6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Барыһы ла хәтерҙә
03.03.10


       Эх, путь дорожка фронтовая,
       Не страшна нам бомбежка любая,
       Помирать нам рановато,
       Есть у нас еще дома дела.
       1942 йылдың яҙынан 1944 йылдың яҙына тиклем Волхов һәм Ленинград фронттарында һуғыштарҙа ҡатнашҡан атайымдың, Фәиз Зариф улы Шакировтың, яратҡан йырынан был һүҙҙәр.
       Атайым һуғыш тураһында һөйләргә яратманы, шулай ҙа ҡайһы берҙә, ҡағиҙә булараҡ, Еңеү көнөндә, 9 Майҙа, "наркомдың" 100 грамынан һуң, биш улының ныҡышып үтенеүен тыңлап, фронттан айырым эпизодтарҙы хәтерләп ала торғайны. Утыҙ йылдан ашыу журналист карьерамда мин бер тапҡыр ҙа атайымдың яуҙа ҡатнашыуы, ике бала менән әсәйемдең, Наилә Яҡуп ҡыҙының, был йылдарҙы тылда нисек үткәреүе хаҡында яҙманым. Һәм бына хәҙер, үҙемдең хатамды аңлап, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан, атай алдындағы ул бурысын үтәйем - "БАШвестЪ" уҡыусылары хөкөмөнә атай-әсәйҙең һуғыш тураһында һөйләгәндәренән хәтерҙә ҡалғанды тәҡдим итәм.
       Уҙған быуаттың 30-сы йылдары уртаһында әсәйем менән атайым, Ырымбур педтехникумын тамамлап, күрше Башҡортостанға эшкә килә, Ейәнсура районы Байдәүләт ауылында уҡытыусылыҡ итә. Һуғыш башланғансы уларҙың ике балаһы була, өс йәшлек Радик менән бер йәшлек Светлана. 1942 йылдың апрелендә атай фронтҡа китә, әсәйем ике балаһы менән тороп ҡала.
       Әсәй яғынан ҡартатайым, Яҡуп бабай, әсәйемдең тыуған ауылы Ырымбур өлкәһенең Үрге Себенле ауылында йәшәй. Ҡартатай әсәйгә хат яҙа: "Был һуғыш, ҡыҙым, бик оҙаҡҡа һуҙылыр. Балалар менән беҙгә кил, бар туғандарың да бында, ауырлыҡтарҙы бергәләп үткәреүе еңелерәк булыр". Әсәйем шулай итә лә. Атайҙан хаттар һирәк килә. Ул элемтәсе була, ғәскәр подразделениеларын бәйләнеш менән тәьмин итә.
       - Беҙ һуғышҡан ерҙәр һаҙлыҡлы ине, - тип һөйләр ине атайым. - Элемтәне пулялар аҫтында һыу буйлап һуҙырға тура килде. Кейем бер ҡасан да кибеп өлгөрмәй торғайны, итектәр һәр ваҡыт һыуҙан лысҡылдап йөрөнө, һыуланған силғауҙар аяҡты ҡырҙы. Эргә-тирәлә снарядтар ярылғанда, пуляляр һыҙғырғанда барыһы ла һәләк булыу ҡурҡынысына сыҙай алманы. Был турала һөйләргә кәрәкмәҫ ине, ләкин, нимәһен йәшерергә, дезертирҙар ҙа булды һуғышта, дошман яғына ҡасты. Ундайҙар һирәк булды, әлбиттә, һәм һәр ваҡыт бындай ваҡиға ғәҙәттән тыш хәл кеүек ҡабул ителде.
       Үҙе шаһит булған һәм, күрәһең, уны бик ныҡ тетрәндергән ошондай дезертирлыҡ эпизодтарының береһе тураһында ул бер генә тапҡыр һөйләмәне.
       - Барыһы ла көтөлмәгәнсә булды, берәү ҙә аңлап өлгөрмәне, - тип һөйләне атайым. - Фронттың алғы һыҙығына яҡын инек. Үҙебеҙҙең подразделение офицерын плащ-палаткала, һыбай китеп барғанын күрҙек. Тәүҙә ул урман ситенән әкрен генә юртып барҙы, һуңынан сабып китте һәм урманға инеп юғалды. Уның немецтарға ҡасып сығырға ҡарар итеүе аҙаҡтан ғына башыбыҙға барып етте. Барыбыҙ ҙа аптырап ҡалдыҡ.
       1944 йыл башында, Ленинград ҡулсаһын йырып сыҡҡан көндәрҙә, атайымдың башы яралана, етди контузия ала. Пулялар аҫтынан уны йәш кенә медсестра сығара. Яраланыу һөҙөмтәһендә тәненең һул яғын фалиж һуға, атай һөйләшә лә, ҡуҙғала ла алмай. Башта лазаретта ята, һуңынан уны Ленинградҡа, госпиталгә оҙаталар. Атайҙы оҙаҡ дауалайҙар, табиптар билдәле нейрохирург Николай Бурденко менән дә кәңәшләшә.
       - Әгәр Бурденко булмаһа, бәлки, мин иҫән дә ҡалмаҫ, аяҡҡа ла баҫмаҫ инем, - тип һөйләне атай.
       Бурденконы, яуҙан алып сыҡҡан медсестраны атаған кеүек, ул ҡотҡарыусым тип йөрөттө. Әсәйем һөйләүенсә, фронттан ҡайтҡандан һуң атай оҙаҡ ваҡыт тотлоғоп һөйләшкән.
       1944 йылдың яҙында балаларға белем биреү өсөн уҡытыусыларҙы фронттан саҡыртып алыу тураһында ҡарар сыға. Атай фронтҡа киткән эш урынына - Байдәүләт мәктәбенә ҡайтырға тейеш була.
       Атайым һуғышта булғанда, әсәйем дә ике балаһы менән тылда михнәтте күп күрә. Аслыҡ иң ҙур ғазап була. Әсәйем аслыҡтан үлеүҙән һыйыр арҡаһында ҡотолоуҙары хаҡында бик йыш һөйләй торғайны. Малҡай һөтөн дә биргән, уның менән утынын да, бесәнен дә ташығандар. Яҙғыһын халыҡ көҙҙән ҡалған арыш һәм һоло башаҡтарын йыйырға баҫыуға сыҡҡан, серей башлаған бойҙайҙы ыуып, һыуҙа бутҡа бешереп ашаған. Күптәр был аштан ағыуланған, ғаиләләре менән ҡырылған.
       - Был бойҙайҙан бутҡаны беҙ һөттә бешерҙек, шул ғына ҡотҡарған беҙҙе, - тип хәтерләй әсәйем. - Ә бына баҫыуҙа көҙҙән ҡалған картуфты шикләнмәйенсә ашаныҡ. Яҙын йыйып алғас, киптерәбеҙ ҙә, крахмалдан ҡоймаҡ бешерәбеҙ.
       Әсәй мәктәптә эшләй, ә ас ағайым менән апайым өйҙә яңғыҙ ҡала. Шулай бер ваҡыт улар сумаҙанда әсәйем менән ауыр көндәр өсөн йәшереп ҡуйылған он запасын таба. Улар уны аса, ҙур сеүәтәгә һыу ҡоя, ондо һалып болғай ҙа, ошо клейстер менән ҡорһағын тултыра, шул рәүешле аслығын баҫа.
       Һуғыштан һуң атайым ғаиләһе менән бер нисә йыл Байдәүләттә йәшәй, һуңынан уны Абҙанға ебәрәләр, артабан Һаҡмар совхозына, артабан Ҡужанаҡҡа. Һәм был ауылдарҙың һәр береһендә атайым директорлығын яңы мәктәп төҙөлөшө менән тамамлай. Атайымдың производствонан айырылмайынса, мәктәптәр төҙөлөшө араһында ситтән тороп Ырымбур дәүләт унивеситетының тарих факультетын тамамлауын да батырлыҡ тип атарға мөмкин, биш йыл дауамында сессияға имтихандар тапшырырға йөрөнө ул. Һәм һуңынан, диплом алғас, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем тарихтан уҡытты. Әсәйем дә пенсияһына ҡәҙәр башланғыс класс уҡытыусыһы, мәктәп -интернатта тәрбиәсе булып эшләне. 1947 йылда уларҙың Роберт исемле улы, 1951-ҙә - Илдар, 1953-тә - ошо юлдар авторы, 1959 йылда Рафаэль улы тыуа.
       Һәр йыл һайын атайым Ленинградҡа йәки Гатчинаға полкташтары менән осрашыуға йөрөнө. Ул үҙенең 80 йәшлек юбилейына йыл ярым ваҡыт ҡалғас, 1992 йылда мәрхүм булды. Әсәйем 87 йыл йәшәне. Бик күп ейәндәрен, бүләләрен күреп шатланырға өлгөрҙө. Әгәр шул ғәрәсәтле яуҙа ауыр яраланған атайымды пулялар аҫтынан алып сыҡҡан медсестра булмаһа, беҙ, һуғыштан һуң тыуған дүрт ағай-эне, булмаҫ инек, тормош өҙөлөр ине. Һәм был бер ғаиләнең генә яҙмышы. Ә беҙгә ҡағылған кеүек, үҙенең ҡара ҡанаты менән һуғыш тейгән мең генә түгел, йөҙәр мең ғаилә булған бит. Һәм беҙ тере икән, был хәтерҙе һаҡларбыҙ, ҡайғы-хәсрәтле, көйөнөслө иҫтәлектәрҙе балаларыбыҙға, ейәндәргә, бүләләргә тапшырырбыҙ...

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал