6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Олимпиада

Абрамович ҡына параллель
04.02.10


       Кемдер Ванкуверҙағы Олимпиада уйындары бөтә Рәсәй һәм совет спорты тарихында иң уңышһыҙы буласаҡ, тип күҙаллайҙыр, әммә ләкин Башҡотостанға оялырға түгел. Ванкуверға баллы-ҡымыҙлы төбәгебеҙ бер юлы 11 төп состав спортсыһын, 3 запас уйынсыны һәм ике тренер-еңеүсене ебәрә. Һайлап алыуҙағы уңыштар һәм Уйындарға бағланған өмөттәр хаҡында "БАШвест"ҡа интервьюһында Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының спорт һәм олимпия резервын әҙерләү бүлеге начальнигы Василий Жирнов һөйләй.
       - Василий Сергеевич, аңлауымса, быйыл олимпиадасылар һаны өсөн ҡыҙарырға сәбәп булмаясаҡ?
       - Әлбиттә! Үткәнендә ете кеше һәм Алексей Селиверстовтың берҙән-бер көмөш миҙалы булды. Ул ваҡытта Максим Чудовҡа тәжрибә етеңкерәмәне, йәнә эстафетаға ла уны сығарманылар...
       - Әле нисек һуң?
       - 11 төп спортсы һәм өс запас уйынсы.
       - Өс запастағы уйынсы - һүҙ хоккейсылар хаҡында барамы?
       - Эйе, шулар хаҡында. "Салауат Юлаев"тан дүрт кеше төп составҡа эләкте - был Виктор Козлов, Сергей Зиновьев, Александр Радулов, Дмитрий Калинин. Өсәүһе - Олег Твердовский, Виталий Прошкин, Александр Еременко запас уйынсы булараҡ бара. Көтәбеҙ әле, хәл-ваҡиғалар ағышын күҙәтәбеҙ. Бәлки запастағыларҙың береһе төп составҡа инер, ул саҡта төп уйынсылар иҫәбе 11-ҙән артып китәсәк.
       - Ох, Василий Сергеевич, беҙ, киреһенсә, Виктор Козлов менән Сергей Зиновьевты юғалта алабыҙ түгелме? Тәүгеһе яңыраҡ ҡына сирләне, икенсеһе йәрәхәт алды...
       Әйткәндәй, был хоккейсыларҙы Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре тип атау урынлымы икән? Улар "Салауат Юлаев" өсөн уйнаһалар ҙа, бында тәрбиәләнмәгәндәр бит.
       - Бында барыһы ла дөрөҫ. Өфөлә уйнайҙар икән, миҙалдары республика иҫәбенә китә. Пермгә күсһәләр - башҡа төбәк данын яҡлаясаҡтар...
       Бер аҙ лирик тайпылыш яһайыҡ. Хоккейсылар мәсьәләһенә килгәндә, хоккей йыйылма командаһы Рәсәйгә ҡиммәткә төшмәй, сөнки төп сығымдарҙы - клубта әҙерлек, ҡиммәтле экипировка, самолетта Өфө - Мәскәү - Өфө араһында осоуға юл хаҡын клубтар үҙ өҫтөнә ала.
       - "Юлаевсылар" миҙал яулаһа, беҙҙең иҫәп берәүгә артамы, әллә хоккейсылар һанын иҫәпкә индерәсәктәрме?
       - Рәсми булмаған олимпия иҫәбенә - берәү. Ә бына төбәктәр иҫәбе уйынсылар һанына ҡарап артасаҡ.
       - Туҡтағыҙ әле, тренерҙар ҙа Өфөнән бит әле, тимәк, "Салауат Юлаев" олимпия дружинаһы әҙерлегенә тос өлөш индергән!
       - Әлбиттә!
       - Беҙҙең профессионалдар менән барыһы ла аңлашыла. Инде шәхси дисциплиналарға күсәйек. Унда хәлдәр нисек тора?
       - Сюрприз-сенсацияны шорт-трек мәктәбе тәрбиәләнеүселәре эшләне, тип әйтергә мөмкин. Ни бары ике рәсәйле ир-егете генә квалификация үтте, икеһе лә Өфөнән. Хатта команда ла эләкмәне, ә улар үтте! Беҙ берәүһе генә үтер тип көткәйнек, һәр хәлдә бер төбәктән бығаса бер спортсыны ғына ала торғайнылар, егеттәребеҙҙең икеһе лә юғары оҫталыҡ күрһәтте һәм квалификация үтә алды. Уларҙың һәр береһе 500, 1000, 1500 метрлыҡ дистанцияла сығыш яһаясаҡ.
       - Миҙалға ышаныс бармы?
       - Бында Азиянан сыҡҡандар бал менән идара итә. Иң яҡшы 15-20 араһына инеүҙәре лә ҙур уңыш буласаҡ.
       - Максим Чудов. Ул нисә еңеү яулай алыр икән?
       - Бер миҙал - шул да һәйбәт һөҙөмтә.
       - Ҡуйығыҙ әле! Эстафетала - берәүҙе. Һәм шәхси уҙыштарҙа йәнә икәү: "алтын" һәм тағы ла берәй миҙал. Ул быларҙы булдыра ала.
       - Ризамын. Чудов булдырыр ул. Үҙенең төрөндә элитаға ингән осоусы саңғысы Дмитрий Васильев та булдыра ала быларҙы.
       - Ә икеалышсы Сергей Масленников?
       - Алдағы 30-ҙар араһына инә алһа ла - шәп.
       - Тау саңғысыһы Ләйсән Раянова бик йәш. Сочиға тоҫҡап алдылармы уны?
       - Ул, ысынлап та, йәш спортсы, әммә Рәсәй спортсылары араһында иң яҡшыларҙан һанала, тимәк, барыһы ла ғәҙел. Слалом-гигантта Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе алдынғы 20 исемлегенә инеү өсөн көрәшә ала.
       - Тағы ла кемдәр ҡалды?
       - Рәсәйҙең өсөнсө экипажы пилоты Дмитрий Абрамович. Ул Мәскәү өсөн һәм параллель рәүештә Башҡортостан өсөн сығыш яһай. Урал дәүләт физик тәрбиә университетының Башҡорт физкультура институты студенты.
       - Дмитрий параллель сығыш яһаусы берҙән-бер спортсымы, әллә беҙҙә тағы шундайҙар бармы?
       - Юҡ, ул берәү. Башҡалар Башҡортостан өсөн генә сығыш яһай.
       - Абрамовичтан нимә өмөт итәһегеҙ? Яхтамы, машинамы?
       - Әгәр уның экипажы иң яҡшы унау исемлегенә инһә - һәйбәт буласаҡ.
       - Ә Алексей Селиверстовтың хәлдәре нисек?
       - Үкенескә күрә, тубығына йәрәхәт алды.
       - Әйтегеҙ әле, был Уйындарға Республика атлеттарына аҡса бүләме?
       - Юҡ. Барыһы ла Рәсәй иҫәбенән. Финанс яғынан беҙ әҙерлек этабында ғына ҡатнаштыҡ, ҡиммәтле ҡорамалдар алдыҡ.
       - Миҫал өсөн, ниндәй ҡорамалдар?
       - Максим Чудовҡа винтовка, Дмитрий Абрамовичҡа боб өсөн ҡыйбатлы коньки. Шорт-трексылар өсөн шул уҡ конькилар һәм лезвие. Күп инде...
       - Республика иң күбендә һигеҙ миҙалға өмөтләнәме? Әллә берәйһе сенсация яһап, конкуренттар артынан килеп сығыр микән?
       - Быныһы бик һәйбәт булыр ине лә ул... Әммә спорт министры прогноз бирергә тырышмай.
       Ысынлап та, Ванкуверҙа Башҡортостандың нисә миҙал яулауы мөһим түгел - унау булһынмы ул йәки бөтөнләй булмаһынмы. Олимпиадаға эләгеү, Рәсәй өсөн сығыш яһау, олимпия ғаиләһенең бер өлөшө булыу - үҙе ҙур бәхет.
       Ышанмайһығыҙмы? Ул саҡта хыял итеп, өмөтләнеп, иҫәп тотоп та, олимпиада йыйылма командаһына инә алмаған йөҙәрләгән атлеттарҙан һорағыҙ...

Фото www. hctoros.ru сайтынан.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал