6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Һау бул, романтика?
05.02.10


       "Мине осрашыуға саҡырҙылар! Ура! Уй, нимә эшләрмен инде? Тәк, һәйбәтләп әҙерләнеү мөһим. Апайымдың бик матур күлдәге бар. Ә уны миңә бирерме икән? Бер ай буйы һорап йөрөгән юбкамды алмашҡа бирергә кәрәк булыр. Уй, ә сәсемде ни эшләтергә һуң? Әлбиттә, бигуди ҡуйырмын. Күҙҙәремә һөрмә тартыу мотлаҡ, юғиһә йөҙөм күркһеҙ. Тағы ла Светанан бейек үксәле туфлиҙар алып торормон, ул вәғәҙә итте. Тырнаҡтарымды ла лакларға, әсәйемдең муйынсағын һорарға, йәнә сумка кәрәк, ирен буяуы..."
       Элегерәк ошолай булған. Ҡыҙҙар өсөн осрашыуға барыу ҙур ваҡиға кеүек ҡабул ителгән, һәм улар быға алдан әҙерләнгән. Егеттәр ҙә был эшкә етди ҡараған. Күлдәк-салбарҙарын үтекләгән, аяҡ кейемен ялтыратҡан, сәскәләр гөлләмәһе һатып алған, шиғырҙар ятлаған... Романтика, башҡаса аңлатырлыҡ һүҙ тапмайым.
       Ә хәҙер нисек? Романтик осрашыуҙар ваҡыты үтте микән ни, заман йәштәрен секстан башҡа нәмә ҡыҙыҡһындырмаймы? Бәлки беҙ ҡабартып ебәрәбеҙҙер, ысынбарлыҡта барыһы ла элеккесә ҡалғандыр?
       Бындай ҡатмарлы мәсьәләне асыҡлар өсөн "БАШвестЪ - йәш" "Индиго" үҙәге психологы Лиана Ноғомановаға мөрәжәғәт итте.
       - Хәҙерге заман йәштәре осрашыуҙарға бик ҡыҙыҡ ҡарашта, - тип аңлата ул. - Үҫмерҙәр менән күп аралашырға тура килгәс, миңә шул билдәле - йәштәр осрашыуҙың процесын инҡар итә. Күрешеп һөйләшеүҙәрен улар ҡыҙ менән егет осрашыуы тип атарға теләмәй. Улар билдәләүенсә, был бөтөнләй икенсе нәмә. Бәлки инҡар итеү ата-әсәһе мөнәсәбәтенә лә бәйлелер. Бала бәләкәй саҡта уҡ, шаяртып, ата-әсәләр: "Осрашыуға әҙерләнәһеңме әллә, ҡайҙа шулай биҙәнеп төҙәндең?", - тиҙәр. Бала уңайһыҙлана, үҫмер ҡорона еткәс, осрашыу төшөнсәһен инҡар итә башлай.
       Шуның менән бергә Лиана беҙҙең көндәрҙә осрашыуҙарҙа хис-тойғоноң кәмеүен, романтика юғалыуын билдәләй. Егеттәр уларға етди әҙерләнмәй. Ҡыҙҙар кисәгә кейә торған матур күлдәктәр урынына бик йыш көндәлек кейем кейә, ә егеттәр костюмдар урынына джинсы һәм футболкаларға өҫтөнлөк бирә. Ләкин, шулай булыуына ҡарамаҫтан, осрашыу процесы улар өсөн тулҡынландырғыс булып ҡала.
       - Элек булған кеүек, хәҙерге заманда ла егет менән ҡыҙ бер-береһенә оҡшарға, ысынында булғандан күпкә яҡшыраҡ күренергә тырыша, - тип һөйләй Лиана. - Ҡайһылары хаталар ҙа ебәрә, мәҫәлән, тәүге осрашыуҙарында берәүһе икенсеһенән һорау алыу үткәрә.
       - Беренсе осрашыуҙа йәштәргә үҙҙәрен нисек тотоу буйынса ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?
       - Беренсенән, һәр ваҡыт үҙегеҙ булып ҡалығыҙ, үҙегеҙҙе әллә кемгә ҡуймағыҙ. Икенсенән, әңгәмәсеңде тыңлай белергә лә кәрәк. Бер үҙегеҙ һөйләмәгеҙ, икенсегеҙгә лә һөйләргә ирек бирегеҙ. Кешене тыңлағанда, беҙ уны яҡшыраҡ аңлай башлайбыҙ. Был бер-береңә яҡынайырға форсат бирә. Өсөнсөнән, осрашыуҙа саҡта әлеге мәл менән йәшәгеҙ, һеҙҙең арағыҙ нисек буласаҡ, тип киләсәккә пландар ҡороп, хыялға бирелеп ултырыу урынһыҙ. Һәм, әлбиттә, хәүефһеҙлегегеҙҙе ҡайғыртығыҙ. Беренсе осрашыу өсөн халыҡ күп йөрөгән ерҙе һайлағыҙ. Үҙегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.
       - Ә нимә эшләргә ярамай?
       - Кешене һорау менән күмергә һәм көсләп провокациялы һорауҙарға яуап бирҙертергә ярамай. Әңгәмәсең хаҡында иртә һығымта яһау ҙа урынһыҙ. Тәүге осрашыуҙа кеше бик йыш ҡаушай, нимәнәндер ҡурҡа. Һәм ныҡлы танышмаҫ элек кешене кире ҡаҡһағыҙ,
       һеҙ уның ысынбарлыҡта ниндәй кеше булыуын башҡа бер ҡасан да белә алмаясаҡһығыҙ. Бәлки ул тап һеҙ эҙләгән кешелер. Тағы ла бер тапҡыр осрашып, һуңынан ғына ниндәйҙер һығымталар яһау яҡшыраҡ булыр. Осрашыуҙан һуң кешене аптырашта ҡалдырмағыҙ. Шулай ҙа була: йәштәр осраша, аралаша, бер-береһенә оҡшай һәм бер ниндәй ҙә дауам күҙәтелмәй. Ҡыҙ бәйләнеш өсөн координаталар ҡалдырмай, егет тә аныҡ ҡына бер нимә лә әйтмәй. Һөҙөмтәлә улар бер-береһен аңлай алмай. Бындай хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн, ниндәйҙер яуап булырға тейеш. Әгәр осрашыуҙан ҡәнәғәт икәнһегеҙ, мотлаҡ был турала әйтергә кәрәк. Әгәр һеҙгә, киреһенсә, нимәлер оҡшамаһа, артабан осрашырға теләмәүегеҙҙе белдерергә иплерәк яйын табығыҙ. Мәҫәлән, былай тип әйтергә мөмкин: "Йәмле кис өсөн рәхмәт. Уңыштар һиңә". Ул барыһын да төшөнәсәк һәм һеҙгә үпкәләмәйәсәк. Үкенескә күрә, йәштәр был ҡағиҙәләрҙе һирәк ҡуллана, ә күптәре бөтөнләй белмәй һәм хаталар эшләй.
       Лиана йәштәрҙең осрашырға ашыҡмауын да билдәләй.
       - Улар "аська"ла йәки социаль селтәрҙә аралашыуға өҫтөнлөк бирә, - ти психолог. - Эш виртуаль осрашыуҙарҙа туҡтала. Үҫмерҙәргә интернет аша танышыу һәм аралашыу күпкә еңелерәк. Бихисап йәштәр икенсе енес вәкиленә яҡын килергә, танышырға ла ҡурҡа, ниндәйҙер кәртә бар. Беҙгә балаларының урамға сыҡмауы, аралашырға ынтылмауы, бар буш ваҡытын компьютер артында үткәреүенә зарланған ата-әсәләр йыш мөрәжәғәт итә. Әгәр 90-сы йылдарҙа һәм 2000-сы йылдар башында йәштәр иртә осраша һәм иртә өйләнешә торған булһа, бөгөн был процестар оҙаҡҡа һуҙылды. Виртуаль аралашҡан йәштәр әңгәмәсеһен идеаль тип белә һәм осрашып күрешкәндә бик йыш күңеле ҡайта. Шуға күрә яҡындан, күрешеп аралашырға кәңәш бирәм.
       Хәҙерге заман йәштәренең тағы бер үҙенсәлеге - улар
       сексҡа етди ҡарамай.
       - Хәҙерге йәштәрҙең секс төшөнсәһе бар, ә аралашыу, осрашыу романтикаһы юҡ, - ти Лиана. - Улар өсөн секс ниндәйҙер ғәҙәти күренешкә әйләнде. Был беҙҙе борсоуға һала. Элек йәштәрҙе беренсе осрашыуҙа үбешергә ярамай, тип өйрәтһәләр, бөгөнгө йәштәр өсөн был һүҙҙәр көлкө тойола. Беренсе тапҡыр осрашыуға барғанда йәштәр енси мөнәсәбәткә инергәме-юҡмы, тип уйлай.
       Үҫмерҙәрҙә секс тураһында хата фекер һалынған, тип иҫәпләй Лиана. Психологҡа консультацияға килгәндә улар: "Нисә йәштән енси мөнәсәбәткә инергә мөмкин?", - тигән һорау бирә. Шул уҡ ваҡытта үҫмерҙәр енси бәйләнешкә инер өсөн эстән әҙер булыу кәрәклеген һәм партнерыңдың ышаныслы булырға тейешлеген аңламай.
       Шулай уҡ, Лиана Ноғоманова фекеренсә, күп үҫмерҙәрҙең үҙ баһаһы түбән:
       - Улар үҙҙәренә үҙҙәре ышанмай һәм икенсе енес менән мөнәсәбәттәре килеп сыҡмауына аптырай. Ниндәй реакцияға өмөт итеүеңә ҡарап, шундай ҡараш күрһәтә башҡалар ҙа. Әгәр йәш кеше бар торошо, ҡиәфәте менән үҙенә ышанысы булмауын күрһәтһә, уның ысынлап та бер нәмәһе лә килеп сыҡмаясаҡ. Тап шуға күрә осрашыуҙа ҡыйыу булырға кәрәк. Шул саҡта барыһы ла һеҙҙеңсә буласаҡ!

Елена Колоколова.
Фото www. tvc.ru сайтынан.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал