6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Фотолар һәм хаттарҙағы тарих
11.03.10


       - Архив - ул протоколдар ғына түгел, - ти БР Үҙәк дәүләт тарих архивы фондының баш һаҡлаусыһы Гөлнара Кәлимуллина. Беҙҙә тарихҡа йән биреүсе хаттар, фотолар, иҫтәлектәр һаҡлана. Фонд тарихсыларға ғына түгел, илебеҙҙең һәр кешеһе өсөн әһәмиәтле, тигән фекерҙә беҙ. Бигерәк тә Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан. Фронттан килгән хаттарҙы уҡыйһың да, уларҙан килгән йылыны тояһың. Һалдаттар туғандарының ниндәй хәлдә булыуы, сәләмәтлеге, һауа торошо менән ҡыҙыҡһынған. Бар хаттар ҙа цензура үткән, ләкин шундай шарттарҙа ла кешеләр шәхси мәғлүмәт менән алмашырға хәйләһен тапҡан.
       БР Үҙәк дәүләт тарих архивында Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы документтарҙы дүрт төргә бүлеп ҡарайҙар.
       Беренсе категорияға ветерандарҙың хаттары инә. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында күп яугирҙәр гәзиткә йәки тура архивҡа мөрәжәғәт иткән. Бындай хәтирәләр, ҡағиҙә булараҡ, төҙөк хәрефтәр менән дәфтәр битенә төшөрөлгән.
       - Надежда Сидо ике Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының тарихын яҙып ебәргән, - ти Гөлнара Тимерйәр ҡыҙы. - Үҙенең хәләл ефете Василий һәм ағаһы Никитаның фронт юлы тураһында бәйән иткән. Никита Сидо 1943 йылда һәләк булған. Ә Василий Ҡандрыға әйләнеп ҡайтҡан һәм 1985 йылға тиклем йәшәгән. Сидоның хаттарында фотолар ҙа бар. Бындай материалдар беҙгә Еңеү көнө байрамына әҙерләнгәндә ярҙамға килә. Улар нигеҙендә беҙ республика баҫмаларына материалдар яҙабыҙ.
       Икенсе төрҙәге документтарға ла хаттар инә, ләкин фронттан килгән хаттар. Һалдат өсмөйөштәрен архив хеҙмәткәрҙәре ҙур һаҡлыҡ менән асып, махсус папкаларға һаҡларға һала. Бындай документтарҙың күбеһенә реставрация талап ителә. Бының өсөн махсус материалдар, атап әйткәндә, һарғаймай һәм ҡағыҙҙы боҙмай торған елем ҡулланыла.
       - 30-сы йылдар аҙағында беҙҙең республикала ғәрәп графикаһы таралған булған. Уның менән һуғыш заманында ла ҡулланғандар. Фронттан килгән хаттарҙың күп өлөшө ошо ысул менән яҙылған, - ти Кәлимуллина. - Бындай документтар беҙҙә аҙ түгел. Һәр һалдат өсмөйөшөндә "Цензура менән тикшерелгән" тигән штамп тора.
       Өсөнсө һәм дүртенсе төрҙәге документтар - бер нисә тарихи осорҙоң үҙенсәлекле ҡушылмаһы ул.
       - Тәүгеһенә беҙ мәктәп эҙәрмәндәре отрядтарының яҙмаларын индерәбеҙ, - тип Гөлнара Тимерйәр ҡыҙы ҡалын альбомдарҙы күрһәтә. - Бына, мәҫәлән, Благовар районы уҡыусыларының үҙҙәрендә йәшәгән ветерандарға йөрөп, уларға тултырған карточка - анкеталары. Уларҙа тыуған йылы, белеме, фронтта үткән юлы хаҡында мәғлүмәт бирелгән. Һәр береһенең фотолары ҡуйылған.
       Краснокама районы уҡыусыларының отчеты татар телендә яҙылған. Уларҙа анкета һәм фотолар ғына түгел, төп нөсхәләге документтар ҙа бар, быларҙы ветерандар үҙҙәре һәм уларҙың туғандары биргән. Мәҫәлән, альбомға һалдат Бәни Вәлиевтың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында белдереү ҡағыҙы ла һалынған.
       - Документ ҡағыҙына иғтибар итегеҙ, - ти Кәлимуллина. - Һуғыш йылдарында ҡағыҙға ҡытлыҡ булған, һәм хатта ошондай әһәмиәтле документтар ҙа ҡул аҫтындағы ҡағыҙға тултырылған. Был хәбәр әйбер төрөү өсөн ҡулланылған ҡағыҙ киҫәгенә яҙылған.
       Документтарҙың дүртенсе төркөмөнә ветерандарҙың үҙҙәре яҙған мемуар төрөндәге материалдар ҡарай. "Улар Ватан өсөн алышты" тупланмаһында Черниковкала йәшәгән ветерандарҙың хәтирәләре һаҡлана. Бында яу ваҡиғалары хаҡында ҡулдан яҙылған яҙмалар, һалдаттарҙың фронтта ижад иткән шиғырҙары, фашистарҙан көлгән таҡмаҡтар, хатта хәрби частарҙа стенгазеталарҙы биҙәгән Лениндың цитаталары бар. Төпләмдә фотолар ҙа урын алған.
       - Ә бына ошоға оҡшаш йәнә бер документ данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһына арналған, - ти Гөлнара Тимерйәр ҡыҙы. - Ветеран Ҡотлоюлов был китапты "Өфөнән Бранденбургҡа тиклем" тип атаған һәм өҫтәп картаһын да биргән. Был хикәйә машинкала баҫылған һәм төпләнгән.
       Бындай документтар йәш хеҙмәттәштәребеҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Улар нигеҙендә архив хеҙмәткәрҙәре бер нисә статья әҙерләне, яҡын арала улар республика баҫмаларында донъя күрәсәк. Ләкин тарихи архивтың күләмле эшендә был бәләкәй тамсы ғына. Фонд һаҡлаусыһы әйтеүенсә, архив материалдарының бер нисә томы нәшер ителәсәк.
       - Еңеү көнөнә беҙҙең материалдарҙан эвакуация тарихына бағышланған "Туғандаш Башҡортостан ерендә" йыйынтығы баҫтырыла. Бынан тыш, тыл хеҙмәтсәндәренә арналған күп томлыҡты нәшер итеүҙә лә архив әүҙем ҡатнашты. Беҙ кәрәкле мәғлүмәтте йыйып, уны артабан район хакимиәттәренә тапшырҙыҡ. Беҙҙең мәғлүмәт уларҙа раҫлау тапты һәм тиҙ арала баҫмала донъя күрәсәк. Хәрби документтарға ҡатнашлығыбыҙ юҡ, улар менән икенсе архив шөғөлләнә, ләкин беҙҙең сығанаҡтар тарихты йәнле итергә, һәр кемгә уны ҡулланырға мөмкинлек бирә. Был бигерәк тә йәш быуын өсөн мөһим.
       Мирон Доровских фотоһы.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал