6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Конкурстар

Халыҡ рухы - телендә
15.03.10


       Әсә һөтөнән бала йәшәүгә көс ала, тере йән булараҡ үҫә. Ә тәрбиә, ғаилә иғтибары һәм, әлбиттә, туған тел унан ысын кеше, граждан һәм үҙ халҡының улы яһай. Ләкин туған телде ғаиләлә үҙләштереү - ул беренсе этап ҡына, киләһе этап мәктәптә башлана. Шуға күрә мәктәптә туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһенә етди иғтибар бирергә кәрәк. Туған тел милли үҙаңдың төп өлөшө иҫәпләнә. Был хаҡта башҡорт шағиры Рәми Ғарипов дөрөҫ әйткән: "Теле юҡтың иле юҡ".
       Телде һаҡлау һәр халыҡ өсөн төп мәсьәлә һанала. "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы" Халыҡ-ара берләшмәләр союзы ла милли мәғариф мәсьәләләрен әһәмиәтлеләр иҫәбенә индерә. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә был йәмәғәт ойошмаһы юғары уҡыу йорттары студенттары араһында бер нисә ай дауамында башҡорт теле һәм әҙәбиәте конкурсын алып барҙы. Һәм ул йома көндө Өфөлә еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланды.
       Әйтергә кәрәк, конкурс географияһы бер Өфө һәм республика менән сикләнмәне, унда Ырымбур менән Силәбе студенттары ла ҡатнашты.
       - Күрше өлкәләрҙә башҡорт теле аҙнаһына бер тапҡыр йәки факультатив формаһында уҡытыла, - тине конкурс координаторҙарының береһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғариф секторы мөдире Гөлфинә Юламанова. Ләкин, шулай булыуға ҡарамаҫтан, был төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусылар туған телгә һөйөүҙәре кәмемәүен эше менән күрһәтте.
       Һәләтле студенттарҙы асыҡлауҙы маҡсаты иткән конкурс бер нисә этаптан торҙо. Бында ижади эш, асыҡ дәрес, әҙәби әҫәрҙе һәр яҡлап анализлау кеүек эштәр индерелде. Һуңғы этапта конкурсанттар эрудицияһын һәм бәхәс ҡора белеүен күрһәтергә тейеш ине. Ниндәйҙер кимәлдә был һуңғы этап башҡорт сәсәндәре әйтешенә лә оҡшап китте. Конкурс йәш белгестәргә башҡорт телен үҫтереүгә этәргес бирә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румил Аҙнабаевтың әйтеүенсә, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында милли мәғариф мәсьәләләренә арналған айырым секцион ултырыш үткәреләсәк, унда телде үҫтереү мәсьәләһе күтәреләсәк. Секция эшмәкәрлегендә йәш белгестәргә мөһим роль биреләсәк.
       Һәләтле студенттарҙың ни ҡәҙәр күп булыуы хаҡында баһалама ағзаларының өсөнсө урынды бер юлы ике кешегә биреүе лә һөйләй. Өсөнсө урынды Силәбе дәүләт университетынан Әлфиә Камалова менән Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия академияһы студенты Гүзәл Ғөбәйҙуллина бүлеште. Етди ярыш һөҙөмтәһендә беренсе урынды БДПУ вәкиле Гөлшат Һатыбалова яуланы, икенсе урын Башҡорт дәүләт университеты студенты Нурзилә Нәҙерғоловаға эләкте.
       Беҙҙең ҡарашҡа, Гөлшаттың еңеүе урынлы һәм көтөлгәнсә булды. Эш шунда, Гөлшат мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, БДПУ-ға республика олимпиадаһы һөҙөмтәһендә имтиханһыҙ ҡабул ителгән, бөгөн ул РФ Президенты стипендиаты ла. Был конкурста еңеү еңел яуландымы, тигән һорауға беҙ ошондай яуап ишеттек:
       - Ярайһы ауыр булды, конкурста ҡатнашҡандар башҡорт телен һәйбәт белә, дүртенсе, бишенсе курс студенттары булһалар ҙа, Аллаһы Тәғәләнән бирелгән уҡытыусылыҡ һәләттәре бар.
       - Артабанғы пландарығыҙ ниндәй, башҡорт теленән уҡытаһығыҙмы?
       - Мәктәптә уҡытырмынмы - юҡмы - әле төплө генә хәл итмәгәнмен. Аспирантураға инергә ниәтләйем һәм, әлбиттә, ошондай сараларҙа ҡатнашасаҡмын.
       Студенттарҙан тыш, юғары уҡыу йорттары һәм мәктәп уҡытыусылары эше лә юғары баһаланды. Тап уларҙың намыҫлы хеҙмәте конкурсанттар һәләтен ҡырлап, еңеүсе белеме бриллиантына әйләндерә алған.
       БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин башҡорт теле һәм әҙәбиәте конкурсы, Башортостанда йәшәгән башҡа халыҡтарҙың телдәре буйынса конкурстарҙың студенттар араһында артабан үҫешеренә өмөтөн белдерҙе.
       - Бөгөн мәғариф стандартында төбәк компоненты ҡалманы. Әммә йәштәр араһында туған тел һәм туған әҙәбиәткә һөйөү һаҡланды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һәм педагогтар башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һаҡлауға, үҫтереүгә бар көсөн һаласаҡ.
       Конкурсты тамамлап, педуниверситет ректоры милли мәҙәниәтебеҙ байлыҡтарын һаҡлау һәм арттырыу эшендә быуындар күсәгилешлеген һаҡлау кәрәклеге тураһында һөйләне һәм яңы быуын уҡытыусылары был эстафетаны артабан дауам итеренә ышанысын белдерҙе.
       Олег Яровиков фотоһы.

Роман Дәүләтбаев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал