6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Йәштәр сәйәсәте

Эш һәм фатир бирегеҙ!
11.02.10


       Йәш булыуы еңелме? "Әлбиттә, еңел! - тип яуаплар подъезд төбөндә ултырған һәр пенсионер. - Ниндәй ҡыйынлығы булһын йәштәрҙең? Улар сәләмәт, көслө, аҡыллылар, барыһына ла өлгәшәләр... Ҡыуанып ҡына йәшәй бир!"
       Эйе, ысынлап та, барыһы ла шулай. Ләкин хәҙерге заман йәштәренә тыныс йәшәргә бирмәгән ике донъя ауырлығы бар. Шунда уҡ бының фатир юҡлығы менән эш мәсьәләһе булыуын аңлағанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Йәшәргә өйөгөҙ булмаһа, эшкә урынлашыу мәсьәләһен хәл итә алмаһағыҙ, шатлыҡ-ҡыуанысҡа урын ҡалмауы, тыныс йәшәп булмауы һәр кемгә асыҡ.
       Тап шуға ла БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы был мәсьәләне хәл итеүгә айырым иғтибар бирә. Бына һигеҙенсе йыл инде Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы буйынса республика программалары эшләп килә.
       - 2003 йылдан 2009 йылға тиклем был программа нигеҙендә 10193 йәш ғаилә ярҙам алған, - тип һөйләй БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының иҡтисади программалары һәм йәштәр мәшғүллеге бүлеге начальнигы Урал Килсенбаев. - Шулар
       араһында 2171 ғаилә төҙөлөшкә йәки торлаҡ һатып алыуға ташламалы кредит алды, 1603 ғаиләгә өҫтөнлөклө шарттарҙа фатир бүленде, 2883-ө торлаҡ алыуға социаль ярҙам алды, 3587 - бала тыуған өсөн субсидиялар алып, уны ипотека кредитын ҡаплауға йүнәлтте.
       Йәштәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйған тағы бер программа - ул "2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше". Был программаның өс йыл эшләү дәүерендә дәүләт ярҙамын ауыл ерендә йәшәгән өс меңдән ашыу йәш ғаилә һәм йәш белгес алды.
       Уҙған йылда республиканың дәүләт милке һаналған ер участкаларын граждандарға бер тапҡыр йәки бушлай биреү тураһындағы ҡағиҙәгә үҙгәрештәр индерелде. Был үҙгәрештәргә ярашлы, йәш ғаиләләр айырым категорияға ҡарай хәҙер. Улар йорт төҙөүгә бушлай ер алыу хоҡуғына эйә. Былтыр бындай хоҡуҡ менән 3108 йәш ғаилә файҙаланып өлгөргән.
       "Үҙ йортом" республика программаһы ла йәштәргә ярайһы ҙур ярҙам күрһәтә. Уҙған йылда был программа буйынса 453 ғаилә килешеү төҙөгән. Уларға бушлай ер участкаһы һәм торлаҡ төҙөлөшөнә 300 мең һум күләмендә өҫтөнлөклө займдар бирелгән.
       - Шуныһы ҡыуаныслы, был программа бер нисә муниципаль район һәм ҡалала тормошҡа ашырыла, - тип билдәләне Урал Килсенбаев. - Мәҫәлән, Туймазыла яңы йәштәр ҡасабаһы ҡалҡып сыҡты, Ишембай, Әбйәлил, Бөрйән, Күгәрсен райондарында йорттар төҙөлә башланы. Ер участкалары бүлеп биреләсәк территориялар билдәләнде.
       Урал Килсенбаев әйтеүенсә, уҙған йылда торлаҡ программаларын финанслау, 2008 йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға кәмерәк булған. Торлаҡ һатып алыуға социаль түләүҙәрҙе 436 ғаилә алған, ә яңы тыуған бала өсөн субсидия 411 ғаиләгә бирелгән. Саралар һәйбәт үҙләштерелгән. Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата федераль бюджетҡа 1,68 миллион һум ҡайтарылған, ә 2008 йылда был сумма биш миллионға еткәйне.
       Күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, торлаҡ мәсьәләһе киҫкен булып ҡала, - тип иҫәпләй Урал Килсенбаев. - Ағымдағы йылдың 1 февраленә ҡарата 23259 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора, былтырғыға ҡарағанда был 3608 ғаиләгә күберәк.
       Бындай ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү өсөн республиканың 47 муниципаль районында һәм ҡалаһында йәш ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса урындарҙа программалар ҡабул ителә. Уларҙың ҡайһы берәүҙәрендә урындағы бюджеттан финанслау ҙа күҙаллана.
       2003 - 2010 йылдарға иҫәпләнгән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү республика программаһы ағымдағы йылда ғына тамамланмаясаҡ. Ул 2015 йылға тиклем оҙайтыла, тимәк, республикала йәшәүсе йәш ғаиләләрҙең күбеһе торлаҡ һатып алыуҙа дәүләт ярҙамына өмөтләнә ала.
       Торлаҡтан тыш, беҙҙең республикала йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү мәсьәләләренә лә етди иғтибар бирелә. Эш баҙарындағы хәлдәрҙе анализлағандан һуң, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре эш эҙләү буйынса иң ҙур ҡыйынлыҡтарҙы 16 - 30 йәшлектәр кисереүен асыҡлаған.
       Ошоноң менән бәйле, Башҡортостанда йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү һәм йәштәр эшҡыуарлығына ярҙам итеү саралары системаһы әҙерләнә һәм тормошҡа ашырыла. Уҙған йылда хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһын ғәмәлгә ашырыуға республика 575,5 миллион һум аҡса бүлгән. Был хеҙмәт баҙарында тигеҙлекте һаҡлап ҡалырға, йәмәғәт эштәрен ойошторорға һәм йәштәргә һөнәри белем алырға мөмкинлек биргән.
       - Уҙған йылда Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге һәм уның филиалдарына 23 меңдән ашыу йәш кеше мөрәжәғәт итте, - ти үҙәктең директоры Гөлләриә Ялсыҡаева. - Шуларҙың биш меңдән ашыуы эшкә урынлашты.
       Йәштәргә эш менән ярҙам итеү йәһәтенән, уҙған йылда республика уҡыу йорттарында бер нисә вакансиялар йәрминкәһе үткәрелде, ҡайһыларына потенциаль эш биреүселәр саҡырылды. Йыл дауамында район һәм ҡалаларҙа "Йәштәргә эш" акцияһы алып барылды. Дөйөм алғанда унда 39 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, шуларҙың дүрт меңдән ашыуы эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә иҫәпкә алынды. 2611 кеше эшкә йүнәлтмә алды, ә 1203 кеше эшкә урынлашты.
       Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше - йәйге каникулдарҙа студенттарҙы эшкә урынлаштырыу. Ошо маҡсатта республикала йыл һайын йәштәрҙең хеҙмәт отрядтары эше ойошторола. Уҙған йылда был эшкә ете мең студент йәлеп ителгән. Әлеге мәлдә республика төҙөлөш отрядтарының Сочилағы олимпиада объекттарын һәм Ҡазанда Бөтә донъя студент универсиадаһы объекттарын төҙөүҙә ҡатнашыуға һөйләшеүҙәр алып барыла.
       Йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүҙең бер формаһы иҫәпләнә. Уҙған йылда ошо маҡсатта 14 йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе эшләне, унда 500 йәш кеше белем алды.
       - Быйылғы йылда йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүҙе дауам итәсәкбеҙ, - тип өҫтәне Гөлләриә Ялсыҡаева. - Республикала "Йәштәргә эш", Республика йылы айҡанлы "Минең республикам", Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата "Яҙғы мәрхәмәтлек аҙнаһы" акциялары планлаштырыла. Быларҙан тыш, республиканың төрлө уҡыу йорттарында вакансиялар йәрминкәһен үткәреү ҙә ҡаралған.
       Фото dv. aif.ru сайтынан.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал