6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Һөйөклө Саняға йүнәлгән Ваня
17.03.10


       Өфө "Нур" татар дәүләт театры артистары сәхнәлә бер-береһенә Анна, Петр, Иван исемдәре менән мөрәжәғәт итә һәм русса йырлай. Үҙҙәре әйтеүенсә, театр тарихында беренсе тапҡыр сәхнәлә рус йырҙары яңғырай. Был ноу-хауға "Нур" артистары уңышлы хеҙмәттәшлеген дауам иткән Һамар режиссеры Олег Скивкоға бурыслы. Уҙған йылдың июлендә ул татар театрында Александр Островскийҙың "Без вины виноватые" повесы буйынса ошондай уҡ исемле спектакль ҡуя, ә уғаса - БР Дәүләт академия рус драма театрында "Несерьезные намерения" спектаклен.
       Олег Скивко әйтеүенсә, ул татар телен белмәй, шулай ҙа ҡайһы бер һүҙҙәрен ятлаған. Спектаклдә артистар татарса уйнай, ә режиссер менән аралашыу рус телендә бара. Был юлы Олег Скивко һайлаған пьеса универсаллеге менән айырыла, ул бөтә Рәсәй театрҙарында ла ҙур уңыш менән бара.
       - Владимир Гуркин яҙған тарих рус, башҡорт, татар булһынмы - теләһә ҡайһы ауылда ла була ала, шуға ла илебеҙҙәге театр режиссерҙарының күбеһе мөрәжәғәт итә уға, - ти Олег Скивко. - Сәхнәгә ҡуйыуға әҫәр һайлағанда мин дә ошо ҡараштан сығып фекер йөрөттөм, шулай ҙа Гуркиндың "Саня, Ваня, улар менән Римас" пьесаһының һуғыш тураһында булыуы мөһимерәк. Билдәле дата - Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан был пьеса йәнә актуалләшә. Һәм был темаға баҫым яһар өсөн беҙ спектаклде "Сагышларны басмай сулар да..." ("Чистая вода печали") тип атаныҡ.
       "Нур" театры коллективына Һамар режиссеры һайлаған әҫәр оҡшай. Татар театры репертуарында ғаилә һәм кеше мөнәсәбәттәре темаһын яҡтыртҡан спектаклдәр төп урында тора, һәм ошондай тағы бер пьеса башҡалары эргәһендә йәнә үҙ урынын тапҡан. Яңы постановка мөхәббәт, бәхет һәм ғәфү итә белеү тураһында бәйән итә. Пьесала ваҡиғалар һуғыш заманында барһа ла, был турала тамашасы геройҙар диалогы аша ғына белә. Спектаклдең тышҡы күренешендә был сағылыш тапмаған - кейемдәр ҙә, декорациялар ҙа ғәҙәттәгесә.
       "Саня, Ваня, улар менән Римас" пьесаһы ентекләберәк туҡталыуға лайыҡ. Был эше менән Владимир Гуркин "Любовь и голуби", "Прибайкальская кадриль" әҫәрҙәре ингән "ауыл тарихы" тип исемләнгән циклын тамамлай. Тамашасыға драматургтың пьесалары режиссерҙар Владимир Меньшов һәм Виктор Титов арҡаһында билдәле булды. Тәүгеһе төп ролдәрҙә Александр Михайлов һәм Нина Дорошина менән "Любовь и голуби" фильмын төшөргән. Икенсеһе - пьеса буйынса "Кадриль" кинокартинаһын. "Кадриль" фильмында ла билдәле артистар - Олег Табаков, Станислав Любшин, Любовь Полищук, Валентина Теличкина, Нина Усатова ҡатнаша.
       "Саня, Ваня, улар менән Римас" пьесаһының төп геройҙары тамашасыға "Любовь и голуби" фильмынан таныш - Сергей Юрский һәм Наталья Тенякова башҡарыуындағы был колоритлы әбей менән бабайҙы кем белмәй. Шура әбейҙең прототибы - авторҙың бер туған инәһе. Ә уның ире Иван фильмда икенсе исем ала, артабан уны ла Митя бабай тип йөрөтә башлайҙар. Ләкин яңы пьесала улар әле йәш. Иван һуғышҡа китә һәм өйөнә 49-сы йылда ғына әйләнеп ҡайта. Был арала унан бер генә хат та, башҡа төрлө хәбәр ҙә килмәй. Фронтта ул радист ҡыҙға ғашиҡ була, ә һуғыш аҙағында уның ике аяғын да мина өҙә. Иван уның янында ҡала һәм үлгәнгә тиклем дүрт йыл дауамында уны баға. Шунан һуң ғына ул беренсе ҡатынына әйләнеп ҡайтырға ҡарар итә. Ләкин ҡайтҡан көнө ирен көтөп ала алмайынса ҡатынының икенсегә - күршеһе Римас Патисҡа тормошҡа сығырға ризалашҡан ваҡытҡа тура килә.
       Пьеса аҙағында төп героиняла елбәҙәк, әммә ҡыйыу һәм изге күңелле иренә мөхәббәте еңә һәм ул Иванға ҡайта. Ләкин быға тиклем тамашасы Саня менән Ваняның аңлашыуҙарынан рәхәтләнеп көлөргә өлгөрә. Трагик сәбәптәргә ҡарамаҫтан, Гуркин геройҙары ирмәк, тәьҫирләндергес.
       Режиссер Олег Скивконың гәзитебеҙгә һөйләүенсә, "Саня, Ваня, улар менән Римас" пьесаһы татар театры сәхнәһендә редакторлауһыҙ бара. Спектакль өҫтөндә эшләгән ижади төркөм тексҡа бик һаҡсыл ҡараған һәм геройҙар диалогын татар теленә мөмкин тиклем тулыраҡ тәржемә итергә тырышҡан.
       - Пьеса, шул иҫәптән юмор үҙгәрешһеҙ ҡалған. Үҙебеҙҙең вариантҡа тулыһынса күсерҙек, - тип дауам итә Олег Скивко. - Яңы спектакль иң элек Ватанды һаҡлаусыларға, тыл хеҙмәтсәндәренә адресланған һәм Бөйөк Еңеүгә бағышлана. Постановкала аҙ, ләкин көслө составта ҡатнашалар. Ролдәрҙе спектаклдә Миңнинур Сәитова - Ғиззәтуллина, Рида Фәхрисламова, Фина Вәлиева, Альберт Шәрәфетдинов һәм татар театрының башҡа алдынғы актерҙары башҡара.
       "Саня, Ваня, улар менән Римас" пьесаһы илленән аҙ ғына ашыуыраҡ биттән тора. Унда ауылда йәшәгән ғаилә тормошонан ни бары ике көн һүрәтләнгән: тәүге көнө - һуғышҡа тиклем, икенсеһе - һуғыштан һуң. Интерьвюларының береһендә Владимир Гуркин был спектаклдең документаль повесть булмауын, ә ата - бабаларына әҙәби һәйкәл булыуын телгә ала. Уның әйтеүенсә, пьеса - ҡайҙа ерләнгәнен белмәгән ҡартатайҙар ҡәберенә зыярат ҡылыу ул.
       Олег Скивко етәкселегендә ижади команда һәм "Сагышларны басмай сулар да..." спектаклендә уйнаусы артистар әйтеүенсә, эш барышында уларҙың һәр береһе һуғышты кисергән туғандарын, яҡындарын уйлаған, хәтергә төшөргән.
       - Ике ҡартатайым да һуғыш сыҡҡанда бала булған. Йәштәштәре кеүек улар ҙа ун йәштән ҡара эшкә егелгән, фронтҡа киткән ололарҙы алмаштырған. Тырышып эшләгән һәм иң ҡатмарлы эште лә башҡарып сыҡҡан, - ти актриса Айгөл Ғабдуллина. - Минең героиням Женя - спектакль башында 14 йәшлек үҫмер - һал ағыҙыуҙа эшләй һәм, атаһы фронтта һәләк булғас, артынса әсәһе мәрхүм булғас, бер үҙе ҡустыһын үҫтерә.
       Йәш ҡыҙҙың яҙмышы ябай түгел, ләкин ул өмөтһөҙлөккә бирелмәй. Һуғыш йылдары ауырлыҡтарын сыҙамлыҡ менән үткәрергә үҙендә көс таба. Бында уға спектакль геройҙарын айырып торған һыҙат - барыһын да уйын-көлкө менән үткәреү ярҙамға килә. Сөнки пьесаһын автор трагик итергә теләмәгән. Унда тамашасы күңелле урындарын да, хатта көлкөлө мәлдәрен дә табыр, тип ышана ул.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал