6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Фестивалдәр

"Розовая пантера"ның 15 йыллығын билдәләнеләр
16.03.10


       "Розовая пантера" XV халыҡ-ара джаз фестиваленә билеттарҙы күренекле ваҡиғаға тиклем бер нисә аҙна алдан һатып алып бөттөләр. Йәкшәмбелә, ғәйәт ҙур джем-сейшндың һуңғы көнөндә, сәхнәлә төрлө джаз коллективтары сығыш яһаны, ә залда бер буш урын да булманы. Концерт дауамында ҡайһы бер тамашасы урынынан торҙо, шулай ҙа быны күңелгә тулған көслө хис-тойғоға сыҙап ултырыр әмәл ҡалмағандан, тип аңлатырға кәрәктер, моғайын. Музыканттар драйвы тамашасыға ла бирелде. Ҡунаҡтар аяҡ үрә тороп алҡышлап ҡына ҡалманы, бейергә төштө.
       Джаз фестивале республиканың баш ҡалаһында өс көн дауамында барҙы. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Өфөнөң билдәле джаз йырсылары, шулай уҡ Рәсәй һәм сит ил музыканттары күңелгә тәьҫир итеүсе блюздан һәм әҫәрләндереүсе соулдан алып экспрессив джаз-фанкка тиклем бар стилдәрҙә лә сығыш яһаны.
       - Юбилейлы джаз фестивале программаһы алдағыларҙан күпкә айырыла. Иң тәүҙә саҡырылған музыканттар иҫәбе менән, - тип һөйләй беҙҙең гәзиткә "Розовая пантера" фестивален ойоштороусыларҙың береһе, Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры һәм "Дүрт плюс" квартеты етәксеһе Олег Ҡасимов. - Джаздың тыуған ере һаналған Американан килгән ҡунаҡтар өс көн рәттән ҡатнашты. Ситтән килеүселәр был юлы блюзға баҫым яһаны. Үҙебеҙҙең джаз төркөмдәренең бик ҡыҙыҡлы сығышын күрҙек, улар үҙҙәренең музыкаһын тәҡдим итте. Шулай итеп тамашасы хәҙерге заманда йәшәп килгән джаз музыкаһының бар йүнәлешен дә баһалай алды.
       Олег Ҡасимов етәкселегендәге коллектив фестивалдең өс көнөндә лә сәхнәнән төшмәне. Өфө музыканттары башҡарыуында билдәле джаз композициялары, шулай уҡ быйыл ғинуарҙа презентацияһы үткән "Гангстер мәҙәктәре" ("Гангстерские байки") аудиоальбомынан яңы импровизациялар яңғыраны. Мейнстрим һәм фанк музыкаһының ҡушылмаһынан ғибәрәт үҙенсәлекле автор әҫәрҙәре лә биҙәне коцертты. Халыҡ-ара джаз фестиваленең даими ҡатнашыусыларынан был юлы Мәскәүҙән Олег Бутмандың "Вооgie Band" триоһы, джаз йырсыһы Ирина Остин ҡатнашты.
       Концерт графиктары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың баш ҡалаһын иғтибарһыҙ ҡалдырмаған сит ил джаз музыканттары "Розовая пантера"ның абруйын йәнә арттырҙы. Һис ҡасан булмағанса, юбилейлы джаз фестивалендә йырсылар күп булды. Мәҫәлән, был ҙур музыкаль форумды билдәле йырсы һәм бродвей мюзиклдары актеры Грегори Портер асты. Биш йәшлек сағында уҡ Грегори, бөйөк джаз пианисы һәм йырсы Нат Кинг Коул ижадынан илһамланып, кассетаға Once A Timе, I Had A Dreamboat исемле беренсе йырын яҙҙыра. Шоумен, бәрхәт тауыш эйәһе һәр ваҡыт үҙенең интервьюһында бар тормошоноң билдәле йырсы ижады менән бәйле булыуына баҫым яһай. Ләкин Портерҙың башҡарыу стиле уникаль. Билдәле йырҙарҙы ул үҙенсә, үҙенең интерпретацияһында бирә. Джаз, фанк, R`n`B, блюз һәм госпелды ҡушып, йырсы ҡыйыу эксперименттар яһай, быға Өфө меломандары ла шаһит булды.
       Музыка һөйөүселәрҙе джаз вокалсыһы Шарон Кларк сығышы ла шатландырҙы. Тыуған илендә йырсы хисле контральтоһы менән Американың киң билдәле джаз клубтарында йырлай. Уның репертуарында бер джаз ғына түгел, блюз, поп-музыка, мюзиклдарҙан композициялар ҙа башҡара ул.
       Һәм, ниһайәт, фестивалдең һуңғы көнөндә филармония сәхнәһендә йырсы һәм гитарала уйнаусы Николь Фурнье дәртле музыкаһы менән тамашасы күңеленә "ялҡын" һалды. Билл Нилли (бас-гитара) һәм Джим Хуск (һуҡма инстументтарҙа) менән улар үҙҙәре ижад иткән блюз композицияларын башҡарҙы. Николь Фурнье "1999 йылғы blueswoman" титулы эйәһе. Дәрт-дарманын америка йырсыһы тамашасыға ла еткерә алды. Йыр араһында Николь Фурнье инглиз телендә тамашасы менән аралашты. Йырҙың һүҙҙәрен ҡабатлауҙы һораны, бейергә төшөргә саҡырҙы.
       Кисә тамамланғанда, XV халыҡ-ара джаз фестивалендә ҡатнашыусы йырсылар һәм коллективтар сәхнәгә сыҡҡанда, тамашасы Николь Фурньены тағы бер тапҡыр күрҙе. Джем-сейшнда фестиваль ҡунаҡтары ла, Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры музыканттары ла сығыш яһаны.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал