6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Яңы китаптар

Коленкор мундирҙағы тарих
12.03.10


       "Башҡорт халҡының тарихы" тип исемләнгән бығаса тиңе булмаған күп томлыҡтың беренсе томын ҡулға алып һөйөндө уҡыусылар. Ете томлыҡтың беренсе томы донъя күреү уңайынан Өфөнөң Конгресс-холында үткән исем туйында ҡатнашҡан һәр кемгә бүләк итеп тапшырылды был китап. Тантанала ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандың һәр төрлө министрлығы, ведомство вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары, нәшриәт етәкселәре бар ине.
       Эйәһен тапҡан йәшел-ҡара коленкор мундирҙағы фолиант шунда уҡ ентекле тикшереү объектына әйләнде. Биттәрен асып ҡаранылар, уҡынылар, китапҡа ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлаштылар. "Башҡорт халҡының тарихы" башҡорт этносының килеп сығыуына һәм үҫешенә арналған фәнни эштәр араһында фаворит булыуға дәғүә итә. Был күләмле мәсьәләгә бәйле йәшәп килгән гипотезалар киң масштаблы китап проектында тәүге тапҡыр бергә тупланған, дөйөмләштерелгән һәм анализланған, унда шулай уҡ һуңғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре лә индерелгән.
       "Башҡорт халҡының тарихы" күп томлығының редакция коллегияһына БР Хөкүмәтенең Премьер - министры Раил Сарбаев, БР Хөкүмәте Премьер - министрының урынбаҫары, Башҡортостандың мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев һәм башҡалар ингән. Рецензенттары араһында Рәсәй фәндәр академияһының Урал бүлексәһе Археология һәм тарих институтының төп ғалимдары ла бар. Баҫманың беренсе томы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың һүҙҙәре менән башлана:
       - "Башҡорт халҡының тарихы" күп томлығының донъя күреүе - бер Башҡортостан Республикаһы өсөн генә түгел, дөйөм алғанда Рәсәй өсөн дә мөһим. "Башҡорт халҡының тарихы" - Евразиялағы күпселекте тәшкил иткән халыҡтарҙың береһенең этник тарихы хаҡында киң мәғлүмәт биреүгә, уның материаль һәм рухи мәҙәнилеген яҡтыртыуға йүнәлтелгән фундаменталь, комплекслы баҫма ул, - тиелә мөрәжәғәттә. - Башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихын бар тәрәнлегендә һәм һәр яҡлап күрһәтеү XXI быуатта донъяның ҙур тиҙлектә глобалләшеүе шарттарында уның артабанғы үҫешен, киләсәк яҙмышын аныҡ билдәләргә ярҙам итә.
       Был күп томлыҡ - башҡорт халҡының тарихын боронғо замандан башлап яҡтыртҡан тәүге академик хеҙмәт. 2008 йылда Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аналогы булмаған тарихи хеҙмәтте әҙерләүгә конкурста еңеп сыға. Һәм "Башҡорт халҡының тарихы" баҫмаһының баш мөхәррире һәм етәксеһе, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты деканы Марат Ҡолшәриповтың билдәләүенсә, был баҫма өҫтөндә эш дауам ителгән, сөнки ул күптән - 2004 йылда уҡ башланған булған. Ете томлыҡтың нигеҙен Башҡортостандың әйҙәүсе ғалимдарының тикшеренеү һөҙөмтәләре тәшкил итә. Шул уҡ мәлдә был уникаль баҫманы әҙерләүгә республика ғалимдарынан тыш, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан билдәле белгес - төркиәтселәр, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән ғалимдар йәлеп ителгән.
       - Был хеҙмәтте ете томда тәҡдим итеүебеҙҙе боронғо замандан хәҙерге көнгә тиклем ҡатмарлы, күләмле, күп быуатлыҡ халҡыбыҙ тарихының һәр яҡтарын да сағылдырырға ынтылыуыбыҙ менән аңлатабыҙ, - ти "Башҡорт халҡының тарихы" йыйынтығының баш мөхәррире Марат Ҡолшәрипов. - Этник, демографик, хужалыҡ итеү, социаль, менталь, тел кеүек һәм башҡа тарихи аспекттарҙы асып һалыу төп маҡсаттарҙың береһе ине. Беренсеһе артынан "Башҡорт халҡының тарихы" йыйынтығының башҡа томдары ла нәшер итеүгә әҙерләнә. II том V - XVI быуат урталары осорон үҙ эсенә алһа, III том XVI быуаттың икенсе яртыһынан алып XVIII быуатҡа тиклем ваҡытты яҡтырта, IV томға - XIX быуат, V томға - 1940 йылға тиклем XX быуат башы, VI томға - 1940 - 1985 йылдар, VII томға 1985 йылдан алып XXI быуат башына тиклемге осор ингән.
       "Башҡорт халҡының тарихы"ның беренсе томы боронғо замандан IV быуатҡа тиклемге араны үҙ эсенә алған. Ул Рәсәй фәндәр академияһының "Фән" нәшриәтендә баҫтырылған. Үҙенсәлекле баҫманы нәшер итеүгә матди сара республика бюджетынан бүленгән.
       "Башҡорт халҡының тарихы"ның тәүге томында кешеләрҙең Көньяҡ Уралды үҙләштереүе, халыҡ булараҡ формалашыуы хаҡында яҙылған һәм боронғо этномәҙәни процесс яҡтыртылған. Был осорҙо төплө тикшереү башҡорттарҙың этногенетик тарихын реконструкциялау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, - тип билдәләй беренсе томдың етәксеһе, Тарих, тел һәм әҙәбиәт интитутының археологик тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире Владимир Овсянников. - Том авторҙары антропологик, археологик, фольклор, лингвистик сығанаҡтар ярҙамында башҡорт халҡының мәҙәни йолаларының боронғолоғон, уларға тиклем булған мәҙәниәткә бәйлелеген күрһәтергә теләне. Хәҙерге заман фәне башҡорт халҡы тарихына был мәҙәниәттәрҙең ни ҡәҙәр ҡатнашлығы булыуын билдәләй алмаһа ла, ҡатнашлыҡ фактын иҫбатлар хәлдә.
       Күп томлыҡты әҙерләүселәр китап халыҡта ҙур һорау менән ҡулланыр һәм уҡыусыларҙан юғары баһа алыр, тип өмөтләнә.
       Олег Яровиков фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал