6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Олимпиада

Чудов ҡына Өфөгә миҙал менән ҡайта
01.03.10


       Ванкуверҙағы был уйындар Өфөнө һәм дөйөм алғанда бар республиканы миҙалһыҙ ҡалдыра ала ине. Беҙҙекеләр бер нисә спорт төрөндә сығыш яһарға тейеш булһа ла, осоусы саңғысы Дмитрий Васильев йәрәхәт алғандан һуң, уйындар башланмаҫ элек, хоккейсылар менән Максим Чудовтың ғына миҙалдарға дәғүә итеүе һәр кемгә аңлашыла ине.
       Хоккейсыларҙың килеп сыҡманы. Чудов та миҙалһыҙ ҡалыр ине, сөнки тренерҙар уға ниңәлер ышанмай башланы. Имеш-мимештәр, ғәйбәт, ғәйепләүҙәр башланды. Хатта бер гәзит Чудовтың 63-сө урын менән Өфөгә ҡайтыуы хаҡында яҙҙы...
       Комментаторҙар был имеш - мимештәрҙе тикшереп тормайынса, тамашасыға еткерә башланы. Миҫал өсөн, һуңғы эстафета барышында беҙгә рәсәйлеләрҙең эстафета командаһындағы дүртенсе урын өсөн Чудов менән Виктор Васильев талаша, ә Круглов баш тартҡан, тинеләр. Васильев, имеш, таҙа йөрөштә Чудовты биш секудҡа үткән, һәйбәт атҡан (Чудов сәпкә өс тапҡыр тейҙермәгән, ә ул бер тапҡыр), һәм һөҙөмтәлә Максимды ҡырҡ секундҡа артта ҡалдырған, ләкин тренерҙар барыбер Чудовты ҡулай күргән. Ысынында береһе лә улай түгел!
       Беҙгә Чудовтың шәхси тренеры Виктор Никитиндың хәбәр итеүенсә, эстафетала Чудовтың ҡатнашыуы ул ваҡытта уҡ бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмаған.
       - Был урындың уныҡы икәнен белә инем, әммә өндәшмәнем. Николай Круглов һәм Антон Шипулиндың кемеһен ҡуйырға хәл итәләр ине. Ә был старт тренировка ғына булды.
       Шигебеҙҙе Максимдың ҡустыһы Алексей ҙа раҫланы:
       - Эстафеталағы урын өсөн булһа, контроль старттан Круглов нисек баш тартһын? Рәсәйҙең көслө командаһына эләгеү - ул 90 процентында миҙал! Ниндәй спортсы был хоҡуҡҡа эйә булырға теләмәһен?!
       Ғәйбәте - ғәйбәт, һөҙөмтәһе мөһим. Һөҙөмтәлә Чудовҡа эстафетала мөмкинлек бирҙеләр, һәм ул конкурент һәләтле булыуын иҫбатланы. Бына Максимдың шәхси тренеры - Виктор Никитиндың һүҙҙәре:
       - Максимға кемдең хәҙер ниндәй һорауы булһын - ул шәп йүгерҙе, еңеүсе Бьорндален кимәлендә, ике тапҡыр олимпиада чемпионы Свендсенға ҡарағанда яҡшыраҡ ваҡыт күрһәтте һәм сәпкә лә тейҙермәй ҡалманы?
       - Юҡ, әлбиттә. Ул шулай уҡ Михайловка, Өфө һәм республикала берҙән-бер миҙал алыусы ла.
       - Тап шулай! Ул алдағы ике лидерҙың да эҙенә баҫыр ине, Шипулин етеҙерәк булһа. Максты һәйбәт беләм, йонсотор ине уларҙы!
       Иғтибар итегеҙ, барыһы ла бер үк һауа торошо шарттарында йүгергәндә, ул лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтте. Ә спринтта Макс ауыр шарттарға тура килде.
       - Бер генә миҙал планлаштырыуы йәл, икене планлаштырһа, икәүһен дә алыр ине.
       - Бының өсөн уны уҙышҡа ҡуйырға ине, уны бит шәхси уҙышҡа сығарманылар.
       - Эстафетала "көмөшө" лә, "алтыны" ла булыр ине...
       - Эйе, бигерәк тә "көмөш" яҡын ине. Йәл, Евгений Устюгов яҡын радиусты һайламай, финишҡа сыҡҡанда австриялыны үткәрҙе. Ләкин быныһы әллә ни мөһим түгел. Иң мөһиме - миҙал бар!
       - Тимәк, һеҙ бының менән ҡәнәғәтһегеҙ?
       - Һис шикһеҙ! Насар һауа торошонда ла юғалып ҡалманы, һәйбәт атты. Үкенескә күрә, саңғы табаны һуңынан бысраҡ йыйҙы һәм насар шыуҙы. Башҡаса булһа, бәлки Устюгов өсөн ун секундтан да күберәк ваҡытты кире ҡайтарыр ине.
       - Ә саңғы майы менән ниндәй ауырлыҡтар булды һуң?
       - Эстафетаға уны йоҡа ҡатлам итеп һөртәләр. Шуға ла аҙаҡтан тиҙ генә бысраҡ йыйҙы.
       Чудовтың ғаиләһе лә һөҙөмтәгә шат, ғаилә исеменән Максимдың ҡустыһы Алексей һөйләй:
       - Ныҡ тулҡынландыҡ, әлбиттә. Был бит Олимпиада. Берәү ҙә хаталарҙан азат түгел. Әммә Максим бирешмәне. Беҙҙекеләрҙең береһе лә бирешмәне. Бер аҙ бушаҡ урындар булды, әлбиттә, - Шипулиндың артта ҡалған һуңғы километры, баҫҡан килеш атыуҙа Устюговтың сәпкә тейҙермәүе, артабан, финиш алдынан, яҡын траекториянан китмәйенсә, австриялыны үткәрҙе.
       - Шипулиндың артта ҡалыуын беҙ алдан уҡ күҙалланыҡ түгелме, ул бит етеҙ йүгереүселәрҙән түгел...
       - Эйе, уның тәжрибәһе аҙ, ҙур күләмле эшкә әҙер түгел, күберәк атыу менән алдыра, йүгереү менән түгел. Ауыр булды уға...
       - Һеҙҙә Михайловкала тағы бер йорт булып йыйылдығыҙмы?
       - Юҡ! Иң яҡындар ғына булды. Атай-әсәй, апайым, мин һәм минең дуҫ ҡыҙым. Элек барыһы ла беҙҙә йыйыла ине, юлдаш тарелкаһы барыһында ла булманы. Хәҙер иһә бөтәбеҙҙә лә бар. Халыҡ һатып ала, йорттар ҙа төҙөй.
       - Һеҙ "баҡыр" менән ҡәнәғәтһегеҙме?
       - Әлбиттә! Ул миҙал алырға теләне һәм маҡсат-минимумды үтәне.
       - Бәлки шәхси уҙышҡа ҡуймауҙары ла һәйбәт булғандыр? Көсөн һаҡланы, йәнә дүрт рубежды ла хатаһыҙ үтеү ҡыйын булыр ине...
       - Барыһын да хатаһыҙ үтә ала ине. Шәхси уҙыш йыш үткәрелмәй, шулай ҙа Максимдың уларҙы таҙа үткәне булды. Эстафетаға ла көсөн йыйырға өлгөрөр ине.
       - Ғаилә менән бәйләнешкә индеме?
       - Эйе, атайҙарға шылтыратҡан, мин уғаса йоҡларға ятҡайным инде.
       - Был миҙалдың нимәһе мөһим?
       - Башҡортостан өсөн яуланған берҙән-бер миҙал булыуы.
       - Бының өсөн республика уны бүләкһеҙ һәм иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ, тип уйлайым.
       - Насар булмаҫ ине. Ул ғына ысын һөҙөмтә килтерҙе бит.
       Фото www. aif. ru сайтынан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал