6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Олимпиада

Овечкиндың йыртҡыстарса уйыны
18.02.10


       Юҡ, мин былай уйнамайым! Көслө команданың тренировка режимындағы кеүек икенсеһен бороп һалыуы ниндәй олимпиада хоккейы булһын? Әҙерәк булһа ла, латыш әфәнделәр, аяҡ терәп ҡаршылашырға, интригаға урын ҡалдырырға кәрәк ине. Юҡ, килеп сыҡманы. Престиж өсөн ике гол да, ҡапҡаға һигеҙ шайба менән тулыһынса тар-мар ителеү...
       Рәсәйлеләр өсөн бындай старт - иң кәрәклеһе. Йүгерҙеләр, ҡапҡаға бер аҙ шайба индерҙеләр шунда. Күберәккә лә көстәре етә ине, әммә статистика артынан артыҡ ҡыуырға тырышманылар.
       Шулай ҙа үҙҙәренә ышаныстары артты. Артабан уйындар ҡатмарлыраҡ, әммә күпкә мауыҡтырғыс буласаҡ.
       Күп кеше уйын беренсе осорҙа уҡ хәл ителде, тине, унда Рәсәй 3:0 иҫәбе менән еңгәйне. Ләкин ул бынан да алдараҡ, тәүҙә Данис Зарипов, һуңынан Александр Радуловтың берәр шайба ырғытып, супер һөжүмселәрҙең бер НХЛ-да ғына булмауын күрһәткән мәлендә үк хәл ителгәндер, тип уйлайым. Уларҙың голдары интрига булмаясағын баштан уҡ асыҡ күрһәтте.
       Беҙҙең ил өсөн форвардтар ғына айырылып торҙо. Һаҡсылар әҙәп һаҡланы. Билдәле снайперҙарҙың барыһы ла тиерлек шайбаларға иҫәп асты. Данис Зарипов дубль яһаны, Алексей Морозов, Александр Радулов, Илья Ковальчук, Евгений Малкин берәрҙән индерҙе, Александр Овечкин икене ырғытты, Виктор Козлов өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе, Максим Афиногенов һәм Александр Семин - уларҙың ҡапҡаға ырғытасаҡ шайбалары алда әле. Козловҡа бының өсөн күберәк уйнарға, күберәк үҙ өҫтөнә инициатива алырға, ә Афиногенов менән Семинға Ковальчук һәм Овечкин кеүек билдәле партнерҙары күләгәһенән сығырға кәрәк.
       Ысынбарлыҡта Овечкин, Семин һәм Павел Дацюктан торған "өс таған" - ниндәйҙер емергес көс ул. Ҡыҙыҡ, уларҙы ҡаршы командалар нисек туҡтатыр икән? Ҡыйыҡ аҫтына винтовкалар менән снайперҙар ултыртмаһа?
       Евгений Набоков бер нисә рәт бик шәп уйын күрһәтте, шулай ҙа ике шайбаны үткәрҙе. Ҡарап ҡарарбыҙ, Илья Брызгалов нимә эшләр. Ул әллә ни сағыу һәм етеҙ күренмәй, әммә мыҡтылығы бар.
       Еңелгәндән һуң Латвияның төп тренеры Олег Знарок былай тине:
       - Рәсәй йыйылма командаһы уйын барышында матур хоккей күрһәтеп, урынлы еңде. - Беҙ иһә беренсе осорҙа йоҡлап ҡалдыҡ. Ярай әле икенсеһендә уяндыҡ - һәм ярайһы матур күрендек. Хәйер, ҡаршы команданыҡы алдында ғына түгел, үҙебеҙҙең ҡапҡа алдында ла көсөргәнешле мәлдәр тыуҙырҙыҡ.
       - Нимәнелер үҙгәртергә мөмкин инеме?
       - Ә нимәһен үҙгәртәһең? Рәсәйлеләрҙең составында әллә күпме НХЛ уйынсыһы бар, ә беҙҙекеләрҙең барыһы ла КХЛ-да ғына сығыш яһай. Беҙ буласаҡ олимпиада чемпиондары менән уйнаныҡ. Һәр хәлдә, Рәсәй еңһә, мин шат буласаҡмын.
       - Һеҙ ниңә Эдгарс Масальскисты алыштырып торманығыҙ?
       - Ә кемгә? Ҡапҡаға ырғытылған шайбалар өсөн уны ғәйепләп булмай.
       Был һуңғы һүҙҙәре менән Знарок ғәжәпләндерҙе. Масальскис күпкә яҡшыраҡ уйнай ала. Ул әҙерәк үткәрә алыр ине. Күп шайбаларҙы тотоп ҡалырға мөмкинлек булды бит.
       Быков та ихласлыҡ күрһәтмәне. Ул киң билдәле һөйләмдәр ҡулланды һәм һаҡсыларын яҡланы:
       - Егеттәр күтәренке рухта уйынға сыҡты, бының шулай булыуы беренсе минуттарҙан уҡ асыҡ күренде. Беҙ иртәрәк үҙ-ара аңлашыу, килешеп эшләү булһын өсөн конструктив хоккей уйнауҙарын һораныҡ. Һан яғынан күпселектә булыуҙы хәл итеүҙә ҡыйынлыҡтар булды, был өлкәлә тағы ла эшләрбеҙ әле. Дөйөм алғанда егеттәрҙең уйынынан ҡәнәғәтмен.
       - Һаҡсыларҙың уйынынан да ҡәнәғәтһегеҙме?
       - Һөжүмебеҙ көслө, әммә оборонабыҙ насар булыуы тураһында күп һөйләйҙәр. Артабан был фекерҙе инҡар итергә тырышасаҡбыҙ.
       - Евгений Малкин менән Александр Овечкинға уйнарға ваҡытты әҙ бирҙегеҙ түгелме?
       - Беҙгә тәүге матчта барыһының да уйынға инеүе һәм тейешле ваҡытты майҙанда үткәреүе мөһим ине. Командала барыһы ла һәйбәт уйынсы, һәм уларҙың барыһы ла боҙҙа оҙағыраҡ булырға теләй. Ләкин артабан Овечкин, Малкин, Ковальчук кеүек уйынсыларҙың потенциалын күберәк ҡулланырға ниәтләйбеҙ.
       - Овечкин бер ҡасан да арымаҫ һымаҡ. Уның энергияһы бөтөнләй кәмемәйҙер, тигән уй тыуҙы.
       - Александрҙың энергетик потенциалы һоҡландыра. Уны атом электр станцияһы менән сағыштырырға мөмкин. Ул, башҡалар кеүек үк, әлеге быуындан күпкә алда барған хоккей күрһәтә. Ләкин һуңғы биш көндә Овечкин дүрт матчта уйнаны, уға көсөргәнеште кәметергә кәрәк. Турнирҙарҙың ҡыҫҡа ваҡытлы булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең алда бик мөһим йәнә биш матч тора.
       - Был алышта күпселектә уйнағанда кемгәлер өҫтөнлөк биреүегеҙ һиҙелмәне. Ниңә?
       - Командалағы дүрт быуын да көслө. Һәр ваҡыт боҙға сыҡҡанда үҙҙәренә бирелгән ваҡытты мөмкин тиклем тулыраҡ ҡуллана белеүҙәре мөһим. Был матчта бар бишәүлеләргә лә күпселектә уйнарға мөмкинлек бирҙек. Ләкин артабан махсус бригадалар төҙөләсәк.
       - Матчты Европанан ике, НХЛ-дан ике арбитр хеҙмәтләндерҙе, һеҙҙеңсә, улар уйынды нисек баһаланы?
       - Эштәрен һәйбәт башҡарҙылар. Судьяларға минең бер һорауым да юҡ.
       - Рәсәйлеләрҙе бында фавориттар, тиҙәр, ә һеҙҙең ҡарашҡа, кем фаворит?
       - Канадалыр, моғайын.
       Һүҙ ахырында Быков хәйләләне шулай ҙа. Был турнир хужаларына баҫымды арттырыу, шул уҡ мәлдә егеттәренең сәменә тейеү өсөн ҡулланылған бик аҡыллы алым.
       Киләһе матч - словактарға ҡаршы. Спорттың башҡа төрҙәрендәге уңышһыҙлыҡтар арҡаһында, барлыҡ рәсәйлеләр ҙә Олимпиадала хоккейҙың күңел йыуанысы булыуына өмөтләнә. Шуға күрә хоккейсыларға тағы ла еңергә кәрәк.
       Фото www. sovsport. ru сайтынан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал