6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Телем минең - дуҫ, әллә дошманмы?
19.03.10


       "Урынлы әйтелгән ҡаты һүҙ күңелгә еңеллек бирә. Даими ҡулланыу һүгенеү һүҙен мәғәнәһеҙ итә. Иҫкәрмә: һүгенеү елде - ыңғай, ә картаны һәйбәт яһамай" (Джек Лондон. "Гоботола төн").
       Күптән түгел урам буйлап китеп бара инем. Кәйеф шәп: ҡыш үтеп бара, күк йөҙө аяҙ, ҡояш яҡтырта, яҙ һулышы һиҙелә. Ҡаршыма күңелле сөкөрләшкән ҡыҙҙар тап булды. Шат йылмайған ҡыҙҙар йөҙгә лә матур ғына, йылмайыуҙары ла ихлас, эскерһеҙ. Мин дә уларға ҡарап йылмайҙым да, үҙ алдыма: "Ә, ҡарт ишәк, сәсең салланғанда шайтан ҡотортамы?" - тип уйлап ҡуйҙым. Ҡыҙҙар минең тәңгәлгә етте - һәм шунда уҡ һоҡланыуым юҡҡа сыҡты. Йылмайыуым һүнде, шайтаным да китеп олаҡты. Сөнки ҡыҙҙарҙың аралашыуында ымлыҡ менән ялғауҙар ғына әҙәпле һүҙҙәрҙән ине, ә ҡалғандары - телетапшырыуҙарҙа "пи-пи-пи" кеүек яңғыраған тауыш менән алмаштырылыусы билдәлелек һәм билдәһеҙлек "артиклдәре".
       ...40 йыл элек Совет Армияһында хеҙмәт итергә тура килде. Казармала ғәҙәттәр шәптән түгел, әҙәплерәк булырға ынтылыр өсөн янда ҡатын-ҡыҙҙар юҡ, тел шул кимәлгә төшә, хатта команда теле менән рус һүгенеү һүҙҙәрен айырып та булмай һуңынан. Бер йыл хеҙмәт итеү дәүерендә ҡолағым өйрәнде, телем дә кәрәк йүнәлештә шымарҙы. Шымармай ни, төп уҡытыусыларың старшина менән командир булғас. Бер һүҙ менән әйткәндә, мине һүгенеү һүҙҙәренән селтәр үрергә һәм шул уҡ мәлдә бының өсөн ҡыҙармаҫҡа өйрәттеләр. Бер йылдан һуң һәйбәт хеҙмәт иткән һәм "хәрби һәм сәйәси әҙерлектәге уңыштарым өсөн" ун көнгә ҡайтып килергә рөхсәт бирҙеләр. Осоп ҡайттым. Фатирға йүгереп индем, атай менән әсәйҙе ҡосаҡлап алдым. Һуңынан өҫтәл артына ултырҙыҡ, һәм мин, хәл-әхүәлемде һөйләйем, тип ауыҙ астым. Һәм шунда уҡ яптым да: телем ғәҙәт буйынса үҙенекен әйтеп ысҡындырҙы, хатта был һүҙҙәремдән старшинабыҙ албырғап ҡалыр ине, моғайын. Атай, элекке кадр офицеры, мине аңланы, ләкин әсәйем ныҡ үпкәләне.
       Әйтерлек түгел, ялым торған ыҙаға әйләнде, сөнки ауыҙ асыр алдынан һәр һүҙемде баштан үткәрергә тура килә ине. Өйҙән киткәндә башҡаса һүгенмәҫкә, уйҙарымды ябай телдә һөйләп өйрәнергә һүҙ бирҙем. Һәм нимәһе ҡыҙыҡ, мораҙыма ирештем. Хеҙмәтемдең икенсе йылында телмәремде контролдә тоторға өйрәндем. Башҡалар араһында "ала ҡарға" кеүек күрендем, әлбиттә, шулай ҙа маҡсатыма тоғро ҡалдым. Хеҙмәтем аҙағында хатта старшина ла минең эргәмдә һүгенмәҫкә тырыша торғайны.
       Унын һуң күп йылдар үтте. Бөтөнләй гөнаһһыҙға әйләнмәнем, әгәр аяҡҡа берәй ауыр нәмә төшөрһәләр, мотлаҡ тейешле һүҙ менән хистәремде белдерәсәкмен, ләкин башҡа ваҡыттарҙа, көндәлек тормошта оятһыҙ һүҙбәйләнештәрҙе минән берәүҙең дә ишеткәне булманы. Һәм кешеләрҙең аралашыу нигеҙен ҡапҡаға ла йәшереп кенә яҙырға баҙнат иткән һүгенеү һүҙҙәре тәшкил итеүен күрһәм, беҙҙең бөйөк матур телебеҙ өсөн күңелдә шундай үпкә тыуа, аңлатырлыҡ түгел.
       Телдең айырылғыһыҙ өлөшө икәнен аңлайым, ләкин, Джек Лондон әйткәнсә, урынын һәм ваҡытын белергә кәрәк. Ә гүзәл заттарҙың әхлаҡ ҡанундарына һыймаған һүҙбәйләнештәр ҡулланыуы бөтөнләй ярамаған эш.
       Рус һүгенеү һүҙҙәрен теленән төшөрмәгәндәр әшәке һүҙҙәрҙе ҡулланғанда иң бөйөк зат - әсәне яманлауҙарын уйлап та бирмәй. Бер рус шағиры әйтмешләй: "Әсәнең бында ни ҡыҫылышы бар?" Бәлки етәр беҙгә, һүгенергә?
       Фото www. russiancleveland. com сайтынан.

Вәсил Дзюбенко.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал