6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Олимпиада

Хәҙер Сочи - төндән ҡараңғыраҡ...
02.03.10


       Олимпиада тамамланды. Ванкуверҙың "Би-Си-Плейз" стадионында XXI ҡышҡы Олимпиада уйындарын ябыу тантанаһы үтте, Олимпиаданың эстафета флагы Рәсәйгә тапшырылды.
       2010 Уйындарын рәсми ябыу тантанаһында киләһе Олимпиаданың баш ҡалаһына махсус, почетлы роль бирелде. Йола буйынса Халыҡ-ара олимпиа комитеты президенты Жак Рогге Ванкувер мэры Грэгор Робертсон ҡулынан флагты алып, уны Сочи ҡалаһы мэры Анатолий Пахомовҡа тапшырҙы.
       Ванкуверҙа Олимпиада уйындарын рәсми ябыу тантанаһында тамашасыларға 2014 йылдағы Олимпиада уйындарының "йондоҙло" визит карточкаһы күрһәтелде. Беҙҙекеләр бар донъяға билдәле кешеләре менән алдырҙы.
       Рәсәй Гимны яңғыраны. Билдәле модель Наталья Водянова презентацияға старт бирҙе. Валерий Гергиев етәкселегендә симфоник оркестр Георгий Свиридовтың "Ваҡыт, алға" композицияһын башҡарҙы. Дирижер үҙе Ванкуверҙа ине, ә оркестры - Ҡыҙыл майҙанда. Оло экрандарҙан тамашасылар боҙҙа бейеүҙә олимпиада чемпиондары Татьяна Навка менән Роман Костомаровтың сығышын ҡараны. Рәсәй фигуристары киләһе Олимпиада уйындарының баш ҡалаһы - Сочила бейене - тауҙар, диңгеҙ, пальмалар...
       Артабан йәнә бер Рәсәй данына сират етте. Сәхнәгә Рәсәйҙең опера һәм балет теарҙары вәкилдәре сыҡты. Рәсәй программаһының һуңғы өлөшөндә стадионға элекке һәм хәҙерге билдәле чемпиондар - Ирина Роднина, Владислав Третьяк, Евгений Плющенко, Александр Овечкин һәм алмашсылар - йәш спортсылар сыҡты. Сочиға уңышлы Уйындар теләнеләр...
       Ванкувер нимәһе менән хәтерҙә ҡалыр һуң? Рәсәй көтөлгән күләмдә миҙалдар яулай алманы. Наградаларҙың дөйөм иҫәбе буйынса беҙең ил алтынсы. Алтын миҙалдар буйынса бөтөнләй 11-се урындабыҙ. Иҫәп иң яҡшы дүртәүгә инеү ине...
       Биатлонсылар ғына билдәле кимәлде һаҡлай алды - уларҙа мөмкин булған 15-тән дүрт миҙал, шул иҫәптән ике "алтын" - ҡатын-ҡыҙҙар эстафетаһында һәм масс-стартта Евгений Устюговтыҡы.
       Саңғысылар ҙа дүрт миҙал яуланы. Бергәләп "алтын" һәм "көмөш" алған классик йөрөш спринтерҙары Никита Крюков менән Александр Панжинский герой булды. Улар булмаһа, хәлдәребеҙ бөтөнләй хөрт булыр ине.
       Коньки менән йүгереүҙә берҙән-бер герой - Иван Скобрев "баҡыр" менән "көмөш" миҙал яуланы. Бында башҡаса берәү ҙә үҙен күрһәтә алманы.
       Беҙҙә йәнә көтөлмәгән балҡыштар ҙа булды, мәҫәлән, сноубордта Екатерина Илюхинаның икенсе урын алыуы һәм спорттың батырҙар төрө - скелетонда өсөнсө урын яулаған Александр Третьяков ҡыуандырҙы.
       Ниндәйҙер миҙалдарға шатландыҡ, әлбиттә, ләкин ул хәтле түгел, сөнки эйәләре күберәккә лә дәғүә итә ала ине. Бобслей пилоты Зубковтың бер генә "баҡыры" бар. Фигуралы шыуыуҙа көмөш һәм баҡыр миҙал ғына. Плющенкола "алтын" урынына "көмөш". Ольга Зайцева биатлон старттарының барыһында ла призер була ала ине, бер "көмөш"кә ризалашты. Башҡа атыусы ҡыҙҙар ҙа яҡшыраҡ сығыш яһай ала ине.
       Максим Чудов та үҙен яҡшы яҡтан күрһәтер ине, ләкин уның ни бары ике мөмкинлеге булды. Шуның береһен һауа торошо боҙҙо. Икенсеһен ул ҡулдан ысҡындырманы, был этапты хатаһыҙ үтте һәм, команда менән "баҡыр" алып, уны шәхси уҙыштан юҡҡа төшөрөп ҡалдырыуҙарын иҫбатланы.
       Ванкуверҙағы был уйындар Өфөнө һәм республиканы бөтөнләй миҙалһыҙ ҙа ҡалдыра ине. Осоусы саңғысы Дмитрий Васильевтың йәрәхәт алыуы бәкәлгә һуҡты. Ярай әле ахырҙа беҙҙе Максим Чудов ҡотҡарҙы - рәхмәт уға.
       Башҡортостандың башҡа атлеттары миҙалдарға дәғүә итмәне һәм үҙҙәренән юғарыраҡ һикерә алманы. Шулай ҙа дүрт йыллыҡ Уйындарына һайланғандары өсөн булһа ла улар маҡтауға лайыҡ.
       Хоккейсыларға ла ҡыйынға тура килде. Был Канадаһы иртәрәк эләкмәһә - кем белә, эштәр икенсерәк тамамланыр ине, бәлки.
       Көйәрмәндәргә үкенес. Ә сәйәсмәндәр Олимпиаданы үҙҙәренең мәнфәғәтендә файҙалана. Депутаттар спорт министры менән олимпиада комитеты рәйесен эштән алыуҙы талап итә. Федерацияларҙы "таҙартыу" һәм тренерҙар штабын алмаштырыу кеүек талаптар ҙа яңғырай...
       РФ Премьер-министры Владимир Путин Олимпиада тураһында былай тине:
       - Йыйылма команданан күберәккә өмөтләнгәйнек, әлбиттә, ләкин башты түбән эйергә ярамай. Был етди анализға һәм һығымталар яһауға ваҡыт булыуын аңлата.
       Хаталарҙы төҙәтеп, 2014 йылда Сочила үтәсәк Олимпиадаға ныҡлы әҙерләнергә кәрәк.
       Киләһе, беҙҙең, Олимпиадала нимәләр булырын күҙаллауы ла ҡурҡыныс. Ҡайһы бер дисциплиналар беҙҙең атлеттар өсөн - буш ялан, уларҙа йылдар буйы бер миҙал да яуланмаған. Иң яҡшы спортсыларыбыҙ ҙа үҙҙәренең дисциплинаһында позицияларын ҡалдыра...
       Шулай ҙа ҡайғырырға ярамай. Кемгәлер артабан тырышып эшләргә, ә кемгәлер рәсәйлеләр өйөндә, иң яҡшы совет заманындағы кеүек үк, йәнә юғары әҙерлек һәм еңеүгә ҙур ынтылыш күрһәтер, тип көтөргә, өмөтләнергә ҡала.
       Фото www. mossport. ru сайтынан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал