6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Түҙемлегең етмәйме? Милекселәр ширҡәте төҙө!
22.03.10


       Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ялҡауҙар һәм бушты-бушҡа ауҙарыусылар булмаһын ине! Уларҙың урынын үҙ эшенең оҫталарына бирергә! Шулай ҙа һәр теләген кеше үҙаллы бойомға ашыра ала. БР Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министры Ғеман Әсәҙуллиндың Сауҙа тармағы, халыҡты көкүреш хеҙмәтләндереүе һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан яһаған сығышынан һуң тап ошондай һығымта яһарға мөмкин ине.
       - 2009 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын модернизациялауға ғына республикала миллиард ярым аҡса сарыф ителде, - тип һөйләй министр. - Торлаҡ - коммуналь система туҙған, әлбиттә, ләкин! Рәсәй Федерацияһы менән сағыштырғанда был күрһәткес беҙҙә уртаса биш-алты процентҡа кәмерәк.
       Дөйөм алғанда был өлкәлә хәлдәр торошо тотороҡло булып ҡала: 2009 йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары 28 миллиард һумға хеҙмәтләндереү күрһәткән, был 2008 йыл менән сағыштырғанда ете процентҡа күберәк. ТКХ предприятиеларының дөйөм килеме 254 миллион һум тәшкил иткән.
       - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу мәсьәләһендә беҙ нимәгә өлгәштек һуң? Бөгөн ТКХ шундай кимәлгә еткән, был урындан кирегә юл юҡ, - тип билдәләне Ғеман Әсәҙуллин. - Хеҙмәт сифаты күтәрелгән, зыянға эшләүсе предприятиелар иҫәбе кәмегән. Күп осраҡта был хеҙмәт баҙарына шәхси идара итеү компаниялары килеүе менән бәйле. Сер түгел, үҙгәртеп ҡороуҙар башланғанға тиклем күптәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа шәхси эшҡыуарҙар килеүен хәүефләнеп көттө. Әле күреүебеҙсә, ҡурҡыныс бер нимә лә булманы. Киреһенсә - коммуналь хужалыҡ эше һөҙөмтәләре элеккенән бер ҙә насар түгел!
       Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондынан бүленгән федераль средстволарҙы үҙләштереүҙә республика айырыуса ҙур уңыштарға өлгәште, - тип дауам итте министр. - Ике йыл эсендә был сығанаҡтан төбәк 7,3 миллиард һум алған, ә милекселәрҙең үҙҙәренең аҡсаһын һәм республика бюджетынан өҫтәмәләрҙе иҫәпкә алғанда был сумма ун миллиард һумдан ашып китте.
       Был аҡсалар капиталь ремонтҡа, туҙған һәм авария хәлендәге йорттарҙы һүтеүгә йүнәлтелгән. Һәм был, әлбиттә, комплексы ремонт булды, сөнки бер юлы сифатлы ремонт башҡарыу кәрәклеген барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. 2009 йылда, мәҫәлән, 539 йортта капиталь ремонт үткән.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, байтаҡ эштәр башҡарылған, һәм хәҙер коммуналь системаны реформалаштырыуҙан тыш, милекселәрҙең аңын үҙгәртеү төп бурыс булып тора, - тип билдәләне Ғеман Әсәҙуллин. - Кешеләр фатирға ғына түгел, баҫҡыстарға, лифт һәм подвалдарға, йорт яны территорияһына ла үҙҙәре хужа булыуын аңларға тейеш - барыһының да ниндәй хәлдә булыуы милек хужаларының үҙҙәренән тора. Бында төп момент - милекселәр ширҡәтен ойоштороу. Һәр төрлө конференцияларҙа һәм һәр интервьюла мин ширҡәт тураһында һөйләүҙән туҡтамайым: коллектив идара итеү формаһы булараҡ милекселәр ширҡәтенең һөҙөмтәлелеге ҙур.
       2009 йылда торлаҡ йорттарҙа ойошторолған милекселәр ширҡәте иҫәбе 18 процентҡа тулған, законда ҡаралған 20 процентҡа аҙ ғына етмәй. Ләкин 2010 йыл аҙағына беҙ был һөҙөмтәгә лә өлгәшербеҙ тип уйлайым.
       Бындай ойошмаларҙың өҫтөнлөгө ниҙә һуң? Тәү сиратта, милекселәр ширҡәтендә ҡатнашыусылар менән бергә аҡса туплау өсөн иҫәп асыуҙа. Ниндәй идара итеү компанияһы менән эшләүегеҙгә ҡарамаҫтан, был тупланма иҫәбе һәр ваҡыт һеҙҙеке булып ҡала. Тупланма фонд - йортоғоҙҙа алып барыласаҡ үҙгәртеп ҡороуҙарҙа ҡулланыласаҡ төп ресурс.
       - Күптән түгел "Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы һәм хаҡтарҙы көйләү" мәсьәләһе буйынса бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар 25 проценттан артҡан төбәктәрҙә тарифтар кәметеләсәк, тип билдәләнде. Республикала хаҡтар төшөүе көтөләме?
       - Юҡ. Сөнки барыһын да иҫәпкә алғанда, беҙҙә хаҡтар артыуының уртаса күрһәткесе 13,5 процент тәшкил итә. 25 процент тураһында һүҙ бармай.
       - Әгәр апрелдә газға хаҡ артыуын иҫәпкә алһаҡ?
       - Ысынлап та, планлаштырылғанса, хаҡтар һигеҙ процентҡа күтәреләсәк. Ләкин, ҡабатлап әйтәм, үрҙә әйтелгән 25 проценттан арттырмайбыҙ.
       - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды буйынса "лимитын" республика файҙаланып бөткән, тигән хәбәр дөрөҫмө?
       - Иҫәпләүҙәргә ярашлы, Башҡортостан өсөн "лимит" 6,7 миллиард тәшкил итә ине. һуңынан беҙ 600 миллион һум күләмендә бонус алдыҡ - һөҙөмтәлә был средстволар 7,3 миллиардҡа етте. Әлеге ваҡытта был сумма тулыһынса үҙләштерелгән.
       Әлеге ваҡытта лимитын арттырған һәм уны тулыһынса үҙләштергән төбәктәр мәсьәләһе хәл ителә. Рәсәй Федерацияһында бындай 18 төбәк бар һәм уларҙың барыһы ла бонусҡа дәғүә итә. Шуның менән бергә бүлеп бирелергә тейешле сумма 7,5 миллиард һум тәшкил итә. Бәхетебеҙгә, фонд эшмәкәрлеге ваҡыты 2011 йылдан 2013 йылға тиклем оҙайтылды. Һәм мин республика артабан да өҫтәмә федераль сараларға иҫәп тота алыр, тип уйлайым.
       - Хеҙмәтләндереү сифаты насар булған өсөн йортта йәшәүселәр идара итеүсе компанияны алмаштырырға теләүҙәре, һуңғыларының баш тартыуы, шуның арҡала тыуған милекселәр ширҡәте менән идара итеүсе компаниялар араһындағы конфликттарҙы һеҙ нисек баһалайһығыҙ (атап әйткәндә, йортто бирмәҫ өсөн идара итеүсе компанияларҙың махсус рәүештә техник документацияны тотҡарлау осрағы ла билдәле)?
       - Бындай осраҡтар бар, бигерәк тә яңы йорттарҙа. Бында, минең уйлауымса, дәүләттең ҡатнашлығы кәрәк. Әгәр йортта йәшәүселәр үҙҙәре хәл итә алмаһа, прокуратураға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәм.
       - Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр менән эштәр нисек тора?
       - Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда күрһәткес юғары - 97,5 процент. Халыҡ аңлы беҙҙә, түләмәгән осраҡтар бик һирәк. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, кешеләрҙе йортонан күсереүҙе, милкен конфискациялауҙы булдырмаҫ өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Бурысын ҡайтара алмағандарҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа эшкә алған осраҡтар ҙа бар.
       - Башҡа төбәктәрҙә оҙайлы ваҡыт коммуналь түләүҙәрҙе башҡармаған кешеләрҙең канализацияһын ябыуға тиклем барып етәләр, тигән хәбәр йөрөй. Беҙҙең республикала ла бындай хәл буласаҡмы?
       - Юҡ, әлбиттә.
       - Шундай һорау. Иҫке йорттарҙа электр селтәренә артҡан көсөргәнеш арҡаһында (электр сәйнүктәре, компьютерҙар, һәм башҡа аппаратура барлыҡҡа килде), мине янғын хәүефһеҙлеге борсой. Йорттарҙа электр үткәргестәр өсөн кем яуап бирергә тейеш һуң?
       - Аныҡлап китәм, коммуналь хеҙмәт капиталь ремонт ваҡытында электр энергияһы счетчигына тиклем иғтибар бүлергә тейеш. Шулай итеп, подъездағы электр үткәргестәр - - беҙҙең компетенцияла, ә башҡалары өсөн милек хужалары яуаплы. Капиталь ремонт барышында фатирға тиклем етеүсе электр селтәрен алмаштырырға тырышабыҙ, әлбиттә, ләкин коммуналь хужалыҡты реконструкциялау оҙаҡ ваҡытты ала. Әгәр көтөргә теләмәйһегеҙ икән, яуап бер - был мәсьәләне милекселәр ширҡәте йыйылышында күтәрегеҙ!
       - Беренсе ҡатта йәшәүселәр ниңә лифт өсөн түләргә тейеш?
       - Эш шунда, закон буйынса, лифт (ҡыйыҡ, подвал, баҫҡыс кеүек үк) - ул һеҙҙең шәхси милкегеҙ, тимәк, һеҙҙең нисәнсе ҡатта йәшәүегеҙгә ҡарамаҫтан, лифт өсөн сумма квитанцияға индерелә. Шул уҡ мәлдә, һеҙҙең милек хужалары йыйылышын үткәреп, унда беренсе ҡатта йәшәүселәр лифт өсөн түләмәһен, тигән ҡарар ҡабул итергә хоҡуғығыҙ бар. Әгәр күпселек яҡлап сыҡһа, был ҡарар ҡабул ителәсәк.
       - Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең социаль кимәле түбән булыуы барыһына ла мәғлүм. Слесарҙар эшкә иҫереп килә һәм унан нимә көтөлгәнен дә аңламай. Эшенең һөҙөмтәлелеге тураһында әйтергә лә түгел. Нисек уйлайһығыҙ, бындай хәлдәр берәй заман һәйбәт яҡҡа үҙгәрерме икән?
       - Әйтергә кәрәк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә 42 мең хеҙмәткәр эшләй. Һәм был өлкәлә етмәгән эшсе көсө 5,7 мең кеше менән иҫәпләнә! Был тап шул һеҙ һөйләгән слесарҙар һәм урам һепереүселәр. Аптырарға ла түгел - коммуналь хужалыҡ эшсеһенең уртаса эш хаҡы ни бары 11,5 мең. Был һөнәрҙең абруйы ла юҡ. Шулай ҙа, минең уйлауымса, баҙарға шәхси идара итеүсе компаниялар килеүе менән хәлдәр яҡшыға үҙгәрергә тейеш. Тап улар милекселәр ҡарары буйынса бер өлкәлә экономия яһап, хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттыра аласаҡ. Шулай итеп, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә лә беҙ бик оҙаҡ көткән үҙгәрештәр башланып тора.
       Олег Яровиков фотоһы.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал