6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Демография

Әсәйҙәр миҙал алды
27.02.10


       Республиканың Бөрйән районынан Римма Бикмәтова - Башҡортостан Президенты ҡулынан "Әсәлек даны" миҙалын алған 49 ҡатындың береһе. Тыуым буйынса бөрйәндәр башҡа райондарҙан һәр ваҡыт алда булды. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ла Бөрйән районында тыуым дөйөм республика күрһәткесен ике тапҡырға артып киткән. Бына бөгөнгө күп балалы әсәләрҙе "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләүҙең 83-сө тантанаһында ла Бөрйән делегацияһы иң ололарҙан булды. Әгәр байтаҡ райондарҙан күпселек осраҡта ике-өс кеше килһә, Бөрйәндән иһә - алты әсә...
       Римма һәм Ғафар Бикмәтовтар, ҡасандыр Ғафарҙың ағаһы һәм Римманың әхирәтенең туйында танышҡан пар, егерме йылдан ашыу бергә. Ошо арала татыу ғаиләлә биш бала тыуған. Оло улдары Фәнгә яңыраҡ егермеһе тулған, иң кеселәре Ғәзинурға - бер йәш тә туғыҙ ай. Беренсе бала үткер һәм өлгөрҙәрҙән булып сыҡҡан. Егерме йәшенә ул педагогия колледжын тамамларға ғына түгел, өйләнергә, бала табырға һәм әрмегә китергә лә өлгөргән. Әле бәләкәй Азалияға бер йәш, ул ағаһы Ғәзинурҙан - Римма менән Ғафар Бикмәтовтарҙың бишенсе улынан туғыҙ айға ғына бәләкәй.
       Уҙған йылдың көҙөндә Бикмәтовтарҙың ҙур ғаиләһендәге икенсе бала - 18 йәшлек Ләлә лә ата йортонан киткән. Ҡыҙ тормошон медицина менән бәйләргә ниәтләй. Ул Белорет медицина колледжына уҡырға ингән һәм медсестра һөнәрен үҙләштерә.
       Ә өйҙә, ата-әсәһе янында өс бала ҡалған. Ғәлиә дүртенсе класта уҡый, Фидан - икелә, кесеһе Ғәзинур яҡын арала, моғайын, балалар баҡсаһына китер.
       Бикмәтовтарҙың хужалығы ҙур. Бында һыйырҙар, һарыҡтар, ҡош-ҡорт та бар. Ғөмүмән, барыһына ла эш етәрлек. Бына ни өсөн Римма Ғәбдинуровна бер нисә йыл элек фермалағы эшен ҡалдырып, шәхси хужалығын алып барыу менән генә шөғөлләнә. Шуға ла йортта төп аҡса табыусы, ғаилә ҡараусы - атай бер эштән дә тартынмай: төҙөлөш булһынмы ул, ремонт йәки ял араһында башҡа төрлө эшме - барыһына ла өлгөрөргә тырыша. Шуның менән йәшәйҙәр ҙә.
       Быға өҫтәп, ай һайын балалар пособиеһы, шул иҫәптән күп балалы ғаиләләргә түләнгән бер мең ярым "президент" аҡсаһы килеп тора. Йәнә коммуналь хеҙмәткә субсидия юллағандар - уныһы ла ярҙам...
       - "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булғас, бик шатландым, әлбиттә, - тип һөйләй "БАШвест"ҡа Римма Бикмәтова. Беҙҙең Иҫке Монасип ауылында республика Президенты ҡулынан бындай награда алған ҡатындар күп. Миҙал менән бирелгән аҡсаны нимәгә сарыф итеремде белмәйем әлегә. Шулай ҙа балаларыма тотонормон ул.
       Һәм тәүгеләрҙән булмаһам да, республика етәкселегенә күп балалы ғаиләләргә күрһәткән ярҙамы өсөн оло рәхмәтемде белдерергә теләйем. Был бик шәп, ҙур рәхмәт!
       Башҡортостан башлығы менән осрашыуға саҡырылған башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ошо уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Бөгөн Республика йортонда төрлө милләтле һылыу ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған гөлдәр баҡсаһы йыйылды. Ҡайһыларына ҡарап, әсә булыуҙарына ышанмай ҙа тораһың. Бер йәки ике бала түгел бит әле, бер юлы биш, хатта алты балаға әсәй булғандар ҙа бар. Һомғол буйлы, үҙҙәре һылыу, йәш - бала хаҡында хыял иткәндәрҙән өҫтөндәр! Аптырарһың, ҡайһылары бала тапҡан һайын йәшәрә барған һымаҡ. Республикабыҙҙың Наташа Ростовалары...
       Бөгөнгө тантанала ҡатнашыусы Наталия Мусина әйтеүенсә:
       - Күп балалы ғаилә - бойондороҡһоҙ дәүләт кеүек, үҙенең башлығы, вазифа үтәүселәре бар. Һәр береһенең тәғәйенләнеше, бурыстары билдәле. Бөтәбеҙ бергә - ҙур көс! Был хәҡиҡәтте онотмаһағыҙ, көндәр үткән һайын был көс арта ғына...
       Олег Яровиков фотоһы.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал