6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Ҡануниәт

Һөйләшмә, әммә бурысыңды түлә
15.02.10


       Бурысы булғандар телефон иҫәбендәге аҡсанан ҡолаҡ ҡаға ала. Кәрәҙле телефон иҫәбендәге сараларға арест һалып, уны суд приставтары талабы менән бурысты ҡаплауға йүнәлтеүҙәре мөмкин.
       Уларҙы судҡа биреү, башҡа урындарға ялыу менән мөрәжәғәт итеү ҙә файҙаһыҙ. Кәрәҙле бәйләнеш операторҙары һәм тағы ла бер нисә абонент ҡаршы сығыш яһап ҡараны, әммә яҡлау тапманы. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Юғары суды приставтар эшен законлы тип тапты. Фемидаға хеҙмәт теүселәрҙең аңлатыуынса, бындай хоҡуҡтарҙы уларға "Башҡарма производствоһы тураһында"ғы Федераль закон бирә. Уның положениеларында, иң мөһим кәрәк-яраҡҡа һәм торлаҡҡа теймәйенсә (әгәр ул берәү икән), бурыслының теләһә ниндәй мөлкәтенә арест һалыу мөмкинлеге ҡәралған. Ул автомобилгә, көнкүреш техникаһына, йорт йыһазына һәм башҡа төрлө ликвидлы мөлкәткә һалына, улар артабан һатыуға сығарыла һәм һатыуҙан килгән килем бурысты ҡаплауға йүнәлтелә. Хужаларҙың эт-бесәй кеүек тәрбиәләнеүселәрен алып киткән осраҡтар ҙа булған. Традицион алымдарҙан тыш, приставтар бурысты ҡаплауға атобус, тимер юлы, авиабилеттарҙы кире тапшырыу юлы менән аҡса табыу ысулын да ҡуллана, әлеге мобиль иҫәптәге сараларҙы бурыс иҫәбенә күсереү ҙә экзотик алымдар исемлеген арттырҙы.
       - Операторҙар хеҙмәте өсөн башлыса аванс түләүҙәр башҡарыла. Билдәле сумма абоненттың шәхси иҫәбенә күсерелә, унан бәйләнеш операторы күрһәтелгән хеҙмәте өсөн аҡса алып бара. Шулай итеп, аванс сифатында күсерелгән аҡсалар кәрәҙле бәйләнеш операторы милке түгел, ысынбарлыҡта улар абонент аҡсаһы, һәм ул ҡулланмаған аҡсаһын операторҙан кире ҡайтарып алыу хоҡуғына эйә, - тип үҙ файҙаһына аргумент килтерҙеләр РФ Суд приставтары федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән. Идаралыҡта был йүнәлештең иң перспективалы булыуын да билдәләнеләр, бигерәк тә был ҙур булмаған суммаларға ҡағылғанда. 2009 йыл йомғаҡтары буйынса республика суд приставтарында булған 1,2 миллион башҡарма документтарҙың яртыһында бурыс күләме 500 һумдан артмаған. Практиканан күренеүенсә, бурысы ҙур булмаған граждандар мәлкәткә һалымды - торлағы, ер участкаһы, автотранспорт сараһы өсөн, шулай уҡ дәүләт пошлинаһы һәм административ штрафтарҙы түләүҙе талап итеүҙәрен һанға һуҡмай.
       Шулай ҙа приставтар менән операторҙар араһындағы бәхәскә нөктә ҡуйылмаған әле. Федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, илебеҙҙең өс билдәле операторы арбитраж судҡа мөрәжәғәт иткән. Үҙҙәренең файҙаһына улар шәхси мәғлүмәттәрҙе таратмау тураһындағы законға һылтана.
       Дәүләттең һуңғы йылдарҙа суд приставтары вәкәләттәрен киңәйтеүгә курс алыуын өҫтәргә генә ҡалды. Суд ҡарарҙарын үтәү иҫәбен арттырыу ниәтендә, суд приставтары бурыслыларҙы уңайлы торлаҡтан башҡаһына күсереү, бурысын ҡаплағансы сит илгә сығыуҙы тыйыу кеүек ҡәтғи саралар күреүгә лә хоҡуҡлы. Әлеге ваҡытта бурыслыларҙың водитель таныҡлығын тартып алыу, ә эшҡыуарҙарға ниндәй ҙә булһа эшмәкәрлеккә лицензия бирмәү тураһында һүҙ алып барыла.
       Бурыслыларҙы эҙләүҙә лә приставтар ҡәтғи саралар күрә. Мәҫәлән, билдәле килешеү нигеҙендә ведомствоға бурысы булғандарҙың билет һатып алыуы, юлға сығыу ваҡыты һәм датаһы, авиарейс, поезд, вагон номеры тураһында мәғлүмәт ебәрелә. Бурысын түләмәгәндәрҙе самолет трапында йәки вокзалда приставтар көтөп торасаҡ. Заман менән бергә атлаған суд приставтары социаль селтәрҙәрҙән дә баш тартмай, уның аша бурыслы кешенең ҡайҙалығын, матди хәле торошон асыҡлай. Ижевск приставтары интернет менән мауығыуы арҡаһында суд хөкөмөнә лә эләккән. Мәскәүҙән йәш ҡатын дәғүә белдергән. Уның фотоларын приставтар танышыу сайтына урынлаштырып, һары сәсле һылыу исеменән бурыслы кешеләрҙе осрашыуға саҡырған.
       Суд приставтарының эш барышында ҡулланған алымдары күптәргә оҡшамай, әлбиттә, әммә тап уларҙың алименттарҙы һәм намыҫһыҙ эш биреүселәрҙән эш хаҡын түләргә мәжбүр итеүҙәрен дә онотмайыҡ. Башҡортостанда приставтар бурыслы эшһеҙҙәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа ла ярҙам күрһәтә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал