6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Ветерандарҙы - юбилей менән!
19.02.10


       Николай Аничков, йәш булмауына ҡарамаҫтан, хәрби ыҫпайлығын һаҡлаған. Күк флот кителе уның зәңгәр күҙҙәренә, көмөшләнгән сал сәстәренә килешеп тора. Шулай ҙа Бөйөк Ватан һуғышында Николай Митрофанович пехотала хеҙмәт иткән, ә диңгеҙ уның биографияһында күпкә һуңыраҡ урын алған. Николай Аничков - байтаҡ наградалар кавалеры, ләкин "Батырлыҡ өсөн" миҙалы уның өсөн иң ҡәҙерлеһе. Награданың тарихы бер юлы детективты ла, оҫта ҡоролған боевикты ла хәтерләтә.
       43-сөлә Полтава янында йәш яугир хеҙмәт иткән часть артҡа сигенә. Ҡабаланғанда мөһим, хатта йәшерен документтар һаҡланған йәшник онотолоп тороп ҡала. Николай Аничков уны эҙләргә ебәрелә.
       - Артыбыҙҙан немецтар баҫып килә, улар менән ара - алты-ете километр, - тип хәтерләй ветеран. - Мин төндә эҙләйем, совет һалдаттары торған алты ауылды тикшереп сыҡтым. Башта йәйәү йөрөнөм, һуңынан атты ҡулға төшөрҙөм. Һәм таптым, ниһайәт!
       Ләкин уңыш бер йылмая ла, артынса уҡ йәш яугирҙың ҡулынан ысҡына - Аничков йәшникте... юғалта. Яңынан эҙләй башларға тура килә.
       - Өмөтөм һүнгәйне инде, икенсе һалдаттар осраны. Минең трофей ҙа уларҙа ине. Әммә егеттәр мисәтен емереп, эсендә нимә барлығын ҡарап өлгөргән. Документтарҙың мөһимлеген аңлағандар һәм башҡаса ҡағылмағандар. Мин ҡумтаны тикшерҙем, барыһы ла урынында булыуын асыҡлағас, ат менеп, хәрби часҡа елдерҙем. Бына ошо операция өсөн алдым миҙалды.
       Үҙенең яратҡан наградаһына ветеран тағы берәүҙе өҫтәне - был юлы "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы" юбилей миҙалын. Өфөнөң Октябрь районында йәшәүсе ветерандарҙы бүләкләү тантанаһы Өфө дәүләт "Нур" татар театрында үтте. Сәхнәгә ветеран хәрәкәте алдынғылары - 14 ветеран күтәрелде. Шулар араһында Башҡортостандың халыҡ рәссамы Григорий Круглов та бар ине.
       - Мин 1944 йылда саҡырылдым, - тип хәтер ебен һүтә Григорий Михайлович. - Алыҫ Көнсығышҡа эләктем, Краскиноға. Беҙҙең частар һөжүмгә күскәйне. 336-сы уҡсылар дивизияһы составында Маньчжурия менән Кореяны азат итеүҙә ҡатнаштым. Пхеньянға инеп, япон гарнизонын алғас, политотделға саҡырттылар.
       Эш шунда, йәш радист һүрәттәрҙе матур төшөрә, һәм уның был һәләтен һиҙмәүҙәре мөмкин түгел. Кругловҡа клубты биҙәргә тәҡдим итәләр. Ризалаша һәм ҡушылғанды етеҙ үтәй.
       - Һуңынан хеҙмәтеңде ҡайҙа дауам итергә теләйһең, тип һоранылар. Кореяны ҡарарға теләйем, тинем. Һөҙөмтәлә ике йыл ярым ошо ил буйлап йөрөнөм. Был миңә этюдтар эшләргә мөмкинлек бирҙе. Һуңыраҡ Ворошиловск - Уссурийскиҙа төпләндем, унда һүрәт төшөрөүгә спорт өҫтәлде - штанга күтәреү менән мауыҡтым. Хабаровскиҙағы билдәле Суриков институтына йүнәлтмә бирҙеләр, йүнәлтмә Малиновский ставкаһынан уҡ ебәрелгәйне. Институтта ректорат һүрәттәремде өлгөргән рәссам эше тип тапты һәм һынлы сәнғәткә уҡыр урынына һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнергә ҡушты. Һынлы сәнғәт курстарын мин һуғышта уҡ үткәнмен, тиергә була.
       Өфөгә әйләнеп ҡайтҡас, Круглов шунда уҡ бумалаға тотона. Башҡа рәссамдар - Храмов, Тюлькин менән дуҫлаша. Һуғыш тураһында хәтер юйылмай һәм йылдар дауамында сағыулығын да юғалтмай. Григорий Михайлович - бер нисә һуғыш күренештәре һүрәтләнгән рәсем авторы. Ул 112-се кавдивизияға арналған ике һүрәт яҙған. Береһендә генерал Шайморатовтың һуңғы яуын, икенсеһендә уның штабын һүрәтләгән.
       - Бәхетле мин - фронтовиктар, легендар "шайморатовсылар" менән дуҫлаштым. Әнүәр Насыров оҫтаханамда йыш булды, кәңәштәрен бирҙе. Һәм, әлбиттә, үҙемдең тәжрибәм дә ныҡ ярҙам итте. Һуғышта мин аяныслы ваҡиғаның шаһиты булдым - совет самолеттары япон кавалерияһын утҡа тотто. Күҙ алдымда аттар тураҡланып төрлө яҡҡа осто. Беҙҙең начдив Волковтың штабында ла булдым, ундағы эш барышын күрҙем. Һүрәттәремде яҙғанда, уларға бар тойғо-хистәремде, үҙемдең ҡарашымды, тәжрибәмде һалдым. Шуға ла уларҙы ысынбарлыҡҡа яҡын, тиҙәр.
       Өфөнөң Октябрь районында барыһы 4981 ветеранға юбилей миҙалдары тапшырыласаҡ. Уларҙы аласаҡ ветерандар араһында 600-ө - һуғышта ҡатнашыусы, шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәре, концлагерь тотҡондары ла бар. Район хакимиәте миҙалдарҙы мартта тапшырып бөтөргә иҫәп тота. 26 февралдән алып активистар ветерандар теркәлгән фатирҙар буйынса йөрөп, хөрмәтләү тантанаһына саҡырыу ҡағыҙы таратасаҡ. Райондың 24 мәктәбе ветерандарға байрам саралары - концерттар, уҡыусылар менән осрашыуҙар ойошторорға теләк белдергән. Наградаһын үҙҙәре килеп ала алмағандарға миҙалдар өйөнә йәки дауаханаларға алып барып тапшырыласаҡ. Икенсе райондарға күсеп киткән ветерандарҙы ла эҙләп табасаҡтар, - хөрмәтле кешеләрҙең береһе лә миҙалһыҙ ҡалмаясаҡ. Театрҙа тантанала йәшерәктәрҙе лә күрергә мөмкин ине. Улар ҙа ветеран. Ләкин икенсе һуғыштарҙыҡы. Константин Арефьев Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотларға килгән, ә үҙе - Афғанстан һуғышы ветераны.
       - Мин, шул дәүерҙәге һәр йәш кеше кеүек, Ватаным өсөн яуаплылыҡ тойҙом, - тип һөйләй Константин Анатольевич. - Афғанстанға интернациональ бурысымды үтәргә барҙым.
       Ул һуғыш Арефьевтың саҡ ғүмерен өҙмәгән һәм сәләмәтлеген ныҡ ҡына ҡаҡшатҡан. Бер нисә яранан һәм контузиянан һуң ул оҙаҡ ваҡыт госпиталдәрҙә ятҡан. Әммә һуғыш уны сыныҡтыра. Аяҡҡа баҫҡас, медицина белеме ала, диссертация яҡлай, бөгөн табип булып эшләй. II бөтә донъя һуғышы ветерандарынан афғансылар сыҙамлыҡҡа ғына өйрәнмәй, фронт туғанлығы кеүек тойғоларҙы ла үҙләштерә.
       - Беҙ, Афғанды үткән ветерандар, бер-беребеҙҙең яҙмышын күҙәтеп барабыҙ. Дуҫтарымдың уңыштарына ҡыуанам, ябай кеше кеүек, табип булараҡ та шатланып ярҙам итәм, - ти Арефьев.
       - Ветерандарҙы Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилей йылында Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ. Ысын һалдат өсөн һуғыш бер көндә генә тынмай, - ти Өфөнөң Калинин, Октябрь һәм Орджоникидзе райондарының хәрби комиссары Владимир Горохольский. - Ветерандар һәр ваҡыт хәрби поста. Ҡаһарманлыҡтары барыбыҙға ла билдәле. Был көндәрҙә беҙ Афғанды үткән егеттәрҙе лә иҫкә алабыҙ, уларҙың 11-е - Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 17-һе - "Батырлыҡ өсөн" миҙалдары менән бүләкләнгән, Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндәрҙе лә, - бишәүһе Батырлыҡ ордены кавалеры булған. Тарихҡа ниндәй генә баһа бирелмәһен, армияла күпме үҙгәртеп ҡороуҙар алып барылмаһын, беҙҙең һалдаттарҙы айырып торған нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала - ул хәрби рух һәм ҡаһарманлыҡ.
       Ринат Исҡужин фотоһы.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал