6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Уйынсылар һәм интригасылар "Маскарад"та йыйыла
23.03.10


       Был уикендта БР Дәүләт академия рус драма театры сәхнәһендә "Маскарад" спектакленең премьераһы үтә. Лермонтовтың билдәле драмаһын өфөлөләр Петербург режиссеры Игорь Селин ҡуйылышында күрәсәк. "БАШвест"ҡа эксклюзив интервьюһында классик әҫәрҙәргә заманса ҡарашлы режиссер яңы спектаклде әҙерләү барышы хаҡында һөйләне.
       "Маскарад" пьесаһына Селин беренсегә генә мөрәжәғәт итмәй. 2003 йылда режиссер был драма буйынса спектаклде Санкт-Петербургтың Александринский театрында ҡуя, 2004-тә - Киевта Леся Украинка исемендәге Милли рус драма академия театрында, 2009-ҙа Башҡортостандың рус драма театрынан хеҙмәттәшлек итеүгә тәҡдим ала.
       - Мин яңы эшкә һәр ваҡыт шатланып ризалашам, яңы коллектив, яңы ҡалалар ҡыҙыҡһындыра. Өфө тураһында күп ишеткәнем булды, шуға ла килергә теләнем. Рус драма театры етәкселеге менән тәүҙән үк классика ҡуйырға килештек. Башта икенсе әҫәр тураһында һүҙ бара ине, һөҙөмтәлә Лермонтовтың пьесаһын һайланыҡ, был дөрөҫ фекер, минеңсә. Был пьесаға мин өсөнсөгө мөрәжәғәт итәм инде һәм уның тәрәнлеген, тағы нимәләр алып булыуын аңлай барам. "Маскарад" спектакле өҫтөндә ун йыл элек эшләй башлағайным, архивтарҙа ултырып, был пьеса ҡуйылышы менән бәйле бар нәмәне өйрәндем. Минең уйлауымса, уның өҫтөндә сикһеҙ ваҡыт эшләһәң дә, әйләнгән һайын яңынан-яңы асыштар яһарға мөмкин.
       Лермонтовтың "Маскарад" драмаһының өс редакцияһы бар. Иң беренсеһе цензура менән тыйылған, икенсеһе, беҙ белгәне, хрестоматия иҫәпләнгәне - "Маскарад", өсөнсөһө, һуңғы варианты, - "Арбенин" исеме менән билдәле. Өфө спектакле өсөн мин өс редакцияны ҡушып, махсус спектакль әҙерләнем. Өфөлөләр өсөн йәнә бер яңылыҡ, - тип дауам итә Игорь Селин, - бында труппа тулы составында ҡатнашасаҡ. Драматик спектакль өсөн күләме ҙур. Сәхнәлә 60 кеше, өҫтәүенә балет артистары - масштаблы проект.
       - "Маскарад" нигеҙендә авторҙың баш ҡала йәмғиәтен баһалауы һәм шәхес проблемаһы хаҡында уйланыуҙар ята. Заманында Грибоедовтыҡы кеүек үк, киҫкен кире ҡараш. Ләкин унан айырмалы Лермонтов уйланыуҙарын реалистик комедия планында түгел, ә романтик планда тормошҡа ашырған. Һеҙҙең "Маскарад" ниндәй жанрға ҡарай?
       - Минең уйлауымса, бөгөн жанрҙы бер һүҙ менән генә билдәләргә ярамай. Хәҙерге театр - ул актерҙар уйыны, музыка, пластика, тауыш, сценографияның синтезы. Бөгөн театрҙа ошондай комплексы ҡараш кәрәк. Мин бер ҡасан да стиль тураһында уйламайым, стиль - ул кеше.
       - Һеҙҙең "Горе от ума" спектакле алты номинацияла "Алтын битлек" премияһына тәҡдим ителгән. Киң мәғлүмәт сараларында иһә был әҫәр буйынса төрлө фекер яңғыраны. Хәйер, һеҙҙең бар эштәрегеҙ ҙә төрлөсә ҡабул ителә.
       - Был бит бик шәп! Фекерҙәр бер төрлө икән, насар был - йә әрләйҙәр, йә маҡтайҙар ғына. Мейерхольд әйткәнсә, әгәр зал икегә бүленгән икән, тимәк, спектаклдә айыҡ фекергә урын бар.
       - Һеҙ Виктюк театрында эшләнегеҙ, һәм журналистар һеҙҙе был режиссерҙың шәкерте тип атаны. Уларҙың фекере менән ризалашаһығыҙмы?
       - Мин Роман Виктюк театры менән хеҙмәттәшлек итәм, унда өс спектакль ҡуйҙым. Ихтирам итәм, яратам был театрҙы, сөнки, минең уйлауымса, был замана театры һәм ул заман эстетикаһында эшләй. Минең улар менән бергә эшләгән эштәрем һүҙ һәм пластика синтезынан ғибәрәт. Бындай синтетик театрҙы ҡабул итәм. Ә уҡыусылыҡҡа килгәндә, быны журналистар түгел, тарих хәл итергә тейеш. Театрға килеп, бер үк режиссерҙың, бер үк артистар уйнаған, шул бер үк пьесаның 128 меңенсе тапҡыр ҡуйылғанын күрәһең... Халыҡ быны Станиславский буйынса ҡуйылған, ә улар - уның уҡыусылары, ти. Миңә көлкө. Һәр режиссерҙың, әгәр ул ысынлап та режиссер икән, үҙ алымы, үҙ һүҙе бар, һәм бер кешенең спектаклен икенсеһенеке менән бутауы мөмкин түгел. Шуныһы ҡыҙыҡ та. Ә индивидуаллеге булмаған спектаклдең мәғәнәһе лә юҡ.
       - Улай булһа, теманы дауам итәйек. Махсус һеҙҙән һорар өсөн бер баҫманан күсереп алдым. "Игорь Селиндың классик әҫәрҙәргә тамашасыны таң ҡалдырырлыҡ, авангард ҡарашы бар", - тип яҙғандар. Һеҙ стилегеҙ тураһында үҙегеҙ нимә уйлайһығыҙ?
       - Театрҙа барғанға минең үҙ ҡарашым бар. Һуңғы биш-алты йылдағы эштәремде анализлап, шуны асыҡланым - классика йыйынтығы килеп сыҡҡан икән. Лермонтов, Грибоедов, Шекспир, Боккаччо, Пушкин, Гоголь һәм башҡалар. Ниңә тап ошо авторҙар ҡыҙыҡһындыра, тиһегеҙме? Улар мәңгелек темаларҙы күтәрә. Әгәр һин классика менән кеше йөрәгенә үтеп инә алһаң - ул заман әҫәренә әйләнә. Ә авангардҡа килгәндә, 17-се йылда Февраль революцияһы барғанда Мейерхольд "Маскарад"ты ҡуя, Петербургтың бомонды зиннәтле тиреләрҙә, бриллианттар менән Александринка театрында ултыра... Ул да авангард әҫәр эшләй. Глазуновтың махсус ошо спектаклгә яҙылған музыкаһы ла заманы өсөн авангард иҫәпләнә. Йөҙ йылға яҡын ваҡыт үтте, һәм беҙ уны хәҙер классика тип ҡабул итәбеҙ. Авангард - ул заманына тура килеү, театр өсөн бик мөһим был. Театр - ул бөгөнгө көн менән йәшәүсе сәнғәт.
       - "Горе от ума" спектаклендә һеҙ пьеса тексына XIX-XX быуат шағирҙарының шиғырҙарын да индергәйнегеҙ. "Маскарад"та ла ошоға оҡшаш нәмә буламы?
       - Юҡ. "Маскарад"та быны эшләргә кәрәкмәй, тип иҫәпләйем. Эш шунда, "Горе от ума" әҫәрендә спектаклдең формаһы талап итә быны. Рус шағирҙарынан тыш, Рембо, Верлен кеүек француз шағирҙарының әҫәрҙәре лә күп унда. Грибоедовтың тексы - француз менән Түбәнге Новгород теле ҡушылмаһы, бар Рәсәй ул заманда француз телендә һөйләшкән. Француз теле беренсе һаналһа, рус теле - икенсе, Грибоедов шунан көлә лә инде. Ә "Маскарад"та эштәр башҡаса.
       - Шулай ҙа Рус драмтеатры артистары француз теленән һәм бейеү буйынса дәрестәр ала. Ә "Маскарад" драмаһы уйын залындағы сценанан башлана, ҡомарлы уйындарға өйрәттеләрме?
       - Бының менән ҡатмарлыҡтар тыуҙы. Уйын йорттары ябылғанға күрә, был өлкәлә үҙ эшенең оҫталарын табыуы ҡыйын. Александринкала спектакль ҡуйғанда беҙгә крупьелар үҙҙәре килә торғайны, үҙебеҙ ҙә казинола булдыҡ, барыһын да ентекләп өйрәндек. Хәҙер былар тыйылған.
       - Режиссер һәм кеше булараҡ, һеҙҙе "Маскарад" нимәһе менән йәлеп итә?
       - Лермонтов пьесаһында мине иң элек кеше мөнәсәбәттәре ҡыҙыҡһындыра, әлбиттә. Һөйөүҙең гәлсәр кеүек селпәрәмә килергә әҙер тороуы, йылдар дауамында төҙөлгән кеше мөнәсәбәттәрен бик тиҙ һәм еңел емерергә мөмкин булыуы. Мин ысын тойғоларҙы асып һалырға теләйем. Хис-тойғо өйөрмәһен шартына килтереп күрһәтеүе актерҙарға еңел түгел, ләкин уларҙың һүҙҙәре ихлас күңелдән, йөрәктән сығырға тейеш. Шул саҡта ғына Лермонтов драматургияһы заманса яңғырай. Бына ошо мөһим миңә. Төп репетициялар декорацияларҙан тыш үтте. Сәхнәлә йүгереп йөрөү кәрәкмәй, күңел ижады - бына нимә ҡыҙыҡһындыра мине.
       - Сәхнәлә артист - тамашасы иғтибарын тотоусы энергия аккумуляторымы?
       - Һис шикһеҙ. Театрҙа иң мөһиме - артистар. Ә башҡаһы - төп ашамлыҡҡа һөйбәт гарнир кеүек. Был турала оноторға ярамай. Эйе, "Маскарад"та костюмдар, ҡатмарлы декорациялар күп буласаҡ, ләкин артистар был тарихты кеше күңеленә үтерлек итеп дүрт ултырғыс менән дә уйнай ала, ә тамашасы илай икән, тимәк, беҙ дөрөҫ эшләгәнбеҙ.
       - Һеҙ байтаҡ театрҙар менән хеҙмәттәшлек иттегеҙ, уртаҡ телде тиҙ табаһығыҙмы?
       - Еңел булмай. Мин билдәле бер эстетикала эшләп өйрәнгәнмен, был йылдарҙа театрға үҙ ҡарашым да барлыҡҡа килгән. Башта артистарҙы, һуңынан бар театрҙы ошо минең моделемә, театр һәм әҫәрҙе минең күҙлектән баһалауға алып килеүҙә тора бар ҡатмарлыҡ. Бер үк коллективта икенсе, өсөнсө спектакль ҡуйғанда иһә, барыһы ла еңелерәк. Ә тәүге спектаклдәр һәр ваҡыт ауыр бирелә, ләкин был мине ҡурҡытмай. Уйлауымса, актерҙар өсөн дә бындай тәжрибә мөһим. Улар эштә бәләкәй кеше булырға һәм өйрәнеүҙән ҡурҡмаҫҡа тейеш. Барыһын да белгән артист - ул үлем, тигән һүҙ, уға артабан юл юҡ, ул барыһын да үтеп бөткән. Актер өйрәнергә һәм режиссер тәҡдим иткән яңы шарттарҙы ҡабул итергә тейеш, сөнки төрлө спектаклдәрҙе бер үк манерала, бер төрлө уйнарға ярамай - был дөрөҫ түгел.
       - Һеҙ Өфөлә тәүге тапҡыр. Баш ҡаланың мәҙәни тормошо менән танышырға өлгөрҙөгөҙмө?
       - Көнө буйы репетицияламын, бик һуң ғына парк буйлап йөрөргә сығам. Рус драма театрынан башҡаһын ҡарарға мөмкинлегем булманы әле, ләкин был сәхнәлә - ҙур репертуар. Бик шәп пьесалар бар. "Луна и листопад" спектакленән тәьҫирләнеп сыҡтым, хәрби тематика менән бөтөнләй бәйле булмаған йәштәр шул тиклем уны нескә тоя. Режиссерҙар, актерҙар эше һоҡландырҙы, тәрән мәғәнәле спектакль.
       - Һәм һуңғы һорау. Әлеге ваҡытта Өфөлә балалар китабы һәм уҡыуы фестивале үтә. Халыҡ китап, шул иҫәптән классика уҡыһын өсөн, һеҙҙеңсә, нимә эшләргә кәрәк?
       - Әҙер рецебы юҡ. Бер осраҡты һөйләйем әле. Интернетта мәктәп уҡыусыһы класс менән театрға барыуы хаҡында яҙа. Грибоедовты уҡымаған була, ләкин, спектаклде күргәс, шул тиклем оҡшата һәм уның комедияһын мотлаҡ уҡып сығырға теләй. Был панацея түгел, әлбиттә, шулай ҙа... Театр - ул кеше мөнәсәбәттәре моделе, донъя моделе һәм унда халыҡ, бәхеткә күрә, ниндәйҙер яңылыҡ, бығаса белмәгән нәмәһен асыҡларға килә. Әгәр театр был функцияны үтәй икән, тимәк, бәлки, кемдер һәйбәт спектаклдән һуң китабын да уҡырға теләр.
       Фото БР Дәүләт академия рус драма театрынан алынды.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал