6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Йоерҙар килә!
24.02.10


       Уоуо, уо-уо, йо-йо, йо йо, йойо... Епкә тағылған подшипниклы тәгәрмәс кеүек был нәмәне нисек кенә атамайҙар. Башығыҙҙы бутамаҫ өсөн, был яйланманы "йо-йо" тип кенә ҡалдырайыҡ.
       Һеҙҙә, был ниндәй әйбер тағы, ул нимәгә кәрәк һәм ниңә был турала һөйләргә булдылар, тигән һорау тыуғандыр, моғайын. Эш шунда, Өфөлә йәш егеттәр - йоерҙар күбәйҙе, улар бергә йыйылып, йо-йо ярҙамында төрлө трюктар башҡара. Әйҙә был турала үҙҙәре һөйләһен әле!
       - Йо-йо атамаһы француз һүҙе jojo менән бәйле, ул "диуана" йәки "тиле" кеүек тәржемә ителә, - тип аңлата Өфө йоеры Роман Дрозденко. - Был әйбер боронғо Грецияла барлыҡҡа килгән. Археологик ҡаҙыныу эштәрендә вазалар табылған, унда йо-йо тотҡан кешеләрҙең һүрәте бар. Асыҡланыуынса, йо-йо һунар сараһы булған. Йәнлекте алдатырға ем һалғас, кеше таш алып, уға күндән ишелгән бау бәйләгән һәм ҡорбанын һағалаған. Байтаҡ йылдар үткәс йо-йо уйынсыҡҡа әйләнгән. Интернетта мин йо-йо менән заманында буржуазияның мауыҡҡанын да белдем.
       Роман әйтеүенсә, йәштәр араһында был әйбер Дональд Дункан арҡаһында 1923 йылда билдәлелек яулай. Ул йо-йо етештереү буйынса айырым завод аса.
       - Был завод бөгөнгө көндә лә эшләй, - тип дауам итә йоер. Миндә ул фирманың йо-йоһы ла бар хатта. 50-60-сы йылдарҙа Дункандың банкротлыҡҡа төшөүенә ҡарамаҫтан, уның эше йәшәүен дауам итә. Әлеге мәлдә йо-йо етештереүсе 20 фирма булыуы билдәле. Йоерҙарҙың үҙҙәренең байрамы - йо-йо көнө лә бар. Ул 6 июндә, Дональд Дункандың тыуған көнөндә билдәләнә.
       Рәсәйҙә спорт төрө булараҡ йо-йо уҙған быуаттың 90-сы йылдарында билдәлелек алды. Беренсе рәсми ярыштар 2000 йылда үтте. Ә Америка ҡушма штаттарында - 1962-лә. Әле йо-йо халыҡ-ара спорт төрө иҫәпләнә, уның буйынса ярыштар үткәрелә. Унда эләгер өсөн тәүҙә үҙеңде ҡала, төбәк һәм ил кимәлендә күрһәтергә кәрәк. Өфөлә йо-йо яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килгәнгә күрә, тура Мәскәүгә барып, Рәсәй ярыштарында ҡатнашыуы отошлораҡ. Әгәр призлы урын яулаһаң, Европаға юлланырға мөмкин, артабан - АҠШ-ҡа. Матди хәлең мөмкинлек бирһә, әлбиттә...
       - Роман, һиңә был нәмә нисек килеп эләкте?
       - Ҡасандыр бер компанияла йо-йо тураһында ишеттем. Мине ҡыҙыҡһындырҙы был. Уҙған йылдың июлендә уйын автоматтарында бүләккә ҡытай уйынсығы - йо-йо эләкте. Беренсе көнөндә үк боҙҙом... Ләкин ҡыҙыҡһыныуым юғалманы. Интернетта йо-йо тураһында мәғлүмәт таптым, видеороликтар ҡараным һәм "сирләй башланым". Шунда уҡ интернет-магазинға инеп, билдәле фирмаларҙың береһенә йо-йоға заказ бирҙем. Ярты йылдан һуң йо-йонан ярайһы ҙур арсенал тупланым.
       - Бындай күңел асыу күпмегә төшә инде?
       - Иң арзаны - 300 һум. Ләкин уның менән уйнауы әллә ни ҡыҙыҡ түгел. Мин күргән иң ҡиммәтле йо-йо - алтын ялатылған, таштар менән биҙәлгәне - 18 мең һум. Йо-йоның уртаса хаҡы - өс-биш мең һум. Шуға ла йо-йоингты мин арзан спорт төрө тип атамаҫ инем. Шулай ҙа сит илдән бер юлы бер нисә йо-йоға заказ бирһәң, күпкә арзанға төшә.
       - Һиндә нисә йо-йо бар?
       - Һигеҙ. Ләкин был коллекция йыйыуҙы аңлатмай. Һәр береһенең тәғәйенләнеше бар. Барыһы ла уйын стиленән тора.
       - Йо-йо уйынының ниндәй стилдәре бар?
       - Стринг - слип (йо-йо әйләнгән арала) ваҡытында төрлө трюктар башҡарыуға нигеҙләнгән стиль. Лупинг - беренсел стиль, уйынсы ҡул хәрәкәте менән йо-йоны ҡул тирәләй эллиптик траектория буйлап йүнәлтә. Бында йо-йоның оҙаҡ ваҡыт ҡулға әйләнеп ҡайтмауы һәйбәт. Оффстринг - уйындың тағы бер стиле, унда йо-йоның күсәре епкә бәйләнмәй. Фрихэнд - был осраҡта еп ҡулға бәйләнмәй. Чери ла бар - был техникала ике йо-йо ҡулланыла.
       - Йо-йо уйнарға нисек өйрәндең?
       - Интернет-сайттар ярҙамында өйрәнәм, йо-йоға арналған видео ҡарайым.
       - Өйрәнеүгә ваҡыт күп китәме?
       - Беренсе трюкты тәүге көндә үк үҙләштерҙем. Ябай ғына ине. Донъя чемпиондары интервьюларында ун йыл дауамында көнөнә дүртәр сәғәт күнекмәләр яһауҙары хаҡында һөйләй.
       - Ә һин көнөнә нисә сәғәт шөғөлләнәһең?
       - Буш ваҡытым бик аҙ. Мин эшләйем, инглиз телен өйрәнергә йөрөйөм, йырлайым, спорт менән шөғөлләнәм... Шуға ла йо-йоға ни бары ике сәғәт ҡала. Бөтөнләй ваҡыт бүлә алмаған осраҡтар ҙа бар.
       - Һин йо-йоны спортҡа иҫәпләйһеңме?
       - Эйе. Мин һәр төрлө спорт төрө менән электән шөғөлләнәм, шуға ла тулы ышаныс менән әйтә алам, йо-йо - ул спорт. Сатраштың спорт булыуына берәү ҙә шикләнмәй бит. Йо-йо менән уйнағанда ҡулдар ғына түгел, баш та эшләй. Сөнки төрлө комбинацияларҙы хәтерҙә ҡалдырырға кәрәк, трюктарҙы яңынан ҡабатларға. Күнекмәләр үткәргән һайын, йоер йо-йоның һәр хәрәкәтенә етеҙ яуап бирергә өйрәнә, таһыллыҡ, сослоҡ арта. Өҫтәүенә, ҡул мускулдарына ла күнекмәләр ҙур йоғонто яһай.
       - Башҡа Өфө йоерҙары менән нисек таныштың?
       - Дуҫым Юра Невский ойошторған оупен-эйрға барҙым, үҙем менән йо-йоны ла алғайным. Йо-йо менән уйнауымды күреп, яныма килгән йәштәр Артур Нуғаевты беләһеңме, тип һоранылар. Миңә ул таныш түгел ине. Уның да йо-йо менән ҡыҙыҡһыныуын әйттеләр. Шунан һуң социаль селтәргә инеп, Артурҙы таптым. Уның аша артабан башҡа егеттәр һәм Тимур Мансуров менән таныштым. Тимурҙы Өфөлә гуру тип йөрөтәләр, тап ул йо-йоны беҙҙә беренсе уйнай башлаған һәм иң алдынғы уйынсы иҫәпләнә. Мин унан өйрәнәм.
       - Бергә йыш йыйылышаһығыҙмы?
       - Аҙнаһына ике тапҡырҙан йышыраҡ түгел. Йәйгеһен осрашырға мөмкинселек артыр, моғайын. Осрашҡанда яңы йоерҙар менән танышабыҙ, бер-беребеҙгә яңы алымдар күрһәтәбеҙ, өйрәнәбеҙ.
       - Өфөлә нисә йоер бар?
       - Социаль селтәрҙең береһендә "Өфө уо" төркөмө бар, унда 70-кә яҡын кеше иҫәпләнә. Әммә уларҙың барыһы ла йо-йо менән шөғөлләнә, тигәнде аңлатмай.
       - Рәсәйҙә йо-йо буйынса донъя чемпиондары бармы?
       - Үкенескә күрә, юҡ. 30 ғинуарҙа Прагала йо-йо буйынса Европа чемпионаты үтте. Унда рәсәйлеләр ҙә ҡатнашты. Уларҙың береһе 14-се урын яуланы. Был һәйбәт һөҙөмтә, 70-кә яҡын кеше ҡатнашты бит. Рәсәйҙә йо-йо менән шөғөлләнгәндәренә ун йыл, ә Европала был уйын электән билдәле.
       - Чемпионат нисек үтә?
       - Фристайл чемпионатта иң мөһим номинация һанала. Һиңә өс минут бирелә, уның дауамында теләгән трюктарҙың барыһын да башҡарырға мөмкин. Баһалама ағзаларының өҫтәлендә ике төймә ҡуйылған. Әгәр йоер трюкты хатаһыҙ һәм матур эшләй икән, жюри "Дөрөҫ" тигән кнопкаға баҫа, хаталы булһа - "Дөрөҫ түгел" төймәһенең уты яна. Һөҙөмтәлә мәрәйҙәр һаны иҫәпләнә.
       - Роман, йо-йоингта ниндәй һөҙөмтәләргә ирешергә теләйһең?
       - Рәсәй ярыштарында, мөмкин булһа, Европа ярыштарында ла ҡатнашырға теләйем. Әлегә йо-йо минең өсөн ял итеүҙең бер формаһы. Эшем ауыр, көн оҙоно компьютер артында ултырырға тура килә. Йо-йо башты ял иттерергә, ҡулдарҙы хәрәкәтләндерергә мөмкинлек бирә. Яңы алымдар өйрәнергә тырышам. Иртәме-һуңмы - һөҙөмтәләре буласаҡ.
       Андрей Старостин фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал