6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Башҡортостандың уңыш сере
26.02.10


       Башҡортостан Президентының "Башҡортостанды артабан модернизациялау - XXI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға илтеүсе юл" Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе эшлекле стилдә әҙерләнгән. Мортаза Рәхимов яҡын арала бар республика менән бергә хәл итәләсәк мәсьәләләрҙе аныҡ билдәләне.
       Быйылғы йылда төп маҡсат - Башҡортостанды модернизациялауҙы дауам итеү. "Беҙҙең юл - туҡтауһыҙ алға барыу!" - тап ошо һүҙҙәр Президент сығышында төп фекер кеүек яңғыраны. Мортаза Рәхимов башҡорт халыҡ мәҡәле - "Хәрәкәттә - бәрәкәт"те әйтеп ишеттерҙе. Һәм уны Башҡортостандың XXI быуаттағы уңыш формулаһы тип атаны.
       Мөрәжәғәтнамәһе башында Президент Хөкүмәттең яҡын арала Дәүләт Йыйылышы ултырышында башҡарылған эштәргә хисап бирәсәген телгә алып, Башҡортостан үҫеше мәсьәләләренең иң мөһимдәренә генә туҡталыуы хаҡында хәбәр итте.
       Ул Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың "Рәсәй, алға!" программа мәҡәләһендә ҡуйылған һорауына яуап биреүҙе иң мөһим темаларҙың береһе тип тапты. Ата-бабаларҙан тороп ҡалған мираҫты нисек тотонабыҙ?
       - Беҙ ысынлап та ҙур мираҫҡа эйә булдыҡ, - тип ризалашты Мортаза Рәхимов. - Әммә осраған проблемалар ҙа ҡатмарлы булды. Уларҙың күптәре тиҫтәләрсә йылдар буйы хәл ителмәне. Шуға ла 1990 йылдан республика яһаған тарихи алға китеш тә шул ҡәҙәр сағыу булды.
       Башҡортостан Рәсәйҙең терәге һаналған ун төбәк исемлегендә, - тип дауам итте Президент. - Улар федераль бюджеттың өстән ике өлөшөн формалаштыра һәм илде донъяның алдынғы илдәре сафына сығара ала!
       Мортаза Рәхимов Башҡортостандың модернизацион үҫеше моделенең төп үҙенсәлектәрен әйтеп үтте. Был тулы ҡиммәтле закондар базаһы, сәйәси тотороҡлоҡ, милләт-ара татыулыҡ, граждандарҙың шәхси именлегенең юғары кимәле, һәр төрлө милек формаларын үҫтереүгә ышаныслы гарантиялар.
       - Беҙ "шок реформалары" һәм хәүефле эксперименттар юлынан китмәнек, тәбиғәт-хужалыҡ комплексын туҙҙырырға юл ҡуйманыҡ. Республика үҙенең социаль йөкләмәләренән баш тартманы һәм халыҡтың бөлгөнлөккә төшөүенә юл ҡуйманы, - тине төбәк башлығы. - Беҙ авантюралы башланғыстарҙы яҡламаныҡ, эволюцион, уйланылған үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрҙек. Был сәйәсәт йәмғиәтебеҙҙе берләштерҙе, властың юғары абруйын һаҡлап ҡалды. Халыҡ уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлай алыуыбыҙға, республика ҡеүәтен тайпылышһыҙ үҫтереүҙе һәм йәшәү кимәлен күтәреүҙе тәьмин итергә һәләтле булыуыбыҙға инанды. Федератив мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү беҙҙең өсөн егерме йыл элек үҙе өсөн тарихи һайлауҙы ғәмәлгә ашырған күп милләтле республика халҡының ихтыярын үтәү булды.
       Мортаза Рәхимов республиканы "Рәсәй Федерацияһын модернизациялауҙың локомотивы" тип атаны. Һәм "бөгөн Башҡортостанда модернизациялауға көйләнеү йәһәтендә проблемалар булмауын" һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Беҙ уның механизмдарын егерме йыл элек, республика үҙенең милли байлығын тулыһынса файҙаланыу мөмкинлеген алғанда уҡ эшкә ҡуштыҡ. Тап шул осорҙа кешеләр яңырыуыбыҙҙың уңышы иң элек уларға бәйле булыуын асыҡ аңланы", - тине ул.
       Президент республика Хөкүмәтен илебеҙ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин билдәләгән төп маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыуға айырыуса иғтибарлы булырға саҡырҙы. "Беренсеһе - система булдырыусы предприятиеларҙың тотороҡло эшен тәьмин итеү, уларҙа техник яңыртыу һәм модернизациялау программаларына булышлыҡ итеү. Икенсеһе - үҙебеҙҙең юғары технологиялы экспортты дәртләндереү. Өсөнсөһө - торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү. Дүртенсеһе - эске ихтыяжға ярҙам итеү. Һәм, әлбиттә, эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш, моноҡалалар проблемаларын хәл итеү". Президент инаныуынса, Башҡортостан үҫештең төп күрһәткестәре буйынса алдынғылыҡты һаҡлап алып ҡалырға тейеш.
       - Республикала көрсөккә ҡаршы күрелгән саралар иҡтисадтағы хәлдәрҙе контролдә тоторға, бар социаль йөкләмәләрҙе лә үтәргә мөмкинлек бирҙе. Беҙ төбәккә аҡыллы һәм һығылмалы идара иткәндә, үҙебеҙҙең тауар етештереүселәргә ярҙам күрһәткәндә донъя һынауҙарына ҡаршы тороп булыуын практикала иҫбатланыҡ.
       Әммә өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға ярамай, - тип билдәләне Мортаза Рәхимов, - алға барырға кәрәк. Бөгөн, һис ҡасан да булмағанса, идара итеүҙә өр-яңы ҡараштар, Башҡортостандағы модернизация процестарын яңыса күреү талап ителә. Беҙҙең стратегия - буласаҡ Башҡортостандың сифат йәһәтенән яңы образын булдырыу. Ләкин бының өсөн тәүәккәл рәүештә халҡыбыҙҙың ижади, интеллектуаль ҡеүәтен эшкә ҡушырға кәрәк.
       БР Президенты халыҡты мөмкин тиклем күберәк эш менән тәьмин итеүҙе мөһим бурыстарҙың береһе тип атаны.
       - Хатта көрсөк йылында беҙ яңы етештереү объекттарын сафҡа индереп, йәнә алты мең эш урыны булдырҙыҡ. Ә яҡын арала кәмендә 50 мең эш урыны булдырыу бурысы тора! Әлбиттә, федераль бюджет сәйәсәтенең хәҙерге ҡаты шарттарында мөмкинлектәребеҙ сикле. Шуға күрә федераль сараларҙы йәлеп итеү буйынса республика мәнфәғәттәрен ныҡышмалыраҡ яҡларға кәрәк. Айырым маҡсатлы федераль программаларҙың һәм инвестиция проекттарының иң әүҙем ҡатнашыусыларына әйләнергә тейешбеҙ. Тәү сиратта модернизациялауҙың биш йүнәлеше менән бәйле проекттарҙың хуплананыуы аңлашыла. Улар - энергетика, ядро сәнәғәте, телекоммуникациялар, мәғлүмәт технологиялары һәм медицина.
       Башҡортостанда был өлкәлә ярайһы ныҡлы фәнни-техник нигеҙ бар. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә перспективалы тикшеренеүҙәргә һәм эшләнмәләргә, шулай уҡ ҡатнаш тармаҡтарға этәргес бирәсәк иҡтисад секторҙарына иғтибарҙы тупларға кәрәк. Беҙгә алдынғы производстволар, технологиялар, юғары өҫтәмә хаҡлы яңы төр продукция һәм заманса инфраструктура кәрәк.
       Тормоштоң иҡтисади күрһәткесе тураһында һөйләгәндә Президент ябай булмаған хәлдә лә торлаҡты сафҡа индереү күләмен кәметеүгә юл ҡуйылмауына иғтибар йүнәлтте. Был - аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө сәйәсәтенең һөҙөмтәһе.
       - "Үҙ йортоң" республика программаһына ярашлы биш йылда тотош алғанда арзан хаҡлы кәмендә 10 мең йорт һалыу бурысы тора. Инженер коммуникацияларын һәм төҙөлөш райондарын төҙөкләндереү дәүләт үҙ иңендә ҡала.
       Транспорт һәм юл тармаҡтарында ла ҙур эштәр планлаштырыла. Өфө ҡалаһында аэропорт комплексын үҫтереүҙе дауам итеү, "Арҡайым" авиакомпанияларын һауа суднолары менән тәьмин итеү, Сибай һәм Нефтекама ҡалаларында аэропорттарҙың эшен тергеҙеү талап ителә. Ташкисеү районында Ҡариҙел йылғаһы аша күперҙең икенсе сиратын сафҡа индерергә, республика баш ҡалаһы тирәләй урау юлдар һалыуға даими иғтибар биреү мөһим.
       Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына Президент айырым туҡталды. Ул һуғыш ветерандарына ла, тыл хеҙмәтсәндәренә лә берҙәй иғтибарлы булырға, веттерандарҙың йәшәү-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу менән әүҙем шөғөлләнергә саҡырҙы. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеүҙе тамамлау кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. Ветерандарҙың, һәләк булған яугирҙарҙың һәм тормош иптәштәре мәрхүм булған тол ҡатындарҙың мөрәжәғәттәрен иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамауын билдәләне.
       Мортаза Рәхимов республикала кеше потенциалын үҫтереүҙең һөҙөмтәле моделе булдырылыуын да телгә алды.
       - Демографик түбән тәгәрәүҙе еңеп сығыуҙа, үлемде кәметеүҙә һәм тыуымды арттырыуҙа, халыҡтың ғүмер оҙайлылығын арттырыуҙа уңыштар һиҙелерлек. Уларҙы нығытырға кәрәк! Яҡын арала 2010-2012 йылдарға иҫәпләнгән "Ғаилә" республика программаһы ҡабул ителергә тейеш.
       - Беҙ глобаль иҡтисади система сиктәрендә үҫәбеҙ һәм Рәсәй дәүләтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып торабыҙ, - тине Президент сығышын тамамлар алдынан. - Беҙ көслө, тотороҡло, иҡтисади яҡтан алдынғы Рәсәйҙә йәшәргә теләйбеҙ. Һәр халыҡтың, һәр граждандың хоҡуҡтары һәм ҡиммәттәре ихтирам ителгән дәүләттә. Йәмғиәтебеҙҙең ижади көсө - ошо ынтылышта. Илдең конституцион нигеҙҙәренә һалынған федерализм принциптарын бойомға ашырғанда ғына замандың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итергә мөмкин. Рәсәй үҙенең территориялары, тәбиғәт һәм кеше ресурстары ярҙамында ҡеәтен быуаттан быуатҡа арттырҙы. Беҙ һәр төбәктә, һәр ауылда, ҡалала кешеләр үҙ тормошон яңыртыуға ҡыҙыҡһыныу күрһәткәндә, үҙҙәрен ер хужалары итеп тойғанда ғына уларҙы сифат йәһәтенән үҫтереүҙе тәьмин итә аласаҡбыҙ.
       Мортаза Рәхимов республика халҡын үҫештәрендә туҡталып ҡалмауын һораны. Арымай-талмай алға барырға, хәрәкәт итергә, маҡсаттарға ирешеү өсөн эшләргә кәрәк.
       - Беҙҙең юл - туҡтауһыҙ алға барыу! Бына нимә өҫтөндә даими эшләйбеҙ республикабыҙҙа. Бына ни өсөн беҙ иртәгәһе көнгә, Башҡортостандың именлегенә һәм сәскә атыуына ышанабыҙ!
       Олег Яровиков фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал