6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Физик тәрбиә

Илдус Илешев: ялғанлау өсөн эштән ҡыуырға
09.03.10


       Ванкуверҙағы Олимпиада тамамланды. Йомғаҡтар яһарға ваҡыт. Рәсәй спорты, атап әйткәндә Башҡортостан спорты ни хәлдә? Тамырынан үҙгәртеү талап ителәме, әллә бары тик позицияларын нығытыу ҙа етәме?
       Профойошмалар йортонда "Башҡортостан Республикаһының йәштәр, физкультура-спорт һәм турист ойошмаларының 2009 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары һәм 2010 йылға төп бурыстар" исеме аҫтында Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының киңәйтелгән ултырышы үтте.
       Ултырышта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин һәм уның урынбаҫарҙары, шулай уҡ коллегия ағзалары иҫәпләнгән бер нисә министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
       Илдус Илешев үҙенең сығышында төп мәсьәләләрҙе һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләне.
       Ул оло спорттың уңыштары үҫешкән балалар спортына нигеҙләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика, уның әйтеүенсә, спорт объекттары төҙөлөшөнә федераль үҙәккә ҡарағанда матди сараны күберәк бүлә. 50-гә 50 итеп финанслауы күпкә ғәҙелерәк булыр ине.
       Вице-премьер спорт объекттары эшмәкәрлегенә айырым туҡталды. Уның белдереүенсә, унда ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында спортзалға ингән ололар түгел, иң элек балалар шөғөлләнергә тейеш. Залдарҙы тулы ҡеүәтендә файҙаланыу фарыз, буш тормаһын. Балалар спорт менән ысынбарлыҡта шөғөлләнһен, ҡағыҙҙа түгел.
       Илешев тә, Никерин да БР ҡалалары һәм райондарында спорт менән шөғөлләнгән балаларҙың иҫәбен яһалма арттырып күрһәткән яуаплы чиновниктарҙы ялған мәғлүмәт биреүе өсөн эштән бушатыласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Секцияла шөғөлләнгән балалар иҫәбен тикшереүсе комиссияларҙың алдан иҫкәртмәйенсә килеү тәжрибәһе дауам ителәсәк.
       Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, Илешев фекеренсә, һөҙөмтәле һәм белеп эш итергә тейеш. Аттестация көтөлә, һәм биләгән вазифаһына тәғәйен эш күрһәтә алмағандар эшенән ҡыуыласаҡ. Илешевтың йәш быуын мәсьәләләрен үҙәккә алған сығышынан һуң, йәштәр сәйәсәте, физик тәрбиә, спорт һәм туризм өлкәһендә иң яҡшы белгестәрҙе билдәләү, шулай уҡ республика конкурстарына йомғаҡтар яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
       "Башҡортостан Республикаһында спорт үҫешенә өлөш индергәне өсөн" почет билдәһе менән Ванкуверҙағы Олимпиада Уйындарында "бронза" алған биатлонсы Максим Чудов бүләкләнде.
       - Беҙ был Олимпиаданан бик аҙ миҙалдар менән ҡайттыҡ, - тине ул, - һәм мин республика өсөн шуларҙың береһен - "бронзаны" алып ҡайтыуыма шатмын. Барығыҙға ла йәштәргә спортта алға ынтылырға ярҙам итеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Йәштәрҙең хәҙер спорт менән шөғөлләнергә, үҫергә һәм үҫешергә мөмкинлеге бар.
       Мин хакимиәт башлыҡтарына мөрәжәғәт итергә теләйем. Һеҙгә ярҙам һорап йәш спортсылар, спортҡа ярҙам итергә әҙер инициативалы кешеләр килгәндә, уларҙы кире ҡаҡмағыҙ. Мин бындай хәлгә осраным, һәм күңелдә насар тойғо ҡалды. Беҙҙә уйланылғандарҙың барыһы ла килеп сығыр, бик күп яңы көслө спортсылар үҫеп етер, һәм яңы миҙалдар булыр, тип ышанам.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал