6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Ҡоймаҡ яратыусыларға ожмах
10.02.10


       Ҡоймаҡ яратмаған рәсәйлене табығыҙ миңә. Иманым камил, был эшегеҙ килеп сыҡмаясаҡ. Сөнки ҡоймаҡ беҙҙең илдә - иң популяр аҙыҡтарҙың береһе. Ҡоймаҡты бешереүе лә ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, һәм тәмле лә килеп сыға улар. Ә үҙенә төрлө эслек һалып төрһәң, телеңде йоторлоҡ буласаҡ!
       Ҡоймаҡты кеше уйлап тапҡан уникаль аҙыҡ, тип атарға була. Уны ит, балыҡ, бәшмәк, ыуылдырыҡ, тултырма, сыр йәки эремсек менән әҙерләйҙәр. Өҫтәлгә май, ҡаймаҡ, ҡайнатма йәки бал ҡушып бирергә мөмкин. Ҡоймаҡ төп блюдо йәки десерт та була ала.
       Бер ултырғанда нисә ҡоймаҡ ашай алаһығыҙ? Бер ҡасан да был турала уйланманығыҙмы? Улай булһа, эксперимент үткәрергә ваҡыт. Масленицаның иң ҡыҙған мәле бит - ҡоймаҡ ашарға Алллаһы Тәғәлә үҙе ҡушҡан ваҡыт!
       Масленицаны байрам итеү йолаһы беҙҙә борондан килә. Боронғо ата-бабаларыбыҙ - мәжүсиҙәр ҡоймаҡ ҡойоп, уны тәмләгән, һәм шул рәүешле яҙҙы яҡынайтҡан. Ҡоймаҡтар бит бәләкәй ҡояш кеүек ҡабул ителгән, һәм миниҡояшты күберәк ашаған һайын, тышта йылыраҡ була бара, тип ышанғандар.
       Мәжүсилек осоро күптән үткән, әлбиттә. Әммә ҡышты ҡоймаҡтар менән оҙатыу йолаһы әлегәсә һаҡланған. Христиан сиркәүе халыҡ йолаларына ҡаршы килмәҫ өсөн ҡалдырған был байрамды. Һөҙөмтәлә, Масленицаның ваҡыты ғына күскән. Ул Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала билдәләнә һәм Ярлыҡау йәкшәмбеһе (Прощеное воскресенье) менән тамамлана.
       Масленицаны икенсе төрлө сырлы аҙна тип йөрөтәләр. Пост алдынан һуңғы аҙнала ит ашарға ярамай бит. Ә бына һөт аҙыҡтарын, майҙы - ярай, һәм йәнең теләгән күләмдә.
       Йола буйынса Масленицаны бер аҙна байрам итәләр. Һәм аҙналағы һәр бер көндөң үҙенең исеме бар. Дүшәмбе - Масленицаны ҡаршылау. Был көндө ҡоймаҡ ҡоя башлайҙар һәм тәүгеһен ярлыларға тараталар. Йәнә дүшәмбе көн боҙҙан йәки ҡарҙан тауҙар өйөлә. Әммә беҙҙең осраҡта бер нәмә лә төҙөргә тура килмәне. Тауҙар боҙ һарайҙарында Яңы йылдан һаҡланды.
       Дүшәмбелә, шулай уҡ, һаламдан йәки сепрәк- сапраҡтан Ҡыш ҡарасҡыһын эшләргә кәрәк ине. Бығаса өлгөрмәгәнһегеҙ икән, мауыҡтырғыс шөғөлгә ошо көндәрҙә ваҡыт табығыҙ.
       Шишәмбене уйын башы, тиҙәр. Был көндө күңелле уйындар ойошторалар, халыҡ тауҙан шыуа. Көндө күңеллерәк үткәргән һайын, ҡоймаҡты ла күберәк ашарға ярай.
       Шаршамбының Масленицала атамаһы татлы - "тәмлекәс". Был көндө ҡәйнә кейәүен ҡоймаҡ менән һыйларға тейеш. Шаршамбыла тағы ла туғандарға, дуҫтарға һәм таныштарға ҡунаҡҡа йөрөү уңайлы, ҡунаҡты һыйлар өсөн улар өҫтәлгә өйҙә булғандың барыһын да сығарырға тейеш бит.
       Кесаҙнала, халыҡ телендә уны кинәнеп күңел асыу көнө, тиҙәр, оло Масленица башлана. Был көндө ата-бабаларыбыҙ уҡымаған да, эшләмәгән дә. Улар күмәк байрамдан тороп ҡалырға ҡурҡҡан. Беҙгә, үкенескә күрә, берәү ҙә эштән йәки уҡыуҙан китергә рөхсәт бирмәҫ. Шулай ҙа кискеһен тауҙан шыуып, ҡар ташлашып уйнарға була.
       Йоманы халыҡ "ҡәйнә кистәре" тип атай. Был көндө кейәү ҡәйнәһен ҡунаҡҡа саҡырып, ҡоймаҡ менән һыйларға тейеш. Әммә ҡоймаҡтан тыш, йомала бәлеш, манты, эремсек билмәндәре бешереү мотлаҡ. Шулай ҙа ит урынына балыҡ ҡулланыу уңышлыраҡ.
       Шәмбелә "ҡайынһеңлеләрҙең кис ултырыуы" үтә. Йола буйынса яңы өйләнешкән йәш парға ирҙең һеңлеләре килә. Башҡа туғандарға ла килергә ярай, әлбиттә. Бар ҡунаҡтарҙы ла матурлап һыйларға һәм күберәк ҡоймаҡ ашатырға кәрәк. Күберәк ашаған, эскәндән һуң, һыуыҡтар иртәрәк китәсәк бит.
       Масленицаның һуңғы көнө Ярлыҡау йәкшәмбеһе тип атала. Был байрам аҙнаһының иң мөһим көнө, йәкшәмбелә туғандарҙан, таныштарҙан, дуҫтарҙан ғәфү итеүҙәрен һорарға кәрәк, хатта берәүҙе лә үпкәләтмәгән хәлдә. Ошо рәүешле һеҙ Бөйөк Пост алдынан бар гөнаһтарҙан да таҙарынаһығыҙ. Һеҙҙән ғәфү итеүегеҙҙе һорағандарға: "Алла ғәфү итер",- тип әйтергә онотмағыҙ.
       Йәкшәмбелә шулай уҡ дүшәмбелә эшләнгән Ҡыш ҡарасҡыһын яғалар. Был бик боронғо һәм ҡыҙыҡлы йола. Ҡарасҡы янған арала, уны һыуыҡтар һәм ыжғыр бурандар өсөн ҡаты әрләргә кәрәк. Ул янып бөткәс, ҡыш улай уҡ һалҡын булмаҫ, әкренләп яҙға урынын бирер, тиҙәр.
       Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған йола - Ҡыш ҡарасҡыһы янып бөткән усаҡ аша парлап йәки яңғыҙ ырғыу. Утҡа йығылып төшмәгеҙ, шулай ҙа.
       Масленицаны илебеҙҙә һәр ваҡыт киң байрам иткәндәр. Һәм был әле лә шулай. Был бигерәк тә пост тотҡан кешеләргә ҡағыла. Масленицанан һуң уларға ете аҙна буйы һәр нәмәлә үҙен сикләргә тура киләсәк бит.
       Беҙҙең ҡалала Масленица байрамы йәкшәмбелә, 14 февралдә, үткәрелә. Ғәҙәттәгесә, ҡала парктарында һәм майҙандарҙа ололар һәм балалар өсөн уйындар, конкурстар әҙерләнә. Тәмле ҡоймаҡтар, эҫе сәй тәҡдим ителәсәк. Байрам аҙағында Ҡыш ҡарасҡыһы яғыласаҡ.
       "БАШвестЪ" Масленицаны матурлап билдәләүегеҙҙе, мөмкин тиклем күберәк ҡоймаҡ ашауығыҙҙы һәм кинәнеп күңел асыуығыҙҙы теләй. Масленицаны күңелһеҙ ҡаршылаған кешене йыл буйы уңышһыҙлыҡтар көтөп торасаҡ, тигән ырым бар бит...

Елена Колоколова.
Фото www.pics.photographer.ru сайтынан.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал