6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Йәмәғәт ойошмалары

Яралар оҙаҡ уңала...
16.02.10


       Яралар оҙаҡ уңала.
       Тағы бер йөрәк һыҙылып яна.
       Интернациональ бурыс йондоҙо
       Ҡояшлы көндә ҡәберҙе биҙәй...
       Ошондай һүҙҙәр менән башлана Питерҙағы рок төркөмөнөң бер йыры, һәм улар миңә илебеҙ һаман арынып бөтмәгән Афған исемле йөрәк һыҙланыуҙарын тулыһынса аңлата алған һымаҡ.
       1989 йылдың 15 февралендә совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы Афғанстандан сығарылды. Илебеҙ был ҡанлы бәрелештә 14 мең һалдат һәм офицерын юғалтты. Советтар Союзының һәм Рәсәйҙең меңәрләгән хәрби хеҙмәткәре башҡа илдәрҙәге ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булды һәм, үкенескә күрә, был ҡайғылы исемлеккә һаман нөктә ҡуйылмай. Һуңғы арала был датаны яугир-интернационалистарҙың хәтер көнө итеп билдәләүҙән тыш, локаль конфликттарҙа һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләй башланыҡ.
       Йылына бер тапҡыр ветерандар менән ҡасандыр үткән яуҙарҙы хәтерләтеүсе был датаны билдәләү - бер эш, ә бар ҡыйынлыҡтар һәм донъя мәшәҡәттәре менән уларҙың көндәлек йәшәйеше иһә - бөтөнләй икенсе нәмә. Республика ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәгендә "Һуғыш хәрәкәттәре ветерандары һәм инвалидтары проблемаларын хәл итеүҙә ведомство-ара хеҙмәттәшлек" темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Ҡатнашыусыларҙың яртыһы "чеченсыларҙан" тора ине, һәм ваҡытында Афғанды үткән яугирҙарға осраған ауырлыҡтар мираҫ булып яңы быуын ветерандарға ла тороп ҡалған булып сыҡты.
       Был учреждениеның социаль-психологик ярҙам күрһәтеү буйынса бүлек мөдире Елена Чиглинцева локаль конфликт ветерандары мөрәжәғәтенең иҫәбе һәм структураһы хаҡында һөйләне. Уҙған йыл эсендә ун филиалы булған Республика үҙәгенә 6533 мөрәжәғәт килгән. Бөгөнгө көндә социаль - хоҡуҡ һаҡлау мәсьәләһе иң актуалдәрҙән һанала - уның буйынса 2336 кеше мөрәжәғәт иткән (37 процент), - был торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, ташламалар юллау менән бәйле һорауҙар. Икенсе урында хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм профориентация мәсьәләһе (18 процент), артабан медик-психологик реабилитация проблемалары килә. Үҙәк белгестәре ғаиләлә тыуған ҡыйынлыҡтарҙы хәл итеүҙә лә ярҙам күрһәтә. Ир менән ҡатын, ата-әсә мөнәсәбәттәре буйынса 30 кеше консультация үткән.
       Түңәрәк өҫтәл артынан урын алған министрлыҡ һәм ведомство чиновниктары ситтә ҡала алманы, уларға һорауҙар күп бирелде, әммә етәкселәр барыһына ла яуап бирергә әҙер түгел ине. Шулай ҙа һәр осраҡты айырым ҡарап, аныҡ һәм теүәл яуап табырға вәғәҙә иттеләр. Мәҫәлән, Өфөнөң "Хәрби туғанлыҡ" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары 1993 йылдан бирле сиратта торған иптәштәренең һаман торлаҡ шарттарын яҡшырта алмағанына зарланды. Максим Филатов был мәсьәләне асыҡларға һүҙ бирҙе, әммә ҡала фондында торлаҡтың етерлек кимәлдә түгеллеген һәм мохтаж ветерандарҙың барыһын да торлаҡ менән тәьмин итеп булмауын да иҫкә алды. Шулай ҙа, бюджетта эшләүселәр өсөн ҡаралған ташламалар хәрби хәрәкәт ветерандарына ла ҡағыла, тимәк, ветерандар бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн әҙерләнгән программаларҙа, шул иҫәптән "Үҙ йортом" республика программаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
       - Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарҙы район хакимиәте сиратҡа ҡуйырға тейеш, дәлилһеҙ һорауығыҙҙы кире ҡағырға хоҡуҡтары юҡ, - тип аңлатты юрист, - әгәр улар сәбәпһеҙгә һеҙҙе сиратҡа ҡуйырға теләмәй икән, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ, хәл-ваҡиғаны асыҡларға беҙ ҙә ярҙам итербеҙ.
       Был программаларҙа хәрби хәрәкәттә һәләк булғандарҙың ғаиләһе лә ҡатнаша ала. Күптән түгел РФ Премьер-министры Владимир Путиндың һәләк булған Өфө спецназсылары ғаиләләренең бар мәсьәләләрен дә хәл итергә вәғәҙә итеүен күрҙек.
       2009 йылда көрсөк арҡаһында халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙан һәм инвалидтарҙан мөрәжәғәттәр ике тапҡырға артты. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы халыҡ мәшғүллегенә ярҙам итеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Флүрә Дәүләтбаева әйтеүенсә, 196 ветеран һәм 15 инвалид эшкә урынлаштырылған, дүрт кеше бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү программаһы нигеҙендә 60 мең һум күләмендә аҡса алған. Флүрә Дәүләтбаева был программала махсус туҡталып, эш асҡанда ғына түгел, шулай уҡ эш биреүсе менән булдырылған һәр эш урыны өсөн өҫтәмә финанс ярҙамы күрһәтелеүе тураһында ла әйтеп үтте.
       Һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар өсөн белем алыу һаман да ауыр мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала, шуға ла БР Мәғариф министрлығы вәкиле Венера Алғошаева өсөн ветерандар менән һөйләшеү еңел булманы. Берҙәм дәүләт имтихандар системаһы ветерандарҙы автоматик рәүештә һынауҙарҙан төшөрөп ҡалдыра. Берҙәм имтихан көсөнә ингәнгә тиклем мәктәпте тамамлағандар өсөн айырым һынауҙар үткәрергә йәки бушлай әҙерлек курстары ойошторолорға тейеш. Әлегә быларҙың береһе лә юҡ. Үҙ сиратында, Венера Алғошаева БР Мәғариф министрлығында был мәсьәләне яҡшы аңлауҙары һәм мәсьәләне хәл итеү юлын эҙләүҙәре хаҡында белдерҙе. Шулай ҙа юғары уҡыу йорттарының барыһы ла тиерлек федераль һаналыуы, ә был мәсьәләне хәл итеү юлын республика ведомстволары эҙләүе күңелде ҡыра, әлбиттә. Шуның менән бергә яңы федераль ҡануниәткә ярашлы, уҡырға ингәндә контракт буйынса өс йылдан да кәм хеҙмәт итмәгән хәрби хеҙмәткәрҙең генә ташламаларға хоҡуғы бар. Йәғни тыныс ерҙә контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрбиҙең Чечняла хәрби хеҙмәттә булған һалдатҡа ҡарағанда хоҡуҡтары күберәк булып сыға. Тағы бер тапҡыр аныҡлап китәм, был үҙгәрештәр - федераль министрлыҡтарҙың инициативаһы. Венера Алғошаева һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларға уҡырға инеүҙең бер нисә еңелләштерелгән юлын тәҡдим итте һәм Өфө институттарында был категорияға ҡараған граждандарға бушлай әҙерлек курстары буласаҡ, тип вәғәҙә бирҙе.
       Һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар өсөн һуғышта алған йәрәхәттәр, инвалидлыҡ һәм медицина ташламаларына бәйле һорауҙар һаман да көнүҙәк булып ҡала. Кеше һуғышта алған яра, йәрәхәте арҡаһында инвалидлыҡ алғанда, барыһы ла аңлашыла һымаҡ, социаль ярҙам сараларының ҡыҫҡа, әммә аныҡ исемлеге бар. Ә йәш ветерандың йөрәге насарланғанда, мәҫәлән, нимә эшләргә? Был һорау менән беҙ "Һуғыш ветерандары ҡала госпитале" муниципаль учреждениеһы поликлиникаһының баш табибы урынбаҫары Розалия Садыҡоваға мөрәжәғәт иттек.
       - Инвалидлыҡ биреүгә бөгөн хәрби-медицина документтарындағы яҙмалар нигеҙ була ала, - тип яуапланы медик, - ләкин бындай яҙмаларҙы табыуы еңел түгел, сөнки заманында бындай документтар алып барыуға тейешле иғтибар бирелмәгән.
       Ысынлап та, йәш егет бында кисергәндәрҙең бер ваҡыт сәләмәтлеккә йоғонтоһо булыр, тип һуғышта уйлап йөрөмәгәндер, әлбиттә. Ә яу яланында күргән - кисергәндәрҙән йөрәк сирле булып ҡалыуыңды иҫбатлау мөмкин дә түгел. Шулай ҙа барыһы ла ышанысһыҙ түгел. Афғанды үткән бар ветерандар ҙа гепатит менән малярияның нимә икәнен яҡшы белә. Был ауырыуҙар күп осраҡта бауыр циррозына килтерә.
       - Был сирҙәр арҡаһында госпиталдә ятҡанығыҙҙы иҫбатлауы ҡыйын түгел, шуға ла һуғыш хәрәкәте инвалидлығын юлларға нигеҙ табырға була, - тип аңлата Розалия Садыҡова.
       Һуғыш бихисап йәштәрҙең яҙмышын емерҙе. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, улар гражданлыҡ бурысын ғәҙел үтәне, Ватан алдында ҡабул иткән антына аҙағынаса тоғро ҡалды. Афғанстан, Карабах, Осетия һәм Чечня һалдаттарыбыҙҙың ата-бабаларыбыҙға - фашизмды еңеүселәргә тиң булыуын күрһәтте.
       "БАШвестЪ" мөхәрририәте хәрби бәрелештәрҙә яҡындарын, ирҙәрен, балаларын юғалтҡандарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ.

Рәмил Рәхмәтов.
Фото www.gorgonas.diary.ru сайтынан.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал