.10


       Бөгөнгө героинябыҙ менән "БАШвест"тың даими уҡыусылары күптән таныш. Бер йыл элек беҙ Өфөләге иң тәжрибәле автоһәүәҫкәр Мәрйәм Васильева тураһында яҙғайныҡ инде: 85 йәшендә лә пенсионер ханым машинала йөрөүен дауам итә, уның водитель стажы яҡын арала 45 йылға тула! Бынан Мәрйәм Хәйрулла ҡыҙының хеҙмәт стажы ғына күберәк, ул 48 йылды тәшкил итә, һәм, әлбиттә, ғаилә тормошо тәжрибәһе. 1950 йылда өйләнешеп, Васильевтар 59 йылға яҡын никахта йәшәгән. Быйыл 7 апрелдә бриллиант туйҙарын билдәләрҙәр ине, ләкин уҙған йылдың февралендә Мәрйәм Хәйрулла ҡыҙы тол ҡалған. Хәләл ефете Петр Яковлевич ҡатынынан ярты йылға йәшерәк, ул 84 йәшен тултырмайынса яҡты донъянан киткән.
       - Петр һуғышты үткән, десантсы булған, һуңынан ғүмере буйы эшләне, 79 йәшендә генә хаҡлы ялға сыҡты. Һуңғы көнөнә ҡәҙәр үҙ аяғында йөрөнө, барыһын да үҙаллы башҡарҙы, бик йүнсел кеше ине. Бына аш бүлмәһендәге шкафтың тотҡаһын ғына ҡуйып өлгөрмәне. Мин шуның өсөн оҙаҡ игәнем: ҡасан эшләйһең? ниңә оҙаҡҡа һуҙаһың? Ә хәҙер үҙемде әрләйем - ни эшләп маҙаһыҙланым икән? - тип көйөнә Мәрйәм Хәйрулла ҡыҙы, ул бөгөнгө яҙмабыҙҙа уникаль водитель итеп түгел, ә хеҙмәт ветераны һәм фронтовик ҡатыны булараҡ һүрәтләнәсәк. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең геройыбыҙ тылда хеҙмәт итә, ә уның буласаҡ тормош иптәше фронтта яуҙа ҡатнаша.
       Беҙ шул йылдарҙағы тормошо хаҡында һөйләүен үтенгәс, Васильева ризалашты - уға журналистар менән әңгәмәләшергә өйрәнергә түгел. "БАШвест"та уҙған йылда баҫылған яҙма ҙур резонанс алды, һәм Мәрйәм Хәйрулла ҡыҙын хәҙер Өфөнөң ЮХХДИ инспекторҙары менән күршеләре генә түгел, урындағы гәзит һәм телеканалдарҙың аудиторияһы ла таный. Васильева руль артына бөгөн ҙур һаҡлыҡ менән ултырыуын да әйтте:
       - Журналистарҙы ҡыйын хәлдә ҡалдырырға теләмәйем, - тип аңлата быны сал сәсле ханым.
       Үткән осрашҡаныбыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар эшен башҡарырға күңеле ятмауы хаҡында әйтһә лә, минең килеүемә ул котлеттәр эшләгән, бәлеш һалған ине. Бала саҡтан ул шуҡ-шаян булған, һәр ваҡыт малайҙар менән уйнаған - шул саҡтан уҡ "ир-егеттәр" шөғөлө менән мауығыу йоҡҡандыр ҙа әле. Машиналар яратыуын ғына алайыҡ, ул бит водитель оҫталығына алыҫ 1960-сы йылдарҙа уҡыған, ул заманда руль артына һирәк ҡатын-ҡыҙ ултырған, хәйер, автомәктәптә лә Васильева берҙән-бер гүзәл зат булған. Уның хеҙмәт биографияһына ла "ирҙәр" характеры хас.
       Мәрйәмгә 16 йәш булғанда һуғыш башлана. Был ваҡытта ҡыҙ мәктәптә уҡый, ләкин уҡыуҙы ҡалдырып, фронттағыларҙы барыһы менән дә тәьмин итер өсөн заводҡа эшкә төшөргә тура килә.
       - Беҙ Өфөлә, Нижегородкала йәшәнек, ғаиләлә биш бала инек, мин иң кесеһе, - тип һөйләй әңгәмәсем. - Ололар фронтта китте, мин иһә әсәйем менән ҡалдым, ул 50-нән үткәйне инде. Йәштәштәрем менән фанера комбинатына эшкә төштөм һәм һуғыш йылдарында электрик булып эшләнем - бар бағаналарҙы ла йөрөп сыҡтым!
       Электриктар курсына барған 15 ҡыҙҙан бары ул ғына был һөнәргә тоғро ҡала. Ир-егеттәр колективында берҙән-бер гүзәл зат өсөн "тырнаҡтарҙы" ла махсус заказ буйынса яһатырға тура килә - улар ҡыҙҙың бәләкәй аяҡтарына үлсәп эшләнә.
       - Һуғыш йылдарында беҙ тәүлек әйләнәһенә заводтан ҡайтып инмәнек. Сменаһынан һуң ғаиләлеләр өйөнә ҡайтһа, беҙ, төп эште тамамлағас, урман тейәлгән вагондарҙы бушатырға йөрөнөк, махсус ебәрелгән һалдат кейемдәрен йыуҙыҡ, - тип дауам итә әңгәмәсем. - Ауыр булды беҙгә, әлбиттә, ныҡ ауыр, ләкин быныһы әле ҡурҡыныс түгел - беҙ үлемде, пуляларҙы күрмәнек. Ә Петя бит һуғыштан салланып ҡайтты - ыҫмалалай ҡара сәс менән киткәйне, ҡайтҡанда сәсе аҡ...
       Петр Васильев 1942 йылда 17 йәшендә фронтҡа китә. Буласаҡ ҡатыны менән улар бала саҡтан таныш була, бер класта уҡыйҙар, һәм бәләкәйҙән бер-береһен оҡшаталар. Шулай ҙа һуғышҡа тиклем аңлашмайҙар, кәләш менән кейәү ҙә иҫәпләнмәйҙәр, хат та алышмайҙар, Мәрйәм хатта кейәүҙә лә булып өлгөрә. Әммә Петр 1950 йылда һуғыштан һуң резервта хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ғашиҡтар башҡаса айырылышмай. Шул йылда уҡ туй яһайҙар, 1951 йылда оло ҡыҙҙары Маргарита, 1956 йылда кинйәләре Марина тыуа.
       - Ике ҡыҙыбыҙ ҙа аҡыллы, - тип ғорурланып һөйләй Мәрйәм Хәйрулла ҡыҙы. - Гел "бишле"гә уҡынылар, һәйбәт белем алдылар, эшкә урынлаштылар, кейәүгә сыҡтылар, балалары бар. Олоһо Ҡазанда йәшәй. Ире менән өс ул тәрбиәләнеләр, хәҙер улар ҙур инде, эшкә төштөләр. Кинйәбеҙ ире һәм улы менән Германияла йәшәй.
       Мәрйәм Хәйрулла ҡыҙы кинйә ҡыҙында ҡунаҡта булыуы тураһында ла һөйләне. Петр Яковлевич менән улар Берлинға 1999 йылда бара.
       - Рейхстагҡа экскурсияға барҙыҡ. Реконструкциянан һуң саҡ асылғайны, унда инергә теләүселәрҙән оҙон сират теҙелгән. Ләкин наградаларыбыҙҙы күргәс, ветерандар булараҡ беҙҙе сиратһыҙ үткәрҙеләр. Германияла беҙҙең ветерандарға ҙур хөрмәт менән ҡарайҙар. Хәйер, беҙҙә лә онотмайҙар ветерандарҙы. Иремде ана нисек ҙурлап ерләнеләр, һалдаттарса, пенсияны ваҡытында алып киләләр - яңғыҙ әбей өсөн суммаһы әҙ түгел, йәшәргә етә, ә 2008 йылда һуғыш ветераны булараҡ иремә ҡала властары машина бүләк итте - "Жигули" - етенсе модель.
       Ошо машинала йөрөй бөгөн Мәрйәм Хәйрулла ҡыҙы. Унан алдағы 1991 йылда һатып алынған бишенсе моделдәге автомобилде һатырға тура килгән.
       - Яңыһына тиҙ өйрәндем, - тип һөйләй беҙҙең героиня. - Әммә йылдар үткән һайын руль артына ла һирәгерәк ултырам. Шулай ҙа оло булыуым арҡаһында йыл һайын үткән медицина тикшереүе быға рөхсәтен биреп тора. Бына журналистар ҙа иғтибары менән иркәләтеп бөттө - хәҙер уларға минең өсөн ауыр һүҙ тейеп ҡуймаһын, тип ҡурҡам. Хәләл ефетемә зыяратҡа йөрөйөм дә, балыҡ ҡармаҡларға сығам. Беҙ Петя менән балыҡ тоторға яраттыҡ, Өфөнөң барлыҡ һыу ятҡылыҡтарын да урап сыҡҡанбыҙҙыр әле. Ирем менән һәр ваҡыт бергә йөрөнөк. Бер-беребеҙҙе нисек яратыуыбыҙҙы әле генә аңлайым һымаҡ...
       Тормошо тураһында хикәйәләүҙәрен Мәрйәм Хәйрулла ҡыҙы ғаилә архивынан документаль таныҡлыҡтар менән нығыта. Хаттар, фотоһүрәттәр, гәзиттәрҙән ҡырҡып алынған статьялар - барыһы ла бөхтә итеп йыйыштырылып ҡуйылған.
       - Бына оло ҡыҙым, - тип альбом биттәрен аҡтара әңгәмәсем. - Маргарита һәр ваҡыт етди ҡыҙ булды, ә ниндәй һылыу! Ә быныһы кинйәбеҙ: йыраҡта йәшәһә лә, минең турала барыһын да белә - бына яҙмағыҙҙы ла иғтибар менән уҡыр әле! Ә бында Петя тураһында яҙғандар - ул хаҡлы ялға сыҡҡансы "Гидравлика"ла эшләне, фотоһы "Почет таҡтаһынан" төшмәне. Ә бына быныһы мин - бағана башында! Әйтәм бит, бар бағаналарға ла менеп төштөм! Әллә ҡасан булһа ла, бөгөнгө кеүек хәтерҙә. Ауыр булды, ләкин беҙҙе дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү һәм еңеүгә ышаныс ҡотҡарҙы. Һуғыш тамамланырын, еңәсәгебеҙҙе белә инек, көн һайын радионан "Соинформбюро" яңылыҡтарын тыңланыҡ һәм еңеү хәбәрен көттөк - башҡа бер нимә лә кәрәкмәй ине беҙгә...
       Андрей Старостин фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал