6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Сергей Веремеенконың сәйәси технологтары Евдокимовҡа ла ярҙа м иткән
14.04.04


       Алтайҙа власть алмашыныуынан һуң сәйәсмәндәр һаман тынысл ана алмай. Губернатор һайлауҙарында юмористың еңеп сығыуы " тормош - ул уйын" тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тағы бер тапҡыр
       раҫлай. Был тамашаға ҡарата нимә эшләргә була: йә өндәшмәй генә баҫып сығып китергә ( крайҙың экс - губернаторы Алексан др Суриков кеүек), йә "Афарин, артист !" тип ҡул сабырға ҡал а.
       Михаил Евдокимов тамашасыларға "Аншлаг" тапшырыуы аша тан ыш. Уның төҫ - ҡиәфәте менән сәхнәнән көләмәстәр һөйләү урын ына вагондар бушатыу нығыраҡ килешер ине моғайын. Йыл ярым элек ул иҡтисади белемгә булды. Сәйәси тәжрибәһе бөтөнләй бу лмаған Михаил Евдокимов ( 995 йылда Дәүләт Думаһы һайлауҙары нда ҡатнашып биш процент тирәһе генә тауыш йыйыуын иҫәпләмәһ әң) тотто ла Алтай губернаторы итеп һайланды. Күҙаллауҙар бу йынса уға был юлы ла төшөп ҡалыу янай ине, әммә ул үҙ "ауырл ығында" бик көслө һаналған Александр Суриковты ла "йығып һал ды".
       Был еңеү осраҡлыҡ, ә Михаил Евдокимов үҙаллы фигура тип һ анау алйотлоҡ, әлбиттә. Юмористың артында уның һайлау кампан ияһы өсөн аҡса йәлләмәгән ҡеүәтле спонсорҙар тора. Евдокимов
       триумфын ойоштороусылар кем һуң
       Скандалы. ру сайты хәбәр итеүенсә, Алтайэлектораты өр - я ңы сәйәси технологтар тарафынан бик ныҡ "эшкәртелде". Үҙ еңе үе менән Михаил Евдокимов башлыса ландскехт - сәйәси консуль танттарға бурыслы. Әйткәндәй, уларҙың күбеһе күптән түгел үт кән Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлау барышында Сергей Веремеенко штабында эшләгәйнеләр. Был факт Алтайҙың я ңы губернаторы артында тап "Межпромбанк" тороуы хаҡында һөйл әй. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм, Сергей Веремеенко өөн ҙур ғына
       команда эшләгәйне, әммә ул һайлауҙарҙа уңышһыҙлыҡҡа осрап, премияһыҙ тороп ҡалды. Ә тиҙҙән Алтай "заказы" ла әҙер булды . Ышаныслы сығанаҡ хәбәр итеүенсә, спонсорҙар Евдокимовҡа бү лгән аҡса "межпром миллиондарынан кәмерәк булған, арзаныраҡ тауар йәнәһе. Алтай үҙенең социаль - иҡтисади үҫеше буйынса Башҡортостандан күпкә ҡалыша. Шулай ҙа экс- губернатор Алекс андр Суриковтың һүҙҙәре буйынса, иҡтисади потенциал менән әү ҙем ҡыҙыҡһыныусылар араһында "ЕЭС" һәм Кузбасс күмерселәре төп урын биләгән.
       Ялланып эшләүселәргә кемгә бысраҡ ҡойоуҙары борсомай, бар ы тик түләһендәр генә. Һәм улар Башҡортостанда эшләгән сцена рийҙарын Алтайҙа ла ҡулланып ҡарамаҡ булғандыр инде. Быға ин аныр өсөн сайттарҙа Сергей Веремеенко менән Михаил Евдокимов тың биографияларын сағыштырып ҡарау ҙа етә.
       Балыҡ тотоу тураһында: Алтайҙа йыш була торғайныҡ. Йылғағ а балыҡ тоторға йөрөнөк. Евдомиков - намыҫлы балыҡсы. Бер ва ҡытта ла ау ҡулланмай. ( Евдокимов сайтынан).
       Сергей Веремеенко бер ваҡытта ла балыҡ тотоуға битараф бу лманы: " Башҡоростанда йәшәп тә балыҡ тотмаҫҡа мөмкин түгел.
       Республикала мин балыҡ тотмаған йылға ҡалмағандыр". ( Верем еенко сайтынан).
       Музыканттар:
       Етенсе синыфтан алып Евдокимов гитарала, һуҡма инструмент тарҙа уйнай. Тик бер ваҡытта ла артист булырмын тип уйламай.
       ( Евдокимов сайты).
       Веремеенко: " Бала саҡта хатта музыкаль мәктәп тамамланым , баян класы буйынса. Уҡытыусым музыкаль училищеға инергә өг өтләгәйне. Тик мин киләсәгемде сәнғәт менән бәйләргә теләмән ем. ( Веремеенко сайты).
       Спортсмендар:
       Евдокимов һәр иртәһен физик күнегеүҙәрҙән башлай. ( Евдок имов сайтынан).
       Һәр иртә сәғәт алтыла Сергей Веремеенко 10 километрға йүг ерә. ( Веремеенко сайтынан).
       Күп кенә сәйәсмәндәр сатириктың еңеүе - Кремлдең абруйында
       бер тап тип ашығыс фекер яһап өлгөрҙө. Улар икенсе тур алды нан Александр Сурковтың Владимир Путин менән осрашыуына ишар а яһай. Йәнәһе был осрашыу Путиндың Суриковты яҡлауы тураһын да һөйләргә тейеш ине, әммә был сара ярҙам итмәне.
       Әммә ғәҙеллек өсөн шуны әйтергә кәрәк: Владимир Путин Алта й крайы етәксеһе вазифаһына дәғүә итеүсе кандидаттарҙың бе реһенә лә сәй эсергә саҡырыуҙан баш тартмай. Сөнки элекке разведчик кемдең кем икәнлеген үҙе белергә теләй. Ә инде кем дең тап был креслоны биләүен күрергә теләүен, әлбиттә, бер к емгә лә әйтмәгән. Уның тактлы һәм демократик ҡарашта булыуын
       бер кем дә йәшермәй.
       Масштаблы фекер йөрөткәндә Кремлдә кемдең Алтай крайына хужа булыры барыбер тиергә була. Сөнки дотация артынан улар
       барыбер Мәскәүгә киләсәк. Суриков та, Лапшин да ике төбәкте
       бергә ҡушырға риза булмай, юрғанды үҙ яғына тартырҙар ине. Ә инде власҡа яңы килгән кешене һәр ваҡыт күндереүе еңел.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал