6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Икеһенә дүрт "алтын", әлегә дүртәү...
18.03.10


       Паралимпия уйындарының төп маҡсаты - етди ҡаршылыҡтарға осрағанда ла өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамағанлығын күрһәтеү. Әгәр тырышһаң, ауырлыҡтар менән көрәшһәң, барыһының да яҡшы яҡҡа үҙгәреүе ихтимал. Һәйбәт эш һәм бер аҙ уңыш һәм һин донъя күрә, хатта Олимп үренә күтәрелә алаһың.
       Башҡортостан паралимпиясылары үҙҙәренең еңеүенә беҙҙе күптән өйрәткән. Ванкуверҙа ла миҙалдар яулау процесы туҡталып ҡалманы. Илебеҙ өсөн тәүге алтын миҙалды республикабыҙ вәкиле Ирек Зарипов алды. Ул хәрәкәт-таяныу аппараты имгәнгән спортсылар араһында биатлон эҙәрлекләү уҙышында еңде. Икенсе урынды украин Юрий Костюк алды. Өсөнсө булып АҠШ спортсыһы Энди Суле килде.
       Зарипов "Весь спорт" спорт мәғлүмәт агентлығы менән шатлығын уртаҡлашты:
       - Старт алдынан үҙемде еңеүгә көйләнем, әлбиттә. Биатлонда, эҙәрлекләү уҙышында еңергә. Дөйөм алғанда, барыһы ла уңышлы килеп сыҡты. Икенсе ут һыҙығында ниңә сәпкә тейҙермәнең, тиһегеҙме? Күңел кисерештәре ҡамасауланы. Ышанмаҫһығыҙ, ләкин нисәнсе сәпте япмағанымды иҫләмәйем. Һеҙ әйтмәҫһегеҙме, ә (көлә)?
       Әле башымда шундай сыуалыш! Хис-тойғолар ташып бара һәм башҡа төрлө бер уй юҡ! Эйе, сәпкә тейҙермәнем, ләкин бер аҙ өҫтөнлөгөм барлығын белә инем. Йәнә, маҡтанырға теләмәйем, шулай ҙа мин шәп йүгерәм. Һәм бер "мах"ты, әлбиттә, үҙемә рөхсәт итә ала инем. Беләһегеҙме, ниңә улай ышаныслы һөйләйем? Сөнки алдағы старттарҙа сәпкә тейҙермәгәнде һәр ваҡыт шәп йөрөүем менән компенсациялай торғайным. Ә был юлы, икенсе ут һыҙығынан киткәндә, минең арттан килгән эҙәрләүсенең - беҙҙең команданан Сережа Шиловтың штраф юлынан китеүен күрҙем. Һәм был мәлдә еңеүемде аңланым. Һуңғы 800 метрҙы осоп үттем!..
       Был уңышынан һуң икенсе көнөнә үк Зарипов 15 километрға саңғы ярышында йәнә үҙен танытты, "алтын" яулап, тағы еңеүсе булды. 15 километрға уҙышта "көмөш" менән рәсәйле Роман Петушков бүләкләнде. "Бронза" Италиянан Энцо Масиеллала.
       Зарипов үҙе тураһында бына нимәләр һөйләй:
       - Мәктәптә башҡа малайҙар кеүек үк баскетбол уйнаным, футболда туп типтем. Ә 2000 йылда, 17 йәш булғанда, мотоциклда МАЗ аҫтына эләктем... Эйе, тиҙлек яратыу миндә - гендар кимәлендә (йылмая). Авариянан һуң бер нисә операция үткәргәс, ике йыл өйҙә ултырҙым, бөтөнләй бер нимә менән дә шөғөлләнмәнем. Үҫемлек кеүек инем - ашаным, эстем, йоҡланым. Бер көн үтте, икенсеһе етә - һәм һин кем булыуыңды, был донъяға ниңә яралғаныңды аңламай башлайһың. Артабан атайым менән әсәйем ҡаты ғына: "Етәр тик ултырырға, кемгә оҡшағанһың, үҙеңә ҡара," - тине. Ауырлығым 93 килограмға еткәйне. Әле хәрбиҙәрсә - 65. Мин Стәрлетамаҡтан, Башҡортостандан. Беҙҙең республикала инвалидтар йәмғиәте етди эшләй. Рөстәм Батыров етәкләй. 2003 йылда мин дә йәмғиәткә килдем. Спорт менән шөғөлләнә башланым, тәүҙә төрлөһөн булаштырҙым - еңел атлетика ла, ауыр атлетика ла, йөҙөү, өҫтәл теннисы ла ҡалманы. Республика ярыштарында сығыш яһай башланым. 2004 йылда еңел атлетика буйынса республика йыйылма командаһына эләктем, Рәсәй чемпионатында саңғы ярышы һәм биатлон буйынса команданың өлкән тренеры Ирина Громова менән таныштым. Ул Башҡортостандан тренер Әмир Ғүмәровҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе. Шулай итеп беҙ Ирина Александровна һәм Әмир Әбүбәкер улы менән бергә эшләй башланыҡ. 2005 йылда, ни бары дүрт ай саңғыла йөрөгәндән һуң, мине Рәсәй йыйылма командаһына алдылар, донъя кубогы этаптарына барҙым һәм шунда уҡ алдынғы унау исемлегенә индем - тәүҙә һигеҙенсе, унан етенсе, алтынсы, бишенсе. Туринда үткән Паралимпиадала дүртенсе булып килдем.
       Ҡайраҡ ауылынан Башҡортостандың икенсе паралимпиясыһы Кирилл Михайлов та Зариповтан ҡалышмай. Өс километр дистанцияға биатлон эҙәрлекләү уҙышында алған "алтын"ын ул биш йәшлек ҙур улына бағышлай. Икенсе урынды Норвегиянан Нильс-Элик Ульсет яулай, ә өсөнсөнө - украин спортсыһы Григорий Вовчинский.
       20 километрға саңғы уҙышында яуланған Михайловтың икенсе "алтын"ы кесе улына бағышланған. "Көмөш" норвег Нильс-Элик Ульсетта, ә "бронза" рәсәйле Владимир Кононовта.
       "БАШвестЪ" был ике атлеттың остазы, атҡаҙанған тренер Әмир Ғүмәров менән бәйләнешкә инергә теләгәйне. Ләкин беҙгә уның өс башҡорт паралимпиясыһынан торған команда менән бергә китеүен әйттеләр.
       Беҙ биш тапҡыр паралимпия чемпионы, БР Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең паралимпия, сурдолимпия һәм олимпия төрөнә ҡарамаған спорт төрҙәре бүлеге начальнигы Андрей Строкинға шылтыраттыҡ. Ул "БАШвест"ҡа яуланған миҙалдарҙың һуңғыһы булмау ихтималлығын хәбәр итте:
       - Республиканан өс кеше китте. Һәм тағы ла старттар була әле. Кәм тигәндә, Зариповтың да, Михайловтың да өсәр старты көтөлә. Өҫтәүенә, уларҙы эстафетаға ла ҡуйыуҙары бар. Яҡын арала Бәләбәйҙән тәжрибәле спортсыбыҙ Ирек Маннанов та уҙышҡа сыға. Тәүге старты уның 1998 йылда Наганола булды. Ул насар күреүселәр араһында 12,5 километрға биатлонда йүгерә. Иректе лә кәм тигәндә өс старт көтә.
       - Тимәк, "алтын"дар күп була әле?
       - Олимпиада һәм Паралимпиадаларҙа бер нимәне лә алдан күҙаллап булмай. Старттар бик ҡатмарлы. Шулай ҙа ышаныс бар.
       - Әле өлгәшелгәндәр менән ҡәнәғәтһегеҙме?
       - Әлегә ике спортсыбыҙ Рәсәй өсөн мөмкин булған алты алтын миҙалдың дүртәүһен алды. Был күрһәткес үҙе күп нәмәне һөйләй.
       - Егеттәр саңғы ярышында һәм биатлонда көслө...
       - Эйе, Паралимпияла төрлө программа төрҙәрендә ҡатнашырға мөмкин. Был рөхсәт ителә.
       - Башҡортостан паралимпиясылары ҡайҙа әҙерләнә?
       - Бәләбәйҙә. Улар менән Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Әмир Ғүмәров шөғөлләнә.
       Фото www. rezeptsport. ru сайтынан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал