6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Континент кубогы яуланды
10.03.10


       "Салауат Юлаев" был миҙгелдең Олимпиаданан һуңғы өс матчында ла еңеү яуланы. Шуларҙың икенсеһе ваҡытынан алда континент Кубогын алыу менән бөттө. Өсөнсөһө көслө ихтыярлы уйын һәм был Кубокты ҡулға алыу менән тамамланды.
       Ниндәй иҫәп менән "юлаевсылар" Минскиҙы отто, тип һорағыҙ - иҫләмәйем. Патрик Торесен менән Александр Радуловтың таҡыр баштарынан тәьҫораттар күп бигерәк. Улар, имеш, Олимпиадала ниндәйҙер бәхәскә ингән һәм икеһе лә отолған, тиҙәр...
       Рига менән булған матур матч та хәтерҙе "ашаны". Ҡана, булмаһа, протоколды ҡарап, хәтер яңыртайым.
       ...Ах, шулай бит әле - барыһы ла ябай һәм етеҙ хәл ителде. Алексей Медведев һәм Патрик Торесен етенсе минутта уҡ иҫәпте 2:0 итте. Бында нисек көрәшәһең инде, "юлаевсылар" ҡапҡаға шайбаларҙы тиҙ ырғытҡанда?
       "Динамо" уҫалдарса бер шайбаға иҫәпте ҡыҫҡартты. Владимир Денисов оҫталыҡ күрһәтте. Ләкин "юлаевсылар"икенсе ваҡыт арауығында йәнә ике тапҡыр - Дмитрий Калининдың төҙәп атыуы һәм Кирилл Кольцовтың ҡапҡаға ырғытыуы менән яуап бирҙе, 4:1.
       Артабан уйын күңелһеҙ дауам итте. Башҡаса голдар булманы. Минск уйынсыларының береһе - Дьюи Весткотт Торесенға бирсәткәләрҙе ташларға тәҡдим итте. Тегеһе нимәлер әйтеп, кире ҡаҡты, инглиз телендәлер инде, моғайын.
       Сирена менән бергә журналистар сисенеү бүлмәһенә йүгерҙе. Радулов һәр ваҡыттағыса ҡасты. Мин бер үҙем Торесенға ыңғайланым.
       - Патрик, Радулов менән ниңә ҡырындығыҙ?
       - Мин ошолай сәс киҫтерергә генә теләнем, - тип хәйләләне викинг.
       - Ысынлап та шулаймы?
       - Эйе, был бер нимәгә лә бәйле түгел.
       - Һуғышырға тәҡдим иткән Минск уйынсыһына нимә тип яуап бирҙең?
       - Алда плей-офф тора, һәм миңә әле йәрәхәттәр ҙә, дисквалификация ла кәрәкмәй, тинем.
       - Дөрөҫ эшләгәнһең! Григоренко менән бер составта миҙгелдең иң яҡшы снайперы исеменә дәғүә иткәнеңде беләһеңдер инде?
       - Юҡ. Мин күпселектә яҡшыраҡ уйнарға, күберәк индерергә тейешмен, тип уйлайым.
       Петр Счастливый Өфө командаһына яңыраҡ килде һәм шунда уҡ бәхет - Континент кубогын килтерҙе.
       - Петр, карьераңда ҡасан да булһа даими уйында еңгәнең булдымы?
       - Юҡ, быныһы беренсе тапҡыр. НХЛ-да "Оттава" менән конференцияла еңдек, шунан артығы булманы.
       Баш тренер Быковты журналистар матбуғат конференцияһында ҡул сабып ҡаршыланы. Нимә генә тимә, тренер сифатында Рәсәйҙәге чемпионатта ул беренсе тапҡыр еңә. Был ҡаҙанышҡа барыһы ла өлгәшмәй.
       "Динамо" хоккей клубының (Минск) баш тренеры Александр Андриевский:
       - Нимәлер әйтеүе ауыр. Командалар әле төрлө мәсьәләне хәл итте. Беҙҙә бөгөн бер ыңғай фактор булды: өсөнсө осорҙа бишәүгә өсәү уйнағанда бер тапҡыр ҙа ҡапҡаға үткәрмәнек. "Салауат Юлаев" командаһын еңеүе һәм "Континент кубогын" алыуы, чемпионатта беренсе урын яулауы менән ҡотларға ғына ҡала. Һеҙҙең командаға плей-оффта уңыштар теләйем.
       "Салауат Юлаев" хоккей клубының баш тренеры Вячеслав Быков:
       - Был матчтың әһәмиәтен егеттәр яҡшы аңлай ине - регуляр чемпионатта еңеү бит. Континент кубогы - бар команда, клуб, көйәрмәндәрҙең уртаҡ эшенең һөҙөмтәһе ул. Бөгөн уйынға көсәнеп кенә сыҡтыҡ, бығаса булған матчтың тәьҫиренәндер инде. Ахырҙа тынысланып, матчты контролгә алдыҡ.
       - Мирослав Блатякты "ҡорос кеше" тип атарға ваҡыт. Ләкин ул бөгөн уйнаманы. Сәбәбе ниҙә?
       - Һеҙ, моғайын, һәр төрлө рекордтарҙы күҙ уңында тотаһығыҙҙыр? Шулай ҙа беҙгә икенсе кубок һәм икенсе рекордтар мөһим. Мирослав Блатякка ял итергә форсат бирҙек, һуңғы арала ул күп уйнаны, шул иҫәптән Олимпиадала ла. Арығанлығы һиҙелә.
       - Радулов менән Торесендың яңы "прическаларының" серен аса алаһығыҙмы?
       - Үҙем өсөн дә был көтөлмәгән хәл булды. Егеттәр психологик планда нимәнелер үҙгәртергә теләйҙер, моғайын. Һуңғы арала беҙҙең тирәләй кире энергия күп булды.
       - Плей-оффта ҡаршы сығасаҡ команданың асылда кем булыуы мөһимме? "Трактор"мы, әллә "Себер"ме?
       - Ниңә алдан борсолорға? Ҡалай булһа ла, беҙгә ҡаршы сығыуы ихтимал булған командаларҙы ҡарайбыҙ, һығымталар яһайбыҙ. Һәр команданы ихтирам итәбеҙ һәм плей-оффҡа әҙерләнәбеҙ.
       "Себер"... "Трактор"... Һөҙөмтәлә Екатеринбургтан "Автомобилист" командаһы эләкте бит! Был клуб ҡунаҡта көнбайыш лидеры СКА-ны тар-мар итте, ә "Себер" "Витязь" командаһынан отолдо!
       Беҙҙекеләр СКА-ның еңелеүе арҡаһында ярышташының кем булырын белмәйенсә, питерлыларҙың буласаҡ оппонентын үҙҙәре һынап ҡараны. Ул ваҡытта турнир таблицаһында өҫкә күтәрелерен белмәгән, көйәрмәндәре, намыҫы һәм премия өсөн уйнаған был ҡатмарлы холоҡло оппонент Өфөлә шәп уйын күрһәтте.
       Башта "Динамо" (Рига) беҙҙең команданы аптырашта ҡалдырҙы. Беренсе осорҙа уҡ 0:3 - был бик шәп. Афарин, латыштар, тағы ни әйтәһең. Улар КХЛ-дың иң яҡшы снайперы Марцел Хосса, етеҙ Мартин Карий, башлы Рональд Петровицки, ышаныслы Мартин Прусегы булмаған Латвияның йыйылма командаһы менән дә көс һынаша алалыр әле, моғайын.
       Континент кубогы тора - ә уның хужалары күңелһеҙ иҫәп менән пыран-заран ителде. Икенсе осорҙы "юлаевсылар" яңы ҡапҡа һаҡсыһы Александр Еременко һәм яңы һөҙөмтәле уйын менән дауам итте. Александр Пережогин, Руслан Нуретдинов, Дмитрий Калинин һәм Александр Радулов латыштарҙың ҡапҡа һаҡсыһы Мартин Прусекка баш ауырыуы ойошторҙо. Һәм 4:3.
       Өсөнсө осорҙа латыштар иҫәпте тигеҙләне, хатта берәүгә уҙып китте, ләкин КХЛ-дың иң яҡшы снайперы исемен ала алған Патрик Торесендың шайбалары һәм буш ҡапҡаға Владимир Антиповтың голы иҫәпте 6:4 итте.
       "Салауат Юлаев"тың капитаны Виталий Прошкин Континент кубогын баш өҫтөнә күтәрҙе. Башҡа уйынсылар уны ҡабатламаны. Беҙ яңы йола барлыҡҡа килеүен тамаша ҡылдыҡ.
       Сисенеү бүлмәһендә Александр Еременко "БАШвест"ҡа бына нимә тине:
       - Үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙ, был миҙгелдәге төп трофей түгел был.
       - Уйын ҡатмарлы булдымы?
       - Матч иң ауырҙарҙан түгел. Улар ваҡытында уңайлы мәлдәрҙе оҫта файҙаланды.
       "Динамо" клубының (Рига) баш тренеры Юлиус Шуплер:
       - Беҙҙең ҡарамаҡҡа беренсе осор бик уңышлы булды, голдар индерҙек, уйыныбыҙ матур килеп сыҡты. Икенсе осорҙа беҙ тынысландыҡ ҡына түгел, ҡаршы команда ла тырышлығын арттырҙы. Өсөнсөһөндә хәлдәрҙе төҙәтергә тырыштыҡ, звеноларҙа уйынсыларҙың урындарын алмаштырҙыҡ. Үҙемдең егеттәрем тураһында шуны әйтә алам: улар тырышты, бар көсөн һалды, уңайлы мәлдәре булды, ләкин шайба индереүгә ҡулланманылар. Уйынсыларыма рәхмәт, сөнки улар бик оҫта, шәп командаға ҡаршы уйнаны.
       "Салауат Юлаев"тың баш тренеры Вячеслав Быков:
       - Ярышташыбыҙ беренсе осорҙа уҡ агрессив һәм әүҙем уйынға сыҡты, алдан егеттәрҙе иҫкәртһәләр ҙә, бындайға беҙ әҙер түгел инек. "Динамо" бик ҡеүәтле башлай, беҙ улар ҡатнашлығындағы һуңғы уйындарҙы ҡарағайныҡ инде. Һәм беренсе осор быны асыҡ күрһәтте. Икенсе осорҙа ҡапҡа һаҡсыһын алмаштырҙыҡ, хәрәкәтте, ынтылышты, агрессив уйынды арттырҙыҡ һәм һөҙөмтәгә ирештек. Барыһын да еңеү менән, регуляр чемпионаттың тамамланыуы менән. Көйәрмән ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март менән.
       - Вячеслав Аркадьевич, команданың уйынына килгәндә. Бөгөн Радулов менән Торесен Сидякинды бер аҙ инҡар иткән кеүек булды. Һеҙ быны һиҙҙегеҙме?
       - Улайҙыр, тип уйламайым. Бында барыһы ла аңлашыла - улар бер-береһен тиҙ таба. Ә Андрей егеттәр менән яңыраҡ уйнай башланы, ул әлегә тәжрибә туплай. Һәр хәлдә, әлегә был "өс таған" үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтте.
       - Сергей Зиновьев буйынса яңы хәбәр бармы?
       - Сережа ҡайтып етте, ул әле беҙгә яраларын бәйләтергә йөрөй. Уйлауымса, үкенескә күрә, был миҙгел Сергей өсөн тамамланды. Ул хәҙер сәләмәтлеген ҡайғыртырға тейеш. Операция, беҙгә әйтеүҙәренсә, уңышлы үткән. Уға ҡыйын, әлбиттә, уйнағыһы килә, ләкин спортта шулай.
       - Плей-офф уйындарына төп ҡапҡа һаҡсыһын билдәләнегеҙме?
       - Беҙ чемпионаттағы кеүек башлайбыҙ - ҡапҡа һаҡсыларының сиратлы уйынын дауам итәбеҙ.
       "БАШвестЪ":
       - Ике остазға ла һорау: ҡайһы команда көслөрәк - Латвияның йыйылма командаһымы, әллә Риганың "Динамо"һымы?
       Быков яуап биреүҙән баш тартты, ә Шуплер былай тине:
       - Әлбиттә, Латвияның йыйылма командаһы. Уларҙа тиҙлек күрһәтеүсе уйынсылар бар...
       Андрей Старостин фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал