6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Мәктәпкә бармаҡ эҙҙәрен күрһәтеп
17.02.10


       Өфөнөң 52-се мәктәбенә еңел генә эләгермен тимә. Әгәр һинең бармаҡ эҙең уҡыу йортоноң электрон мәғлүмәт базаһында юҡ икән, вестибюлдә тор, һине төшөп алыуҙарын көт. Ят кешегә мәктәпкә юл ябыҡ!
       Эш шунда, 52-се урта мәктәп мәғариф учреждениеларына яңы технологиялар индереү буйынса ҡала экспериментын һынау майҙанына әйләнгән. Уҙған йылдың октябрендә бында биотурникеттар урынлаштырылған. Шунан алып уҡыу йортона бармаҡ эҙҙәре буйынса ғына инергә мөмкин. Бар уҡыусылар, ата-әсәләр һәм педагогтар тураһындағы мәғлүмәттәр компьютерҙың мәғлүмәт базаһына индерелгән. Мәктәпкә инеүгә хоҡуҡ биреүсе ролен үтәгән ҡулды юғалтыу ҙа, оҡшатып икенсене эшләү ҙә мөмкин түгел.
       Балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү баштан уҡ эксперименттың төп маҡсаты һаналған. Ләкин биотурникеттар үҙенең төп функцияһынан тыш, дәрестәргә йөрөүҙе контролдә тотоу сараһына ла әйләнгән. Бала бармаҡ эҙен уҡыусы мониторға ҡулын ҡуйыу менән, электрон система уҡыусының мәктәпкә ингән һәм белем биреү учреждениеһынан сыҡҡан ваҡытын күрһәтеп, уның ата-әсәһенә СМС-хәбәр ебәрә.
       - Биотурникеттарҙы урынлаштырыу буйынса эштәрҙе беҙ уҙған йылдың апрелендә үк башлағайныҡ, - тип һөйләй 52-се мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Елена Бердникова. - Бар уҡыусыларҙан, уҡытыусыларҙан һәм ҡайһы бер әүҙем ата-әсәләрҙән бармаҡ эҙҙәрен йыйҙыҡ. Ә турникеттарҙың үҙен октябрҙә ҡуйҙыҡ. Башта турникет берәү ине. Ләкин тиҙ арала уның үткәреү күләме самалы булыуы асыҡланды. Шуға күрә икенсеһен алырға ҡарар иттек.
       - Биотурникеттарҙың ыңғай яғы нимәлә?
       - Беренсенән, балаларҙы тәртипкә өйрәтә. Икенсенән, ят кешеләр рөхсәтһеҙ мәктәпкә инә алмай. Өсөнсөнән, вахтерҙар эше еңелләште.
       - Биотурникеттарҙы ниңә тап һеҙҙә урынлаштырҙылар?
       - Беҙҙең мәктәпте был проектты апробациялау буйынса эксперименталь майҙан сифатында һайланылар. Һөҙөмтәлә эксперимент уңышлы үтте. Һәм әлеге ваҡытта бындай турникеттарҙы ҡаланың байтаҡ мәктәптәрендә ҡуйырға ниәтләйҙәр.
       - Биотурникеттарҙан тыш, һеҙҙә тағы ниндәй хәүефһеҙлек саралары ҡулланыла?
       - Мәктәптә янғын тураһында хәбәр итеүсе тауыш сигнализацияһы бар. Йыл дауамында балаларҙы эвакуациялау буйынса тренировкалар үткәрәбеҙ. "Иғтибар, янғын!" сигналынан һуң уҡытыусылар һәм балалар 2,5 минут эсендә мәктәптән сығып бөтөргә тейеш.
       - Һеҙҙең мәктәп башҡа белем биреү йорттарынан тағы нимәһе менән айырыла?
       - Ул Өфөнөң Калинин районында иң боронғоларҙан иҫәпләнә. Киләһе йылда 55 йыл тула. Беҙҙең мәктәптең үҙенсәлеге шунда - уны гимназиялар уратып алған. Ошо шарттарҙа йәшәргә тырышабыҙ. Бәҫебеҙҙе төшөрмәйбеҙ, 105-се, 111-се, 65-се гимназияларҙан бер ҙә ҡалышмайбыҙ. Беҙҙең мәктәп инновациондар иҫәбендә. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ЮНЕСКО мәктәбе булырға хыялланабыҙ. Мәктәптә үҙебеҙҙең медиа-үҙәгебеҙ эшләп килә: "Индиго" гәзите сығарыла, уҡыусылар көсө менән интернет-радиобыҙ эшләй, мәктәп телевидениеһы проекты әҙерләнә. Ваҡыты менән уҡыусыларҙың иң яҡшы яҙмаларын үҙ эсенә алған альманах баҫтырабыҙ. Әле бында заманында беҙҙең мәктәпте тамамлаған 22 уҡытыусы эшләй. Шул иҫәптән, директор, һәм мин, һәм тағы ла мәктәп директорының өс урынбаҫары. Беҙҙә ҡәҙерләп һаҡланған бик матур йолалар йәшәп килә. Өҫтәүенә мәктәбебеҙ йылы, уңайлы һәм яҡты. Ҡунаҡҡа килгәндәрҙең барыһы ла билдәләй быны.
       - Йәш уҡытыусылар һеҙгә эшкә урынлашамы?
       - Йәштәребеҙ күп. Һәләтле, әүҙем, ышаныслы йәштәрҙең килеүе ҡыуандыра. Мәктәпте ҡалдырыр кешеләребеҙ бар. Шулай уҡ йәш уҡытыусыларға теләп ярҙам иткән, өлгө күрһәткән педагог-ветерандарыбыҙ ҙа етәрлек.
       - Йән башына түләү системаһына күсеү һеҙгә нисек тәьҫир итте?
       - Беҙҙең мәктәптә күрһәткестәр ыңғай. Үткәреү һәләте мәктәптең - 750 бала, әлеге мәлдә 841 уҡыусы белем ала. Беҙҙә уҡырға теләүселәрҙең һаны кәмемәй. Беҙҙең биҫтә балаларынан тыш, Ағас эшкәртеү комбинатынан, Октябрь проспектынан, Сипайлово һәм Черкассынан йөрөп уҡыусылар бар.
       - Уҡыусыларығыҙ ике сменала шөғөлләнәме?
       - Эйе. Уҡыусылар күп, бер бүлмә лә буш түгел. Бер сменаға һыйып бөтмәйбеҙ.
       - Һеҙ "Мәғариф" милли проектында ҡатнаштығыҙмы?
       - Эйе, миллионлы грант алдыҡ. Был аҡсаны мәктәпте компьютерлаштырыуға йүнәлттек. Яңы компьютерҙар, ноутбуктар, интерактив таҡталар һатып алдыҡ. Уҡытыусыларыбыҙ техник яңылыҡтар менән теләп ҡуллана. Әле беҙҙең 11 медиатаҡтабыҙ бар, тағы ла алырға планлаштырабыҙ. Дүрт педагогыбыҙ милли проект сиктәрендә шәхси гранттар алды.
       - Яҡын арала бар педагогтарҙы ла мәғлүмәт технологияларын белеү-белмәүгә тикшерәсәктәр. Һеҙҙең уҡытыусыларығыҙ был һынауҙан ҡурҡмайҙыр инде?
       - Эйе, бар педагогтарыбыҙ ҙа компьютер менән яҡшы таныш. 80 проценты техник яңылыҡтарҙы ла белә. Информатика дәресе беҙҙә беренсе кластан уҡытыла. Өҫтәүенә информатика уҡытыусылары йыл дауамында башҡа педагогтар өсөн квалификация күтәреүгә курстар үткәрә.
       - "Беҙҙең яңы мәктәп" проекты һеҙҙә нисек бойомға ашырыла?
       - Илебеҙҙә барған һәр проектта ҡатнашырға тырышабыҙ. Тап ошо "Беҙҙең яңы мәктәп" проекты арҡаһында мәктәптә биотурникеттар барлыҡҡа килде, бар дәрестәрҙә лә компьютер технологиялары ҡулланыла. Әле проектҡа йомғаҡтар яһалмаған, эштәр дауам итә. Һөҙөмтәләрен белеүе ҡыҙыҡ буласаҡ.
       - Уҡыусыларҙың сәләмәтлеген күҙәтәһегеҙме?
       - Уҡытыу процесында һаулыҡ һаҡлаусы технологиялар ҡулланабыҙ: балалар өсөн динамик паузалар яһайбыҙ, бар уҡыусылар ҙа аҙнаһына ике тапҡыр физкультура менән шөғөлләнә. Өҫтәүенә, физкультура уҡытыусылары баскетбол, еңел атлетика, бокс, теннис буйынса секциялар алып бара.
       - Сығарылыш кластары берҙәм дәүләт имтиханын нисек бирә?
       - Уртаса күрһәткестәр насар түгел. Беҙҙең мәктәпте һәр ваҡыт гимназиялар менән сағыштыралар. Ләкин гимназиялар көсһөҙ уҡыусыларҙы уҡырға алыуҙан баш тарта ала, беҙ иһә берәүҙе лә ҡаҡмайбыҙ. Бик һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәткәндәр ҙә бар. Уҙған йылда ун беренсе класс уҡыусыһы математиканан 97 балл алды.
       - Ә олимпиадаларҙа ҡатнашамы уҡыусыларығыҙ?
       - Әлбиттә! Мәктәптә олимпиада хәрәкәте ныҡ үҫешкән. Уҡыусыларыбыҙ Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һәр этабында ла ҡатнаша. Уҙған йылда бер уҡыусыбыҙ биология буйынса республика этабында беренсе урын алды. Өҫәүенә, бер интернет-олимпиаданан да ҡалмай улар. Фәнни булһынмы ул, ижадимы, һәр конкурстарҙы ла күҙәтеп барабыҙ. Уҡыусыларыбыҙҙы Ҡазанға, Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа һәм башҡа ҡалаларға фәнни конференцияларға ебәрәбеҙ.
       - Һеҙҙең мәктәпте бөткәндәр ҡайҙа уҡырға инә?
       - Өфөләге һәм башҡа ҡалаларҙағы төрлө уҡыу йорттарына. Барыһы ла тиерлек уҡыуын дауам итә. Уҙған йылда, мәҫәлән, тәүҙә армияға барып ҡайтырға йыйынған бер генә малай уҡырға инмәне.
       - Ағымдағы йыл Уҡытыусы йылы тип иғлан ителгән. Һеҙ был йылдан нимәләр өмөт итәһегеҙ?
       - Иң һәйбәтенә өмөтләнәбеҙ! Уҡытыусыларға иғтибар артыр, ярҙам итерҙәр, тип ышанабыҙ. Уҡытыусылар үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләп, йәмғиәтте формалаштыра бит. Оло быуын вәкилдәре хәҙерге йәштәрҙе яманларға ярата. Бының менән бөтөнләй риза түгелмен. Балаларыбыҙ белемгә ынтыла, һәр эшкә ижади күҙлектән ҡарай, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Улар, бәлки, китапты аҙыраҡ уҡыйҙыр, әммә компьютер менән дуҫ һәм интернеттан файҙалы мәғлүмәт таба белә.
       Андрей Старостин фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал