6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Визиттар һәм делегациялар

Электрон Рәсәй - электрон Башҡортостан
09.02.10


       Кисә беҙҙең республикаға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин килде. Килеүенең маҡсаты - "Рәсәй Федерацияһы субъекттарында мәғлүмәт технологияларын үҫтереү" темаһына төбәк үҫеше мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышын үткәреү.
       Рәсәй премьерының Өфөгә визитының графигы көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы арала төҙәтмәләр ҙә индерелде. Визит программаһын боҙоп, хөкүмәт етәксеһе РФ Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәре спецназының 29-сы отряды дислокацияһы урынын барып күрергә ҡарар итте. РФ Хөкүмәте башлығы уҙған аҙнала Чечняла һәләк булған спецназсылар портретына сәскәләр һалды һәм уларҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашты. "Егеттәребеҙҙең яҡындарының барлыҡ социаль мәсьәләләре лә хәл ителәсәк, был торлаҡ менән бәйле ҡыйынлыҡтарға ла, матди мәсьәләгә лә, балаларын аяҡҡа баҫтырып, уларға белем алыуға шарттар тыуҙырыуға ла ҡағыла", - тип ышандырҙы ул.
       Владимир Путин ҡатнашҡан артабанғы саралар Хөкүмәт комиссияһы сиктәрендә үтте. Премьерҙың поликлиниканы ҡарауы, ҡала автобусында йөрөү һәм комиссия ултырышы - былар барыһы ла бер сылбырҙың, йәғни электрон селтәрҙең быуыны.
       - БТИ, собес, ДЭЗ, паспорт өҫтәле һәм поликлиника регистратураһынан ябай бер ҡағыҙ алыу өсөн кешеләрҙе контора тупһаһын тапауҙан, нервы бөтөрөүҙән араларға кәрәк. Шуға күрә яҡын арала беҙ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтте электрон төргә күсереүҙе тулыһынса башҡарып сығырға тейеш. Мәғлүмәт һәм сервис порталдары, бер бөтөнгә берләштерелгән бәйләнеш каналдары, ведомство һәм төбәк банкы мәғлүмәттәре тураһында һүҙ алып барам мин, - тине Владимир Путин.
       Хоҡуҡтарын һәм преференцияларын граждандарҙың тулыһынса ҡулланмауы сер түгел. Заманында аспирант булғанда төрлө ташламалар һәм пособие алырға хоҡуғым булып та, белешмәләр йыйыуы ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырғанға күрә, социаль ярҙам менән ҡуллана алмаған статья авторы ла раҫлай быны. Собестар буйлап сабыу һәм юғалтҡан ваҡыт пособие сифатында бәләкәй генә сумманы алыуға тиңләшерлек түгел ине һымаҡ. Нисек кенә булмаһын, беҙ үҙ ғүмеребеҙҙә төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп, байтаҡ процедура үтергә мәжбүрбеҙ. Уртаса алғанда бер йылда дәүләт хеҙмәтенә һәр кешегә дүрт тапҡыр мөрәжәғәт итергә тура килә. Айырым категориялағы граждандар иһә унан да күберәк. Миҫал өсөн, бер пенсионерға пенсия менән бәйле мәсьәләләрҙе яйға һалыу, дарыу һәм медицина ярҙамын алыу өсөн әллә күпме инстанцияны урарға тура килә. Ҡалалағы ололар күп ваҡытын сираттарҙа үткәрә. Бюрократик системаның әкренлеге кеше факторына бәйле булыуы бер кемгә лә сер түгел. Был хәлдән сығыу юлын юғары етәкселек Электрон хөкүмәт булдырыуҙа күрә.
       Рәсәй премьеры заманса юғары технологиялар хеҙмәтенә һәр кешенең шәхси "электрон асҡысы" булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әлеге мәлдә бындай "асҡыс" ролен социаль карта үтәй. Федерацияның күп кенә субъекттарында, шул иҫәптән Башҡортостанда ла был картаны ғәмәлгә индереү һәм файҙаланыу уңышлы атҡарыла. Республикала 150 мең карта таратып бирелгән. Илебеҙ граждандарына ғәҙәтигә әйләнгән социаль номерҙар ҙа ваҡытында Башҡортостанда әйләнешкә индерелгән. Башҡорт ноу-хауҙар исемлеген артабан да дауам итергә булыр ине, әммә быныһы бөгөн артыҡ мөһим түгел. Владимир Путин иғтибар иткәндәргә генә туҡталайыҡ.
       - Әлеге ваҡытта территориаль һәм ведомство мәғлүмәт системалары бер-береһенән айырым үҫешә. Ошо айҡанлы үҙ-ара килешеп эшләмәү кеүек ҡыйынлыҡтар, көйләнмәгән ведомство-ара һәм төбәк-ара документтар әйләнеше кеүек мәсьәләләр тыуа. Бындай айырымланғанлыҡты бөтөрөргә кәрәк. Был бик зарарлы һәм хәүефле. Ундай ҡыйынлыҡтарҙы әле үк хәл итмәһәк, кешеләр электрон кимәлдә яңылары менән осрашасаҡ. Иғтибар бирегеҙ: карта мотлаҡ универсаль булырға, дәүләт электрон сервисы йыйылмаһының барыһында ла ҡулланылырға, бар ведомствола, хатта, мөмкин булһа, илебеҙ территорияһының бар ерендә лә ҡабул ителергә тейеш. Әгәр бер ведомствола ғына, йәки бер муниципалитет сиктәрендә генә ҡулланылырға тейешле карталар эшләүҙе дауам итһәк, алдан әйткәнемсә, кешеләргә яңы кимәлдә өҫтәмә ауырлыҡтар ғына тыуҙырасаҡбыҙ.
       Ошо уҡ көндө Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов менән эш осрашыуы үткәрҙе. Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әңгәмә башында Владимир Путин Мортаза Рәхимовты бер көн алдан билдәләнгән тыуған көнө менән ҡотланы, уңыштар һәм яҡшылыҡтар теләне. Осрашыу барышында Башҡортостан Президенты Владимир Путинды 2009 йылдағы республика үҫеше йомғаҡтары менән таныштырҙы. Мортаза Рәхимов планлаштырылған социаль-иҡтисади программаларҙың Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырылыуы тураһында хәбәр итте. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәткән агросәнәғәт комплексына айырым туҡталды. Мортаза Рәхимов әйтеүенсә, был ныҡлы этәргес булған һәм ауыл халҡы тормошон яҡшыртҡан. Шулай уҡ Башҡортостан Президенты Рәсәй Хөкүмәте рәйесенә республикала аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө программаһын тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләне.
       - Беҙ 3-4 йыл дауамында бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итергә планлаштырабыҙ. Ерҙе бушлай бирәбеҙ - 12 сутый, юлдарҙы, инженер селтәрен үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ, - тине Мортаза Рәхимов.
       Владимир Путин республиканың социаль-иҡтисади үҫешен ыңғай баһаланы һәм Башҡортостандың демографик хәле яҡшырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
       Башҡортостандың тотороҡло иҡтисади үҫешен Өфө трансформатор заводында ҡорос ҡырҡыу һәм бүлеп һалыу буйынса тәүге производство линияһын сафҡа индереү ҙә дәлилләй. Ошо ваҡыттан алып предприятиела трансформаторҙар эшләү процесы башланды. Өфө трансформаторҙар заводы билдәле сит ил фирмаларының ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бында алдынғы, экологик яҡтан хәүефһеҙ технологиялар ҡулланыла, шуларҙың ҡайһы береһе Рәсәй өсөн бөтөнләй яңылыҡ һанала.
       Владимир Путин дәүләт башлығы вазифаһында Башҡортостанда бығаса биш тапҡыр булып киткән. Кисәге визитын иһә ул Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе сифатында яһаны. Визит расписаниеһы һәм барышы Башҡортостанға килеүенең эшлекле сәфәр булыуы хаҡында һөйләй. Хәйер, был аңлашыла ла, иҡтисади көрсөк шарттарында РФ Хөкүмәте башлығы эшкә бәйле һорауҙар менән генә шөғөлләнергә тейеш, тап ошоно нәтижәле башҡара ла инде Владимир Путин.
       Яҙманы әҙерләүҙә www.bashinform.ru сайты материалдары файҙаланылды.
       Андрей Старостин фотоһы.

Рәмил Рәхмәтов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал