6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Ҡаршы торһаң - дауаханаға, һаҡланһаң - рәшәткә артына эләгеү ең бар
12.04.04


       Кеше үҙ ғүмерен, һаулығын, намыҫын, мөлкәтен енәйәтселәрҙ ән закон рөхсәт иткән барлыҡ алымдар менән дә һаҡларға хаҡлы . Был хоҡуҡ Конституияла шәхестең хоҡуғын һәм иркен һаҡлау тураһындағы иң мөһим положениеларҙың береһенә индерелгән. Ә ммә ысынбарлыҡ күрһәтеүенсә, үҙ - үҙеңде һаҡлау тураһындағы статья Рәсәй закондарының иң "шымаларының" береһе. Һүҙ ҡорба ндан енәйәтсегә әүерелеүҙең дә бик мөмкин булыуы хаҡында б ара. Һөжүм итеүсе түгел, ә һаҡланыусының төрмәгә ултырыуы ха ҡында ал миҫалдар етерлек.
       Төп мәсьәлә һаҡланыу дәрәжәһен арттырып ебәреүгә ҡағыла. Әммә хәүеф янаған осраҡта нисек итеп һаҡланыу дәрәжәһен артт ырып ебәрмәҫкә тип уйланыу мөмкинме икән һуң Ошоға бәйле дә үләттең бурысы - енәйәтсегә ҡаршы торғанда, бының өсөн һуңын ан язаға дусар ителеүҙән ҡурҡмаҫҡа мөмкинселек биреү.
       Һаҡланыу институты беҙҙә бик күптән эшләп килә: 1649 йылд ан уҡ уның тураһында яҙмалар һаҡланған. Советтар законында иһә һаҡланыу, әгәр ҙә ул кәрәкле сиктән сыҡмаһа, енәйәт тип иҫәпләнмәй тип билдәләнгән. Һәм был билдәләмә бер ниндәй үҙг әрешһеҙ тип әйтерлек 1994 йылға тиклем эшләп килә. Һуңынан у ға бер ни тиклем үҙгәрештәр индерелә. Әммә әле лә статьяла һ орауҙар етерлек.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал