6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Хәрәкәт кенә һөҙөмтәгә килтерә
04.03.10


       Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауына бер нисә генә көн үтте. Ә Дәүләт Йыйылышы депутаттары был документты өйрәнеп, уны баһаларға ла өлгөрҙө.
       - Әлеге Мөрәжәғәтнамә - тәрән аҡыллы Мөрәжәғәтнамә. Президент дәүләт вәкиле, шул уҡ ваҡытта төплө фекерләүсе аҡһаҡал да булып сығыш яһаған, - ти Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалдары буйынса комитеты рәйесе, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты кафедраһы мөдире, юридик фәндәр докторы, профессор Зөфәр Еникеев.
       - Дөйөм алғанда, быйылғы йылдағы Президент Мөрәжәғәтнамәһе аныҡлығы менән айырылып тора, ул барыһын да - гражданлыҡ йәмғиәте системаһын да, дәүләт системаһын да үҙ эсенә алған.
       Үҙенең мөрәжәғәтендә Мортаза Рәхимов нимәләр төҙөү, нимәне ахырына еткереү кәрәклеген, ниндәй капитал һалыуҙар талап ителеүен аныҡ билдәләне.
       Урындағы үҙидара буйынса комитет рәйесе булараҡ, мин Президенттың, муниципаль үҙгәртеп ҡороуҙар ахырына еткерелергә тейеш, тигән һүҙҙәрен ҡулланыуға алдым. Ләкин шуны әйтә алам, был осраҡта барыһы ла республика етәкселеге позицияһынан ғына тормай. Төп мәсьәләләр федераль кимәлдә хәл ителә. Шуның арҡаһында беҙ урындағы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, тәрән реформалар үткәрә алмайбыҙ. Фекеремде аңлатам. Һәр закон финанс яҡтан нығытылырға тейеш. Хоҡуҡи яҡтан үҫешкән илдәрҙә тәүҙә закон индерелә, артабан, ошо законды иҫәпкә алып, бюджет ҡабул ителә. Президент мөрәжәғәтендә "ҡыҙыл юл" булып закондарҙы бюджет менән тәьмин итеү идеяһы үтә. Ул иғтибарыбыҙҙы федератив мөнәсәбәттәр үҫешенә йүнәлтә. Бындағы эштәрҙең осо-ҡыры юҡ. Беҙ унитар дәүләт төҙөйбөҙ. Алдынғы илдәрҙә, мәҫәлән, Швейцарияла, йыйылған һалымдың 33 проценты муниципаль берәмектәргә тапшырыла, 33 проценты - субъекттарға, ҡалған өлөшө генә федераль бюджетҡа китә. Уҙған йылда, мәҫәлән, углеводородтарға һалымдарҙың 95 проценты федераль бюджетҡа китте, быйыл иһә - йөҙ проценты. Һөҙөмтәлә, бюджет федерализмы булмауы арҡаһында дотацион йәки, икенсе төрлө әйткәндә, депрессив төбәктәр арта. Әгәр биш йыл элек илдә үҙен-үҙе тәьмин итеүсе 25 төбәк булһа, хәҙер уларҙың һаны 14-кә ҡалды. Һәм, әгәр был мәсьәлә тиҙ арала хәл ителмәһә, дотацион төбәктәр арта ғына барасаҡ. Ә үҙәктән: "Төбәктәрҙең хәленән килмәй икән, уларҙы берләштерергә кәрәк!" - тип әйтәсәктәр. Һуң был бит төптө дөрөҫ түгел!
       Президенттың әлеге Мөрәжәғәтнамәһе - Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи нигеҙе үҫеше һәм камиллашыуы өсөн ориентир булып тороусы сәйәси-хоҡуҡи документ ул. Президент бер нисә тапҡыр ҡабатлаған "Хәрәкәттә - бәрәкәт" башҡорт халыҡ әйтеменә тәрән фәлсәфәүи мәғәнә һалынған. Кемдер килеп, беҙҙе ашатыр, тип көтөргә ярамай. Хәрәкәт итергә, эшләргә кәрәк. Ныҡышмалыҡ ҡына өҫкә ҡалҡып сығырға мөмкинлек бирәсәк. Ә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Дмитрий Купцов Мөрәжәғәтнамә - 2010 тураһында бына нимә тине:
       - Башҡортостан Республикаһы Президентының әлеге Мөрәжәғәтнамәһе - ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм эштә ҡулланыу өсөн уңайлы. Унда Мортаза Рәхимов республикала булдырылғанды ентекле һүрәтләгән һәм артабан яҡшыраҡ йәшәү өсөн нимәләр эшләү кәрәклеген күрһәтеүсе аныҡ маҡсаттар билдәләгән.
       Депутат булараҡ әйтә алам, хеҙмәттәштәребеҙ менән бик йыш йыйылып, артабан ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итеү тураһында күп фекер алыштыҡ, бәхәсләштек. Президент беҙҙең әңгәмәне ишетмәне, әлбиттә. Нимәһе ҡыҙыҡ, уның мөрәжәғәтендә беҙҙең байтаҡ һорауҙарыбыҙға яуап ишетелде, шиктәребеҙ таралды.
       Был документта аныҡ һәм аңлайышлы маҡсаттар билдәләнгән. Президент сығыш яһағанға бер аҙна ла үтмәне, мин, Мөрәжәғәтнамәне өйрәнеп, айырым мәсьәләләр буйынса уға өс-дүрт тапҡыр мөрәжәғәт итергә өлгөрҙөм.
       Мәҫәлән, Президент моделле хоҡуҡи акттар банкын төҙөү бурысын ҡуйған. Ниндәйҙер кимәлдә был мәсьәлә яңыраҡ ҡабул ителгән пассажирҙар йөрөтөүҙе регламентлаусы законды әҙерләүҙә ҡатнашҡан беҙҙең комитет эшмәкәрлегенә лә ҡағыла. Хәҙер, республика Президенты мөрәжәғәтен күҙ уңында тотоп, беҙ бар документтар пакетын брошюра итеп баҫтырып сығарабыҙ, муниципалитеттар вәкилдәре менән семинар-кәңәшмә йыясаҡбыҙ һәм, алға, барыбыҙға ла уңышлы юл! Ҡануниәт акттарын тормошҡа ашырыу өсөн муниципалитеттарҙың бөтә хоҡуҡтары ла бар.
       Ғөмүмән, Мортаза Рәхимов дөрөҫ билдәләгән кеүек, эшмәкәрлегеңдә туҡталып ҡалырға ярамай. Әгәр туҡтаһаң, башҡалар һине уҙып китәсәк һәм тарих төпкөлөнә этәсәк. Шуға күрә, Президент һүҙҙәренә ярашлы, - алға, алға һәм тағы ла алға!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал