6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Орбакайте: Уларға һөйөү генә кәрәк
25.02.10


       Кристина Орбакайте Өфө сәхнәһенә сыҡҡас, мин фото һәм видеоға төшөрөүҙе тыйыуҙарына үкендем. Зифа буйлы, һомғол, һылыу һәм бик зауыҡлы - үкенес, тамашасы алдына сығып баҫҡан был нәзәкәтле ханымдың ниндәйлеген гәзит уҡыусы минең һүҙҙәрем аша ғына беләсәк. Ҡара топ, аҡ балитәкле юбка-пачка, бейек үксәле итектәр һәм көләпәрәле алтын куртка - музыкаль сәхнәгә илебеҙ шоу бизнесының даими вәкиле һәм ике бала әсәһе сыҡҡан, тип кем әйтер? Сая, тәүәккәл ҡыҙыҡай! Һәм шул уҡ мәлдә - үҙенсәлекле, затлы һәм нескә зауыҡлы.
       Орбакайтеның концерты "Сәскәләр"ҙән башланды. "Һин сәскәләр бүләк итмәйһең..." тип йырланы Кристина һәм бер юлы әллә күпме гөлләмәләр йыйып алды. Уның өсөн сәскәләр генә түгел, өфөлөләр менән осрашыу ҙа мөһим икәнен билдәләп, залды йылы сәләмләне. Тамашасы менән оҙаҡ әңгәмәләште ул. Һәм бының менән бер аҙ аптыратты ла. Стажы булған "йондоҙ" тамашасы алдында үҙен улай тотмай, күп ваҡыт "Сәләм, Өфө!", "Рәхмәт!", "Киләһе осрашҡанға тиклем" кеүек бер нисә һөйләм менән ҡотола. Ә Орбакайте менән бөтәһе лә башҡасараҡ булды. Беренсенән, ул Өфөгә килмәгән, ә беҙ уға ҡунаҡҡа килгән булып сығабыҙ. Шуға ла үҙебеҙгә ҡарата бик күп матур теләктәр, ихлас һүҙҙәр, хатта һөйөү белдереүен ишеттек.
       - Һеҙҙең өсөн сығыш яһауы ҙур бәхет, - тине Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ. Татыу коллектив менән беҙ донъяның төрлө сәхнәһенә сығабыҙ һәм яратҡан тамашасыларыбыҙға мөхәббәт, шатлыҡ, ихласлыҡ өләшәбеҙ. Һәм ышаныс менән әйтә алам, фонограмма ҡулланмайбыҙ. Әгәр йырлай һәм бейей белмәһәм, бер ҡасан да һеҙгә килеп, сәхнәгә сыҡмаҫ инем.
       Һүҙҙәрен эше менән иҫбатланы. Йырсы ике сәғәтлек программаһын намыҫ менән башҡарып сыҡты. "Фанераның" эҙе лә юҡ, оҫта, сифатлы башҡарыу, бик белеп әҙерләнгән хореография... Орбакайтеға бығаса табынманым, концертҡа ла осраҡлы ғына эләктем. Һәм уға ыңғай ҡарауым, оҡшатыуым үҙемә лә яңылыҡ булды. Матур ҡабул ителгән һәр йырҙан һуң йырсы рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне, залдың һәр секторына айырым баш эйҙе, ҡулын ирененә тейҙереп, "үбеүен" белдерҙе. Быныһы әле нимә! Һуңыраҡ ул залға тамашасы янына ла төшөп әйләнде. Бындайҙы Өфөнөң концерт залында тәүге күреүем. Оҙаҡҡа булмаһа ла, тән һаҡсыһы менән парлашып булһа ла, йырсы үҙен яҡындан күрергә рөхсәт итеп, тамашасы алдынан үтте.
       Етәр шоу, шоу, шоу,
       Шоу кәрәкмәй...
       Был кистә саҡ икенсе композиция яңғырай, ә тамашасы унлап хит ишеткән кеүек ҡыҙып өлгөргән. Кристина, афарин! Концерт попса ла булһын, ти, йыр һүҙҙәре лә тәрән мәғәнәһе менән айырылып тормаһын, музыкаһы ла ябай, ләкин быны үҙенсәлекле "пробалы" попса, тиергә мөмкин. Барыһы ла профессиональ кимәлдә, барыһы ла сифатлы. Һәм ҡиммәтле билет хаҡына (3500 һумға тиклем) бәрәбәр.
       "Һин уят мине" (наҙлы үбеүҙәрең менән), "Һөйөүең яҡтыһы", "Шырпы", "Ҡош" - был билдәле композициялар менән бергә яңылары ла яңғыраны. Талғын "Мәскәү - Санкт-Петербург", тойғоло "Н20", күңелле "Наҙлы". Был йырҙарҙың һәр береһен тамашасы күтәреп алды. Һуңғыһы, моғайын, ҡыҙҙар өсөн иң яратҡан рингтонға ла әйләнер әле.
       Кристина Орбакайте "Һәр көн һинең менән" йырын башҡарғанда, күптәр вокалда Алла Пугачеваның башҡарыу алымын тойҙо. Һәр ваҡыттағыса, балаларҙың да, оло быуын тамашасының да яратҡан "Ирендәре бантик кеүек" йыры концерттың сағыу мәленә әйләнде. Бер аҙға булһа ла балалыҡҡа ҡайтырға саҡырып, Кристина йоҡоло бәләкәй гном тураһында йырланы һәм залға төрлө төҫлө шарҙар ырғытты. Улар, моғайын, ҡулдан ҡулға күсеп, зал буйлап осоп йөрөргә тейеш булғандыр ҙа. Ләкин Кристина ҡулынан шар алған "бәхетлеләрҙең" күбеһе уларҙы башҡаларға бирергә теләмәне. "Балаға әйләнделәрме"?
       Хәйер, залда "ысын" ололар ҙа бар ине. "Һине аңлап булмай" йырының тәүге аккордтары ишетелеү менән, бер ҡатын эргәһендәге иптәшенә:
       - О, был һинең турала! - тип ҡысҡырып ебәрҙе.
       - Мин нимә, алйотмы әллә? - тип танау аҫтынан мығырланы тегеһе. Ә "Миңә көҙгө төн бүләк итте һине, башҡаса яҡтылыҡты күрмәҫ өсөн" һүҙҙәрен ишеткәс, йәнә "комплимент" алды:
       - Нәҡ һинең турала! Әйттем бит.
       - Нормаль кеше, алйот. Кемдең нисек килеп сыға инде! - тине, был парҙың диалогын ишеткән кеүек, Кристина. - Нимә тиергә мөмкин? Һәр ваҡыт бөтәһен дә яңынан башларға тура килә! - тине Орбакайте кейемен ҡара ялтыр топ, тәнгә һылашып торған салбарға алмаштырғас. Янып торған беләҙектәр, муйынса тағып, ҡара күҙлек кейгәс, ул ғашиҡ булған ҡатын роленә инде:
       Һин киске унда килергә вәғәҙә бирҙең.
       Ун, ун ике, бер - көтөп ала алманым...
       Шулай итеп Кристинаның фанаттары бер кистә 20-нән ашыу йыр ишетеп, тормоштағы һәр төрлө хәлдәрҙе күңелдән үткәреп, төрлө ролде баһалап ҡараны.
       Йыл һайын телеэфирҙа Кристинаның "Йыл йыры", "Раштыуа кистәре"ндә сығыш яһауын, музыкаль каналдарҙа клиптарын күреп, Орбакайтеның репертуары киң булыуын беләм. Ләкин бер юлы бер-бер артлы әллә күпме хитын ишеткәс, айырата ихтирам итә башланым - улар ысынлап та күп һәм барыһы ла халыҡҡа билдәле. Был бигерәк тә концерт һуңында, йырсының концерттың трек-лисына инмәгән йырҙарынан попурри башҡарғанында билдәле булды. "Тал бөрөләре", "Һуңғы осрашыу", "Һөйләшәйек"... Йырсы ижадының төрлө этаптарына экскурс залды шул тиклем тулҡынландырҙы, хатта тамашасы алҡыштарынан музыка ишетелмәҫ булды. Сәхнә "йондоҙона" залды бер аҙ тынысландырырға тура килде:
       - Эй, мин китмәнем бит әле!
       Ул һуңғараҡ китте. "Минең донъям", "Онотма, хәтерлә" йырын йырлағас. Йырҙағы "Онотма, хәтерлә, мөхәббәт бар яраларҙы ла уңалта" һәм "Мин бүләк итәм һиңә һөйөүемде, һине йылмайырға өйрәтәм" һүҙҙәре менән тамамлайым яҙмамды. Сөнки улар һауала аҫылынып ҡалманы. Прожектор уттары һүнде, тамашасының күптәре таралышты. Ярты сәғәт көткәндән һуң 1-се, 9-сы, 13-сө балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре сәхнәгә күтәрелде. Һәм, концертты ойоштороусы Өфө промоутеры, балалар һәм ололар аралашсыһы Владимир Ҡазыханов, балалар йортоноң күптәнге дуҫы Виктория Гейслер арҡаһында, балалар яратҡан йырсылары менән фотоға төштө. Пафослы һүҙҙәр, "еүеш" күҙҙәр булманы. Намыҫлы ябай эш.
       - Ул шундай һәйбәт, - тип әйтәсәк һуңынан "БАШвест"ҡа Лилиә исемле ҡыҙ. - Тамашасы менән зал тулы ине, ә ул беҙҙең менән генә фотоға төштө. Аңлайбыҙ, концерттан һуң арығандыр инде, ләкин беҙгә ваҡыт тапты... Беҙгә сығыр, тип ышанып көттөк. Уға ҙур рәхмәт!
       - Тағы кем менән фотоға төшөргә теләйһегеҙ?
       - Валерия менән фотобыҙ бар, "Ранеткалар"ҙан Лера менән. Лера менән тағы төшөргә теләйбеҙ!
       - Ә Орбакайте? Һеҙҙеңсә, ул ниндәй?
       - Ул! Ул! Класс!
       - Ә ҡайһы йыр нығыраҡ оҡшай?
       - Шелк, шелк, шелк!.. - тип ҡысҡырҙы бала-саға.
       ...Ата-әсә иғтибарынан, наҙынан, йылыһынан мәхрүм балаларға "Етәр шоу" әлегә "шелк" булып ишетелә. Ниңә улар Орбакайтеның элекке ире менән бала "бүлгәндә" ижад ителгән йырын айырып билдәләй һуң? Был һорауға яуапты, моғайын, йырсы ҡатын үҙе лә беләлер. "Атай ҙа, әсәй ҙә янда булғанда иларға кәрәкмәүе" һәр кемгә мәғлүм.
       Максим Чегодаев фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал